6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ

Милицияның автомобилдәр паркы тағы ла байыны
22.12.06


       Участка милиционерҙары өсөн "Нивалар", дежур частар өсөн "УАЗдар", омондар өсөн "Тигр": башҡорт милицияһының
       автомобилдәр паркына тағы 78 машина өҫтәлде. Милиционерҙар эшмәкәрлеге өсөн бөтә кәрәк - яраҡ менән йыһазландырылған өр - яңы автомобилдәр БР Эске эштәр министрлығының Уҡыу үҙәге бинаһы алдына теҙелде: республиканың эске эштәр министры Рафаил Диваев ҡала һәм район милицияһы бүлектәре вә килдәренә 40 "Нива", 25 "Газель" һәм 12"уазик" машинаһының а сҡыстарын тапшырҙы.
       - Оператив хеҙмәттәр өсөн өс ишекле "Нива" бик үк уңайлы түгел, участковыйҙар өсөн - бына тигән, - тип ҡыуана үҙенең тимер ярҙамсыһына Учалы районы милиционеры. - Миңә тапшырылған ике участка бер - береһенән 25 километрҙа урынлашҡан. Элек автобуста йәки юл ыңғай берәйһенә "эләгеп" йөрөргә тура килә ине. Хәҙер бөтөнләй икенсе хәл!
       Айырым тәғәйенләнештәге милиция отряды һалдаттарының яңы бронемашинаһы хаҡында айырым һөйләргә кәрәктер. Милиция тик "урыҫ "Хаммеры" тип йөрөткән "Тигр" оператив - хеҙмәт машинаһы Горький автомобиль заводында Эске эштәр министрлығының махсус подразделениелары өсөн эшләнгән.
       - Ете ярым тонна ауырлыҡтағы, ҡеүәте 205 ат көсөнә тиң бу лған бронялы машина бишенсе класлы һаҡҡа эйә, - тип һөйләй Б Р Эске эштәр министрлығының омон командиры Ирек Сәғитов. - Автомобиль шәхси составты ташыу һәм һаҡлау өсөн тәғәйенләнгән. Бер юлы машинаға тулыһынса экипировкалы 10 һалдат ултыра ала.
       Омон һалдаттары ҡарамағына биреү алдынан автомобиль полигонда һынау үткән: броняһы 7,62 калибрға тиклемге атыу ҡоралынан һәм шартлау ваҡытындағы ярсыҡтарҙан һаҡлай. Республикала "Тигрҙың" башҡа аналогтары юҡ - улар тотош илдә
       лә тиҫтәләп кенә иҫәпләнә.
       - Бындай бер машина өс миллион ярым һум тора, - тип дауам
       итә Сәғитов. - Махсус подразделениеларҙың бындай техникаға мохтаж булыуы күҙгә ташлана: "Тигр" ысынлап та яҡшы һаҡ тәьмин итә ала, ә хеҙмәткәрҙәрҙең ғүмере - иң мөһиме. Беҙ автомобилде республикала ла, төрлө командировкаларҙа ла
       файҙаланырға ниәтләйбеҙ.
       Дөйөм хаҡы 15 миллион һум тәшкил иткән техника республикағ а маҡсатлы тәғәйенләнеш буйынса Рәсәй Эске эштәр министрлығынан бирелгән.
       - Ғинуар айында ауылдарҙағы участковыйҙарға 153 "Нива" автомобиле тапшырылғайны, - тип иҫкә төшөрҙө Рафаил Диваев. - Былар барыһы ла Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй составына инеүенә 450 йыл тулыуын байрам итеүгә бәйле шәп ярҙам булды.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал