6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Киләсәккә пландар ҡоролдо
22.12.06


       Республика парламентының һуңғы, 42 - се ултырышы депутаттарҙың закондар сығарыу ҡомарын 28 пункттан торған көн тәртибе һәм дүрт айлыҡ көсөргәнешле хеҙмәткә йомғаҡ яһау
       менән сикләне. Үткән сессияның төп ваҡиғаһы булып, әлбиттә, Рәсәй Президенты тәҡдиме буйынса Мортаза Рәхимовҡа Башҡортостан Президенты вәкәләттәре бирелеүе һәм Дәүләт Йыйылышы депутаттарының быны бер тауыштан хуплауы торҙо. Башҡа эштәргә килгәндә, депутаттар үҙҙәренең республика һайлаусылары алдындағы ғәҙәти бурыстарын үтәне.
       Фаразлауыбыҙса, Рудик Исҡужин депутаттар тарафынан берҙәм рәүештә РФ Федерация Советына республиканың Дәүләт Йы йылышынан вәкил итеп һайланды.
       - Был хеҙмәт миңә яңы мөмкинселектәр бирә һәм, әлбиттә, б ик почетлы, эш миңә таныш, эшмәкәрлек өлкәһе лә билдәле һәм мин Башҡортостан закон сығарыусыларының лайыҡлы вәкиле булыу өсөн бөтә көсөмдө һаласаҡмын, - тине яңы сенатор. Элекке профессиональ разведчик Рудик Ғәзиз улы дүрт тел белә , юрист, халыҡ - ара сәйәсәт белгесе, һуңғы өс йылда ул Башҡортостандың башҡарма власынан сенатор булып эшләне.
       Депутаттар өсөнсө уҡыуҙа ярайһы уҡ әүҙем рәүештә алты
       закон проекты ҡабул итте, улар араһында республиканың ике
       үҙаллы һәм әһәмиәтле законы - экологик экспертиза һәм инновацион эшмәкәрлек тураһында - 2007 йылдың 1 ғинуарында ү ҙ көсөнә инәсәк. Бер юлы өс уҡыуҙа ҡаралған "Бала ҡарау өсөн
       опекундарға ( попечителдәргә) аҡса түләү тәртибе һәм күләме тураһында" законына төҙәтмәләр айырым иғтибар талап итә.
       БР Дәүләт Йыйылышы эшмәкәрлегенә уның рәйесе Константин Толкачев йомғаҡ яһаны.
       - Парламент президиумы ете ултырыш үткәрҙе, уларҙа 168 мәсьәлә ҡаралды. Биш пленар ултырышта 93 закон проекты тикшерелде һәм 52 закон ҡабул ителде - бөгөн уларҙың 42 - һе нә республика Президенты ҡул ҡуйған. Дөйөм алғанда, 189 ҡара р ҡабул ителгән, уларҙың 11 - е - норматив хоҡуҡи йөкмәткеле. Депутаттар 318 федераль закон проектын ҡараны һәм үҙ
       фекерен белдерҙе, шулай уҡ 137 закон сығарыу инициативаһы менән сығыш яһаны, - тип хәбәр итте Константин Борисович һәм
       бер нисә һүҙ менән генә парламенттың 2007 йылдың тәүге яртыһындағы киләсәген күҙаллап үтте.
       Ултырышта Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов, БР Хөкүмәте Премьер - министры Рафаэль Байдәүләтов һәм уның урынбаҫарҙары, Хөкүмәт һәм Федерация Советы ағзалары, федераль министрлыҡ һәм ведомстволарҙың территориаль органдары, республиканың суд һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары етәкселәре, ҡала һәм район хакимиәттәре етәкселәре, йәмәғәт ойошмалары һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнашты.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал