6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Алға, еңел сәнәғәтте күтәрергә!
25.12.06


       Еңел сәнәғәтте бөгөн ялҡау ғына хурламайҙыр. Йәнәһе, хәҙе р әйберҙәрҙең сифаты насар, конкурентлыҡ һәләте юҡ сигендә, етештереү күләме кәмей. Һәм бының менән бәхәсләшеп булмай, х әл ысынлап та шулай. Әммә борондан килгән "Тәнҡитлә һәм тәҡдим ит!" постулатын хәтергә төшөрөгөҙ. Һәр бер кризистан кәм тигәндә лә ике сығыу юлы бар - йәки һәләк булыу, йәки һауығыу. Бына ошо икенсе юл тураһында һөйләшергә ваҡыт етте.
       Беренсе сиратта, килеп тыуған хәлгә объектив күҙ һалайыҡ. Башҡортостанда текстиль, тегеү һәм тире - аяҡ кейемдәре етештереү өлкәһе һаман да тотороҡло булыуҙан алыҫ. Ағымдағы йылдың 11 айында текстиль производствоһында ғына бер аҙ алға
       китеш теркәлгән. Тегеү тармағында иҫәпкә алынған продукция
       төрҙәрен - эске күлдәк, куртка, күлдәк - салбарҙар (костюмд ан тыш) - етештереү ҡыҫҡартылған. Тире - аяҡ кейемдәре тегеү өлкәһендә аяҡ кейемдәре етештереү күләме кәмегән.
       Шуныһы ҡыҙыҡлы: башҡорт предприятиеларының етештереү күләме кәмей, ә ҡулланыусыларҙың үҙебеҙҙә етештерелгән тауарҙарға иғтибары арта. Белгестәр баһалауынса, Рәсәйҙә тауарҙар алыуға дөйөм сығымдарҙың һәр бишенсе һумы текстиль һәм еңел сәнәғәт тауарҙарына тотонола.
       Беренсенән, беҙҙең етештереүселәргә күләгәләге арзанлы импорт ҡамасаулай. Әммә әлеге ваҡытта контрафакт һәм ялған тауарҙарҙы ҡыҫырыҡлап сығарыу һәм цивилизациялы эске ҡулланыусылар баҙары формалаштырыуға табан аҙымдар яһала. За конһыҙ етештереү, республика территорияһына еңел сәнәғәт тауарҙары индереү һәм һатыуға сик ҡуйыу эшмәкәрлеген көйләү өсөн Ведомство - ара эшсе төркөм булдырылды. Уның төп маҡсаты - министрлыҡтар, ведомстволар һәм предприятиелар араһында үҙ - ара килешеп эшләүҙе тәьмин итеү, сөнки бер таможня ла (хоҡуҡ һаҡлау органдарының ярҙамы менән булһа ла)
       "һоро" импорт проблемаһын хәл итә алмай.
       Бынан тыш, әйтергә кәрәк, етештереү күләме түбәнәйеүенең тағы бер сәбәбе бар. Республика предприятиелары етештергән продукция хаҡы буйынса ла, сифаты буйынса ла конкурентлыҡ һәләтенә иҫәп тота алмай.
       Бөгөн Башҡортостандың текстиль һәм тегеү производствоһы күләмен, нигеҙҙә, 14 ҙур һәм урта предприятие формалаштыра. Күләмдең 80 процент тирәһе Нефтекаманың "Искож" асыҡ акционерҙар йәмғиәте, "Ишембай трикотаж изделиелар фабрикаһы" ябыҡ акционерҙар йәмғиәте, "Ишембай ойоҡ фабрикаһы" ябыҡ акционерҙар йәмғиәте һәм Өфөнөң "Эш кейеме комбинаты" ябыҡ акционерҙар йәмғиәте кеүек алдынғы предприятиелар өлөшөнә тура килә. Шулай уҡ "Бөрө тегеү фабрикаһы" ябыҡ акционерҙар йәмғиәте, Туймазының "Туҡылмаған материалдар фабрикаһы" асыҡ акционерҙар йәмғиәте, Стәрлетамаҡтың "Кейем - һалым фабрикаһы" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте лә ярайһы уҡ юғары урын биләй.
       Ә бына "Өфө кизе - мамыҡ комбинаты" асыҡ акционерҙар йәмғиәте, "Салауат тегеү фирмаһы "Содис - стиль" асыҡ акционерҙар йәмғиәте, "Башҡорт буҫтау фабрикаһы" асыҡ акционерҙар йәмғиәте сәнәғәт производствоһы индекстарының түбәнәйеүенә юл ҡуйҙы. Һәм бының сәбәптәре бер нисә.
       Мәҫәлән, 2005 йылда ХБК - ла еп иләү производствоһы һәм ватин етештереү туҡтатылған. Туҡымалар һатып алынған әҙер ептән әҙерләнә башлаған. Етештереүҙә түбән тәгәрәү күҙәтелеү е шик тыуҙырмай. Әммә комбинат хужалары һәм етәкселәре бөгөн
       бар көсөн етештереү күләмен арттырыуға түгел, ә республикал а иң ҙурҙарҙан һаналған "Ирәмәл" сауҙа - күңел асыу комплекс ын сафҡа индереүгә йүнәлтә. Комбинаттың йыл эсендә алған дөйөм килем күләме 240 миллион һум тәшкил итһә, етештереүҙән ни бары 50 миллион алынған.
       "Содис - стиль" асыҡ акционерҙар йәмғиәте үткән йыл менән сағыштырғанда етештереү күләмен байтаҡҡа кәметкән. Был республиканың көс структураларынан куртка һәм плащтар тегеү буйынса отошһоҙ заказ алыу арҡаһында барлыҡҡа килгән, тип аңлатыла. Заказ фабрикала һаҡланған үҙҡиммәттән түбән хаҡ буйынса эшләнгән. Кәм тигәндә лә элекке кимәлгә ҡайтыу өсөн предприятиеға республиканың ҙур сәнәғәт предприятиеларынан махсус кейем тегеүгә заказдарҙы әүҙемерәк эҙләргә кәрәк.
       Ҙур текстиль предприятиеһы - "Башҡорт буҫтау комбинаты" асыҡ акционерҙар йәмғиәте яңы иҡтисади шарттарҙа эшләүгә өйрәнә алманы. Ул Туймазы районында урынлашҡан һәм ҡасабаның бөтә инфраструктураһы тупланған берҙән - бер сәнәғәт предприятиеһы булып тора. Барлыҡ системалар - торлаҡ
       фонды, электр селтәрҙәре, таҙартыу ҡоролмалары, көнкүреш хеҙмәтләндереү предприятиелары - бөтәһе лә комбинаттың эшенән тора. Әммә бөгөн унда етештереү буйынса конкурс иғлан
       ителгән. Конкурентлыҡҡа һәләтле продукция етештереү өсөн етештереү эшмәкәрлеген тулыһынса модернизациялау шарт.
       "Ишембай трикотаж әйберҙәр фабрикаһы" ябыҡ акционерҙар йәмғиәте складында һатылмай ятҡан тауарҙар запасы арта. Һөҙөмтәлә продукцияның айырым төрҙәрен сығарыуҙы ҡыҫҡартырға һәм тиҙ арала ассортиментты яңыртырға тура килә.
       Был ассортимент сәйәсәтенең алдан уйланып эшләнмәгәнлеге хаҡында һөйләй.
       Тегеү изделиелары етештереү үҫешенең бик аҡрын барыуы нимәгә бәйле Беренсе сиратта, кейем - һалым баҙарында конкурентлыҡтың юғары булыуына. Халыҡ бик үк ҡиммәт булмаған сит ил тауарҙарын һатып алыуҙы хуп күрә. Күпселек
       осраҡта ошоға бәйле республикала ассортимент сәнәғәт предприятиелары һәм көс структуралары өсөн эш һәм профессиональ кейемдәр етештереү файҙаһына үҙгәртеп ҡорола.
       Бөгөн тире әйберҙәр һәм аяҡ кейеме тегеү йүнәлешендә
       эшләгән дүрт предприятие араһында "Дәүләкән аяҡ кейеме фабрикаһы" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең индексы түбәнәйгән. Балалар өсөн аяҡ кейемдәре етештереүселәр менән конкурент ярышында ул бирешергә мәжбүр. Ә конкуренттар, нигеҙҙә, үҙ бизнесын һөҙөмтәле алып барыусы шәхси эшҡыуарҙар. Һуңғылары һалым түләү йәһәтенән льготаларға эйә һәм, ярашлы рәүештә, әйбергә хаҡтары ла түбәнерәк. Тағы ла килеп ойошма йәйге аяҡ кейемдәре етештереүгә генә йүнәлтелгән, һәм бөгөн
       дә складта һатылмай ятҡан продукция запастарын арттырыуын
       дауам итә.
       Текстиль, тегеү һәм тире - аяҡ кейеме етештереүҙе тотҡарла усы сәбәптәр бер нисә. Беренсенән, сеймал һатып алыу өсөн средство әйләнешенең етмәүе. Икенсенән, етештереүсе әҙерләп бирелгән схема буйынса эшләй - предприятиеға әҙер модель, лекало һәм материал бирелә һәм уның эшмәкәрлеге беселгән материалды ҡырҡып тегеүгә генә ҡайтып ҡала. Өсөнсөнән, етештереү ҡеүәте тулыһынса файҙаланылмай, ҡорамалдар иҫкерә, баҙарҙы өйрәнеү буйынса маркетинг хеҙмәттәре ҡәнәғәтләнерлек эш күрһәтмәй һәм башҡалар.
       Еңел сәнәғәттең үҫешен тәьмин итеү өсөн республикаға етди инвестициялар кәрәк.
       Етештереүҙе модернизациялауға иғтибарҙы арттырыу мотлаҡ. Бөгөн конкурентлыҡҡа һәләтлек юғары сифат, инновациялар, үҙ эшенең оҫталарын файҙаланыуға нигеҙләнергә тейеш. "Искож" асыҡ акционерҙар йәмғиәте бөгөн ошо юл буйлап бара, тип әйтергә кәрәк, унда йыл башынан инвестициялар күләме 60 миллион һумға еткән. "Учалы тегеү фабрикаһы" яуаплылығы
       сикләнгән йәмғиәтендә автоматика элементтары индерелгән яңы
       тегеү ҡорамалдары файҙаланыласаҡ, Новосибирск һәм Көньяҡ К ореянан килгән белгестәр персоналды улар менән файҙаланырға өйрәтә. "Нефтекама тире - галантерея фабрикаһы"
       асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә технологик ҡорамалдарҙы яңыртыуға ярты миллион һум бүленгән.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал