6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

Мазай ҡарт Photoshopҡа эләккән
27.12.06


       Бөгөн Рhotoshop үҙешмәкәр фотографтарҙа ла, профессиональ
       фоторәссамдарҙа ла ҙур популярлыҡ менән файҙалана. Насармы был яҡшымы - һәр кемдең үҙ зауығы. Уны сәнғәт тип һанарғамы - юҡмы, шулай уҡ һәр кем үҙе өсөн хәл итә.
       Баш ҡала фотографтары Өфөләге "Ҡунаҡтар һарайының" Үҙәк г алереяһында үҙенсәлекле ноу - хау менән сығыш яһаны, йәғни
       һәр кем үҙ фекерен фотоһүрәттәрҙә белдерҙе. Бының өсөн улар
       эштәрен Photoshop компьютер программаһында "төҙәтеп", ҙур форматта тәҡдим итте. Бер йыл элек республикала бындай эштәрҙе күреү мөмкин түгел ине, йәғни улар тамашасыларҙа ярайһы уҡ ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра.
       Шунда уҡ кемдеңдер эше яҡшыраҡ, кемдеңдер - насарыраҡ килеп сығыуын билдәләйек. Бында, профессионалдар әйтеүенсә, иң мөһиме - арттырып ебәрмәҫкә һәм яңы инструментты самаһын белеп файҙаланырға кәрәк. Күргәҙмәгә килеүселәрҙең күпселеге
       өсөн Сергей Гутниктың эштәре камиллыҡҡа яҡын. Ул һин күрмәйенсә тапап китергә мөмкин булған ғәҙәти әйберҙәрҙе лә
       урап үтмәй, һәм уның һайын эштәре үтә мауыҡтырғыс килеп сыға.
       Сергей Барабаш тормошобоҙҙағы ғәҙәти күренештәрҙе сәпкә алыуы менән билдәле. Тәү ҡарамаҡҡа уның эштәрендә компьютер эшкәртеүе күҙгә лә салынмай. Тик профессионалдар компьютер ҡәләмен тиҙ арала билдәләүгә һәләтле. Хәйер, ябай тамашасы өсөн был мөһим түгел. Эштең "һулышы" - уның быйылғы ташҡын ваҡытында төшөрөлгән "Мазай бабайы", ихата фу тболсылары, бензоколонкалағы һыйыры... мөһим.
       Оксана Наумова ижади инструментты йөҙ процентҡа файҙалана
       һәм буяуҙарҙы йәлләмәй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы бер урында ул Photoshop программаһын беренсе урынға ҡуйып, фоторәссам т алантын артҡа сигендерә. Дөрөҫөрәге - уны сағыу компьютер төҫтәре менән ҡаплай. Әммә шулай ҙа эштәренең күп өлөшөндә ф отограф һүрәттәргә бер нисә компьютер штрихы ғына өҫтәп, үҙ оҫталығын тулыһынса күрһәтеүгә өлгәшә.
       Дмитрий Айсыуаҡов, ғәҙәттәгесә, ҡыҙҙарға тартыла. Әммә уның ижади эҙләнеүҙәре күренмәүе авторҙың эштәрен оҙаҡлап күҙәтеү теләген юҡҡа сығара. Йыш ҡына тамашасылар аптырау
       белдерә - ни өсөн тик ҡатын - ҡыҙҙар! Был теманы башҡасара ҡ асып булмаймы икән ни Әммә, бәлки, һайланған темаға тоғролоҡ һаҡлау үҙе үк иғтибарға лайыҡтыр
       Бөгөнгө фотографтар заман тәҡдим иткән ысулдарҙы файҙаланмау - тимәк, үҙ һөнәреңде яратмау, тип белдерә. Хәйе р, был өлкәлә иң мөһиме - тамашасыға үҙ фекереңде еткереү.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал