6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Туризм һәм ял

Түлһеҙлектән дауа: ҡымыҙ, олатайҙар һәм шифалы ләм
26.12.06


       Һөнәрем рекламаға һәм халыҡ менән әүҙем аралашыуға бәйле
       булһа ла, ял көндәремде тәбиғәт ҡосағында, тыныс урында үткәреү теләгенә ҡаршы килә алманым. Аҙыраҡ ял итеп, сихәтләнеп, уй - фекерҙәрҙе тәртипкә килтереп алыу ҡамасауламаҫ. Сит ил паспорты алыу өсөн ваҡыт ҡалманы, ә таныштарым миңә Әбйәлил районындағы шифалы ләме менән дан тотҡан "Яҡтыкүл" санаторийына барырға тәҡдим итте.
       Алдан уҡ шифаханала номерға заказ биргәс, әхирәтем менән икәүләп иртәнге сәғәт 11 - ҙә поезд менән Өфөнән сыҡтыҡ, иртәгәһенә сәғәт 8. 30 - ҙа беҙ Магнитогорск ҡалаһында инек. "Газелгә" ултырып шифаханаға ла барып еттек.
       "Яҡтыкүл" менән осрашыу
       Башта иң аптыратҡаны - яңғыҙлыҡ тойғоһо булды. Тере йән осрағансы, оҙаҡ ваҡыт беҙгә сумкаларыбыҙҙы һөйрәп яңғыҙ атларға тура килде. Бер нисә минуттан, яҡшы, уңайлы номерҙа урынлашҡас, бында бәҙрәф, ванна, иркен лоджия булыуына тағы бер аптыраныҡ. Был матурлыҡ, уға өҫтәп тағы ла туҡланыу һәм дауаланыу өсөн тәүлегенә 1070 һум түләргә тейешбеҙ. Хәҙер барыһы тураһында ла бер аҙ ентекләберәк.
       Туҡланыу
       Дөрөҫөн әйтәм - оҡшаманы. Башта миңә аш - һыу исемлеге
       тотторҙолар, унда һәр береһенең калорияһы ла бирелгән. Мин үҙемә оҡшағанын һайларға тейешмен, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, м еню төрлөлөгө менән шатландырманы.
       Ул ғына ла түгел, ҡурҙаҡлы ҡарабойҙай бутҡаһына заказ бирһәм дә, йәнем һөймәгән тауыҡ ите менән картуф иҙмәһе ашарға тура килде. Йогурт һәм кофе урынына сәй менән һыйланылар. Баҡһаң, йогурт алып килмәгәндәр, ә кофе бөткән икән. Ике яҙна ял эсендә ике кәнфит кенә тәмләп ҡараным. Еме ш - еләкте йышыраҡ бирҙеләр, әммә көнөнә берәүҙе генә. Ҡымыҙға, Аллаға шөкөр, ҡытлыҡ булманы, уны мин бында туйғансы эстем.
       Дауалау
       Был йәһәттән "Яҡтыкүл" шифаханаһы ысынлап та маҡтана ала.
       Бында, ғәҙәттә, түлһеҙлектән дауаланырға киләләр. 37 йәшлек бер ҡатын менән таныштым. Ул үҙенең шәхси тормошон яйға һалыу теләге менән яна, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, балалары юҡ икән. Әйтеүенсә, "Яҡтыкүлдә" һаулығы һиҙелерлек яҡшырған, һәм табиптар уға яҡын арала күптәнге хыялының тормошҡа ашыуын вәғәҙә итә.
       Профилактика һәм үҙ - үҙемде тынысландырыу маҡсатында мин
       дә гинекологҡа инеп сығырға булдым. Һәм уның ни тиклем иғтибарлы була алыуына хайран ҡалдым. Йәш табип мине тикшереүгә ғәҙәттәгесә 10 - 15 түгел, ә 40 минут ваҡытын сар ыф итте. Унан һуң ҡатын - ҡыҙҙарҙың сәләмәтлеген генә түгел, нервылар системаһын да нығытыусы шифалы ләм менән дауалау тә ғәйенләне.
       Ғөмүмән, сапропель нигеҙендә ләм менән дауалау "Яҡтыкүл" шифаханаһында төп медицина хеҙмәтләндереүҙәренең береһе һанала. Миңә аңлатыуҙарынса, Безымянное - 1 күленән алынған сөсө һыулы, сульфидһыҙ сапропелде бында 1965 йылдан алып файҙаланалар. Ләмгә тотош урау һәм аппликациялар эшләү шеште ҡайтарыу, нервы - эндокрин системаһын дауалау һәләтенә
       эйә, кортикостероид, транскортин һәм гидрокортизан бүлеп сығарыуҙы арттыра, был үҙ сиратында хәрәкәт итеү аппараты ауырыуҙарын дауалауға булышлыҡ итә.
       Ләм менән дауалауҙан тыш һеҙгә бальнеотерапия ( радон, ху ш еҫле һәм диңгеҙ ванналары), физиотерапия, массаж, төрлө ингаляциялар, фитотерапия, дауалау физкультураһы, ортопедик
       һәм терапевтик стоматология, функциональ диагностика, эсәктәрҙе таҙартыу һ. б. тәҡдим итәсәктәр. Был процедуралар барыһы ла ҡатын - ҡыҙ һәм ир - ат түлһеҙлегенән, хәрәкәт ите ү
       аппараты, нервы системаһы ауырыуҙарынан, тын алыу органдарының хроник ауырыуҙарынан, хроник пиелонефриттан, простатиттан ҡотолорға ярҙам итә.
       Ләм менән дауаланыуҙан тыш мин диңгеҙ һәм ылыҫлы ванналар ҡабул иттем, аскорбин кислотаһы менән ингаляциялар, иммунитетты күтәреү өсөн электр йоҡоһо алдым. Башҡа массаж э шләү һәм терапия өсөн электрон ҡоролма - Д" Арсенваль - тынысландырыу һөҙөмтәһе бирҙе. Д"Арсенваль менән тарағандан һуң сәстәремдең тиҙерәк үҫә башлауын һиҙҙем. Әхирәтем эсәктәрен таҙартҡандан һуң үҙен осоп китеү өсөн һау а шары ғына етмәгән бәләкәй ҡыҙсыҡтай тойоуын белдерҙе. Был процедура яҡын арала ауырға ҡалырға теләүселәр өсөн файҙалы,
       тиҙәр.
       Күңел асыу
       Башлыса, ул экскурсияларға ҡайтып ҡала. Ял итеүселәр араһында Ҡараңғылыҡ тауына менеү, "Металлург - Магнитогорск"
       тау саңғыһы үҙәгенә барыу популярлыҡ менән файҙаланыла. Шулай уҡ "Абҙаҡ" аквапаркы ла ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра, унда тау саңғыһында шыуыу трассаһы һәм зверинец бар.
       Беҙ әхирәтем менән Магнитогорск ҡалаһына сәйәхәт һәм аквапаркты һайланыҡ. Ҡалаға барыу иҫтәлекле урындарҙа һәм сауҙа үҙәктәрендә булыуҙан тора. Һуңғылары хаҡында турист өсөн ҡыҙыҡһыныу тыуҙырырлыҡ бер нимәһе лә юҡ, тип әйтә алам.
       Шул уҡ ҡытай алам - һаламы һатыла.
       Магнитогорск ҡалаһы, сүп - сарҙың күплеген иҫәпкә алмаған да, йылы тәьҫораттар ҡалдырҙы. Магнитогорск менән сағыштырғанда, Өфө ялтырап тора.
       "Магнитогорск" аквапаркында рәхәтләнеп ял иттем. Бында бассейндарҙың өс төрө бар - ғәҙәти бассейн, икенсеһе - йылы ағымлы, өсөнсөһө - балалар өсөн. Бынан тыш - джакузи, таусыҡтар һәм сауна ла эшләй. Йөҙ һум түләп, көнө буйы һыуҙа н сыҡмаҫҡа мөмкин.
       Шифахананың үҙендә күңел асыу саралары юҡ сигендә. "В бой
       идут одни старики" кеүек иҫке фильмдар күрһәтелгән кинотеат р бар һәм киске сәғәт туғыҙҙан ун бергә тиклем дискотека үткәрелә. Ике аҙна дауамында унда бер үк диск әйләндерелде. Шифаханала социаль путевкалар буйынса һаулыҡтарын нығытырға килгән олатайҙар менән генә танышырға мөмкин - дәүләткә рәхмәт! Йәғни, һөйгән ҡыҙығыҙҙы йәки ҡатынығыҙҙы яңғыҙын "Яҡтыкүл" шифаханаһына ебәреүҙән ҡурҡмағыҙ. Бында йә ш егетте көндөҙ шәм менән дә эҙләп табыу мөмкин түгел.
       Ял итеүселәр эргәһенә ҡунаҡҡа килеүселәр өсөн бер кәңәш: аҡсағыҙҙы алдан әҙерләгеҙ. Ҡатынығыҙ менән бер карауатта йоҡлаған хәлдә лә тәүлек өсөн тулыһынса түләргә кәрәк буласа ҡ. Хаҡтар
       Тешләшә. Ял итеү, дауалау һәм туҡланыу өсөн тәүлегенә мин ән 1070 һум алдылар. Хәйер, "Яҡтыкүлдә" ойошторолған яҡшы дауалау һәм медперсоналдың иғтибары өсөн аҡса йәл түгел. Әммә ләкин күңелдә төйөн ҡалды - ял һәм байрам көндәрендә бер ниндәй процедура үткәрелмәүенә ҡарамаҫтан, ике аҙна булыу осоронда 14 көн өсөн тулыһынса түләргә тура килде.
       Дөйөм алғанда, ялым уңышлы үтте. Иң мөһиме - сәләмәтлегемде
       нығыттым һәм саф һауала рәхәтләнеп ял иттем.

Лилиә Южная
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал