6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Вәлидов биографияһының "аҡ биттәре"
22.12.06


       Ғүмеренең һуңғы йылдарын Зәки Вәлиди Туған ( 1890 йылдың 22 декабре - 1970 йылдың 26 июле) үҙенең "Иҫтәлектәренә" бағышларға ниәтләй. Уның мемуарҙарынан тыш башҡорт милли
       хәрәкәте алдынғыһы, шәрҡиәтсе - тюркологтың биографияһын күҙ алдына килтереүе ҡыйын булыр ине. "Иҫтәлектәрҙең" тәүге китабы 1994 йылда урыҫ телендә Ғәзим Шафиҡов һәм Әмир
       Юлдашбаевтың тәржемәһендә сыға.
       Әхмәтзәки Вәлидов Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Маҡар в олосы Көҙән ауылында донъяға килә ( бөгөнгө Ишембай районы).
       Сығышы юрматы башҡорттарынан. Атаһы - Әхмәтша Вәлид улы Көҙ әнов - мәҙрәсә тота, уның мөҙәрисе һәм ауыл имамы вазифаһын башҡара. Әсәһе - Өммихаят оҫтабикә мәҙрәсәлә ҡыҙҙар төркөмө менән шөғөлләнә... Атаһынан Әхмәтзәки ислам буйынса белем ала, ғәрәп телен өйрәнә, әсәһе көнсығыш әҙәбиәте, фарсы теле нигеҙҙәренә төшөндөрә.
       Ғалим үҙе бала саҡ һәм үҫмер йылдарын ҙур йылылыҡ менән хәтергә төшөрә. Был турала ул түбәндәгеләрҙе яҙа: "Мин үҙемдең тыуған Көҙән, Ғәлиәкбәр, Алағуянбашы ауылдарын һәм А ҡбейек йәйләүен бик яраттым. Әммә беҙҙең көнкүреш мәҙәниәтенең артта ҡалғанлығы тормошҡа нисектер юғарынан күҙ һалырға мәжбүр итә ине. Тик һуңынан ғына мин урыҫ яҙыусылары Толстой һәм Аксаковтың башҡорттарҙың тормош фәлсәфәһен идеаллаштырыу мәғәнәһен һәм дөрөҫлөгөн аңланым. Б ыл йәмәғәт даирәһенең зыялылары миңә төрки, ғәрәп һәм фарсы мәҙәниәтен төшөндөрҙө, көнсығыш һәм көнбайыштың ҡайһы бер бөйөк аҡыл эйәләре менән таныштырҙы һәм һуңынан тө ҙәтмә һәм үҙгәрештәргә мохтаж булмаған әхлаҡи идеал һәм сәйәси маҡсат бирҙе. Ғалим былай тип хәтерләй: "Тауҙарҙа һәм йәйләүҙәрҙәге ябай көнкүрешебеҙ, айырыуса һоҡландырғыс тарихи риүәйәттәр, уларҙың әле лә халыҡ күңелендә сыңлаған сағылышы минең бала аңыма шул тиклем һеңеп ҡалған, хатта улар һуңынан, азатлыҡ өсөн көрәш барышында ла, мине иң киҫкен ҡарарҙар ҡабул итергә, тюркология һәм исламды өйрәнеү
       фәндәренең бөгөнгөһө һәм киләсәге тураһында хәл иткес пландар төҙөргә илһамландырҙы. Ошонан минең яҙмышым халҡым күңелендә бөгөн дә тере булған тарихи иҫтәлектәрҙең дауамы һәм һөҙөмтәһе булараҡ ҡабул ителергә тейешлеге
       аңлашыла".
       1908 йылда Вәлидов Ырымбурҙың "Хөсәиниә" мәҙрәсәһендә,
       артабан Ҡазандың "Ҡасимиә" мәҙрәсәһендә уҡый, төрки халыҡтары тарихы һәм ғәрәп әҙәбиәтенән дәрестәр бирә.
       Уның ижади һәм ғилми эшмәкәрлеге ошонда башлана, "Төркиҙәр һәм татарҙарҙың тарихы" (1912) китабы сыға. 1915 йылда һалдат хеҙмәтенән азат ителгән Зәки Вәлидов Өфөнөң "Усманиә" мәҙрәсәһендә төркиҙәр тарихы һәм төрки халыҡтары ә ҙәбиәте тарихы курсын алып бара.
       Ғалим Ғайса Хөсәйенов Зәки Вәлидиҙең ғилми - сәйәси һәм ғилми - педагогик эшмәкәрлеген шартлы рәүештә өс өлөшкә бүлә . Тәүге осор 1916 йылға тиклем - ғилми - педагогик эшмәкәрле к башы, ғалим - тарихсының аяҡҡа баҫыуы. Икенсеһе - 1917 - 192 2 йылдар - башҡорт милли хәрәкәт алдынғыһы, Башҡорт
       хөкүмәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе булған Вәлидиҙең дауыллы йәмәғәт - сәйәси эшмәкәрлеге. Өсөнсөһө - 1923 йылда н
       1970 йылға тиклем - эмиграция, исеме бөтә донъяға билдәле
       ғалим - шәрҡиәтсенең формалашыу осоро.
       Әхмәтзәки Вәлиди тормошо һәм эшмәкәрлегенең икенсе
       өлөшөн яҙыусылар һәм тарихсылар айырыуса тулы өйрәнә. Был й әһәттән ғалим Марат Ҡолшәриповтың хеҙмәттәрен хәтергә төшөрөү етә.
       Өсөнсө өлөш буйынса тарихи тикшереүҙәр алып барыуы ҡатмарлыраҡ. Вәлиди ғүмеренең байтаҡ өлөшөн сит илдәрҙә үткәрә. Уның эшмәкәрлегенә ҡағылышлы документтар бөтә донъя - Төркиә, Австрия, Германия, Франция, АҠШ, Италия - буйлап таралған...
       Әхмәтзәки Вәлидовтың "Иҫтәлектәрендә" ҡайһы бер бүлектәр
       айырып билдәләнә: "Максим Горький менән осрашыу", "консул Кәрим Хәкимов менән осрашыу", "Күренекле Плеханов менән осрашыу", "Шаляпин менән осрашыу", "Фрунзе менән осрашыуҙарҙан" һ.б.
       Өҫтәмә документтар, иҫтәлектәр, баҫма сығанаҡтарҙы йәлеп итеп, Вәлидовтың был кешеләр, мәҫәлән, Шаляпин менән танышлығы тураһындағы мәғлүмәттәрҙе киңәйтергә мөмкин. Опера йырсыһы булараҡ, уны Вәлиди беренсе тапҡыр Ҡазанда
       ишетә.
       Иҫтәлектәрҙән:
       "... Мәҙрәсәлә уҡытыусылыҡ итеү менән бергә мин гимназия программаһы буйынса имтихандар тапшырыу һәм башҡа телдәрҙә уҡытҡан мәктәптәрҙә лә эшләү мөмкинселеген алыу
       өсөн күнекмәләрҙе дауам иттем. Латин һәм немец теле буйынса әҙерләүсе уҡытыусылар урыҫ зыялылары менән яҡынлашыуыма булышлыҡ итте. Улар менән бергә мин йыш ҡына ҡаланың урыҫ театрына барғыланым. Минең өсөн ул үҙенсәлекле мәктәп булды.
       Бер тапҡыр гастролдәргә килгән Шаляпин ҡатнашлығындағы "Король Лир" операһын тыңларға тура килде. Һуңынан, 1934 йылда, был бөйөк артист менән Австрияның Кицбюэль ҡалаһында осрашҡас, уға операнан алған тәүге тәьҫораттарым хаҡында һөйләнем..."
       1919 йылдың 10 декабрендә Мәскәүҙә етенсе Бөтә Рәсәй Советтар съезы үтә. Унда Әхмәтзәки Вәлиди ҙә ҡатнаша. Был хаҡта түбәндәгеләрҙе хәтерләй:
       "Съезд тамамланғас, беҙ ҙур концерт ҡараныҡ. Шаляпин "Дубинушканы" йырланы. Ике меңгә яҡын тамашасы алдында Шаляпиндың тауышы бар ҡеүәтенә яңғыраны, һәр бер һүҙе айырым асыҡ ишетелә ине. Концерттан һуң мин уның янына индем. Уның тәкәбберлеге хаҡында электән ҡурҡып һөйләйҙәр. Миңә ҡарата мөнәсәбәтендә бер ниндәй ҙә мин - минлек һиҙмәнем, киреһенсә. 1918 йылдың аҙағында, Советтар менән татыулыҡ урынлаштырырға тырышҡан ваҡытта ярҙам һорап
       Горькийға һәм Шаляпинға мөрәжәғәт иткәйнем. Мине күргәс
       Шаляпин шаяртып: "Хат яҙыуын яҙҙығыҙ ҙа, тик минән файҙа ғына булманы. Әгәр тағы ла шундайыраҡ хәрәкәт башлаһағыҙ, зинһар өсөн, миңә хаттар яҙмағыҙ!" - тип көлдө. Йәғни, мине тағы ла фетнә күтәрергә һәләтле кеше тип һанай ине ул. Әммә был һүҙҙәрҙе ул эргәлә сит ҡолаҡтар булмауынан файҙаланып ҡына әйтте. "Шаяртам, артабан аҡыллыраҡ булырығыҙға ышанам. Шулай ҙа уларға (йәғни, большевиктарға) ышаныуы бик ҡыйын", - тип өҫтәне. 1935 йылда беҙ уның менән инде Австрияла осраштыҡ. Ә танышыуыбыҙ 1915 йылда Мустамякиҙа, ул Горькийҙа туҡталған ваҡытта булды. Әммә опера йырсыһы булараҡ мин уны 1910 йылдан алып тыңлайым һәм яратам. Айырыуса уның башҡарыуында Борис Годунов партияһы тәрән тәьҫораттар ҡалдырҙы".
       Күпме асыҡланмаған һорауҙар барлыҡҡа килә: тәүге осрашыу Мустамякиҙа була, Вәлидов һәм Шаляпин хат алыша, 1919 йылда театрҙа, һуңынан, 1935 йылда, Австрияла осрашалар. Хаттар, Горькийҙағы осрашыу хаҡында иҫтәлектәр һаҡланырға тейеш ине бит. Оҙаҡ ваҡыт Әхмәтзәки Вәлидовтың Совет власы дошманы булып иҫәпләнеүе аңлашыла. Горькийҙың әҫәрҙәр йыйынтығынан д а, Шаляпиндың автобиография китаптарынан да уның тураһында хәтерләүҙәр алып ташланғандыр, күрәһең. Ләкин хәҙер заман үҙгәрҙе. Бындай документтарҙы эҙләргә һәм табырға кәрәк. Был тарихсылар, әҙәбиәтселәр, крайҙы өйрәнеүселәр, беренсе сиратта, Башҡортостандың намыҫ эше.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал