6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Чудовтың спорт менән араларҙы өҙөүе ихтимал
26.12.06


       Максим Чудов ҙур спортты ҡалдырырға әҙер. Был турала спортсы "БАШвестЪ" гәзитенә үҙе хәбәр итте.
       - Етәкселек менән етди проблемалар кисерергә тура килә. Бик түбән хаҡҡа бағыусыны рекламаларға мәжбүр итәләр. Беҙ баш тартабыҙ, хатта кейемдәге билдәләр таҫма менән ҡаплап йәбештерелгән - үҙегеҙ ҙә күргәнһегеҙҙер, моғайын.
       Был һүҙҙәрен Чудов "Башинформ" агентлығында үткән матбуғат
       конференцияһында әйтте, журналистар менән осрашыу тамамланғандан һуң бик етди рәүештә былай тип өҫтәне:
       - Федерация спортсыларына бындай мөнәсәбәт һаҡланһа, байтаҡ биатлонсылар йүгереүҙән баш тартасаҡ. Мин дә сығыштарҙы тамамлауым ихтимал. Барыһы ла 25 декабрҙә, Рәсәй Биатлонсылар союзы президентын һайлау ваҡытында хәл ителә. Әгәр рулдә Александр Тихонов ҡалһа, күптәрҙең ярышыуҙан баш тартыуын көт тә тор.
       - Ә ул саҡта нимә эшләйәсәкһегеҙ һуң Гражданлыҡты алмаштырыу яғын ҡарайһығыҙмы Ҡаҙағстан йәки Белоруссия өсөн йүгерәсәкһегеҙме Бындай талантты әрәм итергә ярамай бит.
       - Мин үҙем өсөн хәл иттем - сығыш яһарға икән, тимәк бынд а ғына.
       Бына шундай хәлдәр. Спортсы саҡ күтәрелә, ҡанаттарын йәйә , донъя биатлоны элитаһына инә генә башлаған, ә уның ҡулдарын ҡыйырырға, үҙ ҡағиҙәләрен көсләп тағырға әҙерҙәр. Йәки беҙҙеңсә эшлә, йәки... Бындай ҡараш һаҡланған осраҡта нисек итеп уңыштарға өлгәшергә мөмкин Ростовцев китте, Чудов һәм башҡа таланттар ҙа ярыштан сыҡһа. Кем еңер Әл дә ҡол биләүселек ҡоролошо артта ҡалды - кеше үҙе өсөн киләсәген үҙ е хәл итергә хоҡуҡлы.
       Матбуғат конференцияһында иң мөһим мәсьәләләрҙең береһе -
       аҡса һорауы ла күтәрелде.
       - Урындағы власть һеҙгә ярҙам итәме
       - Аҡса мәсьәләһе һәр ваҡыт мөһим. Кеше аҡса эшләргә тейеш . Бына, мәҫәлән, Филипп Шульман - уға икенсе урында беҙҙәгег ә ҡарағанда бер нисә тапҡыр юғарыраҡ эш хаҡы тәҡдим иттеләр, һәм ул китте. Кеше һәр ваҡыт яҡшыраҡ шарт тәҡдим ителгән ергә ынтыласаҡ.
       Минең хәл Шульмандыҡынан яҡшыраҡ түгел. Әммә мин үҙем
       һәм ата - әсәйем исеменән фатир йәһәтенән ярҙам күрһәтеүҙәр е өсөн рәхмәт белдерергә теләйем. Аҡсаға килгәндә, уңыштары м республика етәкселеге тарафынан билдәләнмәй ҡалмаҫ, тип уйлайым.
       - Бағыусыларҙан тәҡдимдәр киләме
       - Мөрәжәғәт итәләр. Беренсе сиратта уларға экранда күрене п ҡалыу өсөн лидерҙар кәрәк. Әммә, әйтеүемсә, йыйылма команда һәм федерация араһындағы конфликт хәл ителмәйенсә тороп,
       мин бер кемгә лә килешеү менән яуап бирә алмаясаҡмын.
       Тик, хөрмәтле уҡыусылар, матбуғат конференцияһы күңелһеҙ һәм ҡайғылы үткән икән, тип уйлай күрмәгеҙ. Уның ҙур өлөшө шатлыҡ һәм байрам кәйефендә уҙҙы. Максим өйөнә, үҙен көтөп һ әм ҡыуанып ҡаршы алған Башҡортостанға, тыуған Михайловкаһына ҡайтты. Ҙур теләк менән үҙенең уңыштары хаҡында һөйләне, хаталарын да йәшермәне. Сығышының бер өлөшө менән һеҙ "Башинформ" агентлығының яңылыҡтар таҫмаһында таныша алаһығыҙ. Беҙ иһә оператив яңылыҡтарға
       эләкмәгән өлөшөнә ҙурыраҡ иғтибар бүләбеҙ. Әммә башта көйәрмәндәр һөйөүе хаҡында бер нисә һүҙ:
       - Телевидениенан ирҙәрҙең биатлон буйынса ярышы барған ваҡытта Михайловкала тормош туҡталып ҡала, тиҙәр, был дөрөҫмө
       - Күптән түгел ҡустымдың тыуған көнөндә булғайным. Барыһы ла килеп минең өсөн "ауырыуҙарын" белдерҙе. Ысынлап та мин
       стартҡа сыҡҡан ваҡытта урамда кеше ҡалмай икән. Ул ғына ла түгел, эш урынын ҡалдырып, телевизор ҡарарға ҡайталар.
       Максим Чудовтың һүҙҙәренә ҡарағанда, биатлон буйынса йыйылма командала тормош ожмахҡа тиң. Яңы тренер - Владимир Аликин килгәндән алып, күнекмәләр ауыр хеҙмәт
       булыуҙан туҡтап, ҡыҙыҡлы, ижади, ылыҡтырғыс эшкә әүерелгән:
       - Был тренер менән бергә командаға яңы мөхит, көс ингәндә й
       булды. Спортсылар бер - береһе өсөн йәнен бирергә әҙер, командала ышаныс һәм тыныслыҡ мөхите хөкөм һөрә. Бер яуыз көс тә йоғонто яһай алмаясаҡ. Федерациялағы тамамланмаған конфликт команданың берҙәм рухын һындыра алманы.
       Берҙән - бер етди проблема тренер штабына бәйле түгел. Һү ҙ туҡланыу хаҡында бара:
       - Көнөнә ике тапҡыр ашайбыҙ - иртәнге һәм киске аш. Аш - һыу бик тәмле итеп әҙерләнә тип әйтеүе ҡыйын, төшкө ашһыҙ ҙа ауырға тура килә.
       - Ә бергә булған ваҡытығыҙ нисек үтә
       - Беҙ һәр ваҡыт бергә. Тыуған көндәрҙе сәй, торт һәм ҡыҙы л шарап менән билдәләйбеҙ.
       - Тренерҙар һеҙгә эсергә рөхсәт итәме
       - Эйе. Аҙ ғына - мөмкин.
       - Ә биатлонсы ҡатын - ҡыҙҙар һәм ир - аттар араһындағы
       романға килгәндә...
       - Миңә ҡағылмай. Тойғоно артта ҡалдырырға тура килә - бын ы спорт тормошо талап итә.
       - Ә сибәр биатлонсы ҡыҙҙар һуң
       - Юҡ, миңә бары тик үҙебеҙҙең Рәсәй ҡыҙҙары ғына оҡшай (спортсылар түгел). Улар - илдә иң шәптәре! Ә беҙҙең йыйылма
       команданың балалар үҫтереү өсөн бер нисә йылға спортты ҡалдырған ҡатын - ҡыҙҙары өсөн шатмын - балалар хаҡында ла оноторға ярамай бит.
       ... Сағыу һәм ҡыҙыҡлы аралашыуҙан һуң, Максимды "Башинформ" тупһаһына оҙатырға сыҡҡанда, мин уға былай тинем:
       - Этапта бер атыуыңды журналистарға бағышлау идеяһы оҡшаймы һиңә
       - Мөмкин.
       - Ул саҡта, әйҙә былай килешәбеҙ, тәүге "лежкала" беренсе атыуҙы беҙгә арнайһың!
       - Ярай - риза, - тип көлдө ул.
       - Ҡара әле, бәлки, һиңә ун атыуыңдың һәр береһен "атайым өсөн", "әсәйем өсөн", Михайловка өсөн", "Владимир Путин өсөн " һ. б. билдәләргә кәрәктер
       - Юҡ - был албырғатасаҡ һәм ҡамасаулаясаҡ ҡына.
       Ярай, ысынлап та - ниңә кешене албырғатырға Хәйер, шулай ҙа вәғәҙә - иман. Макс Чудов тәүге атыуын Башҡортостандың һә м Рәсәйҙең бөтә журналистарына арнаясаҡ. Көтәбеҙ һәм спортсы
       сәпкә яҙа атмаҫ, тип ышанабыҙ.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал