6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Йүнәлеш - еңеүгә табан
22.12.06


       "Берҙәм Рәсәй" партияһының Башҡортостандағы бүлексәһе сәйәси советы төбәк һәм урындағы бүлексәләр алдында 11 мартта үтәсәк һайлауҙарҙа һәр бер депутат мандатына берәр кандидат тәҡдим итергә тигән бурыс ҡуйҙы. "Граждандар беҙгә ышана, хәҙер был ышанысты аҡларға ваҡыт", - тип хәл итте Башҡортостандың "берҙәм рәсәйлеләре". Партияның урындағы бүлексәләре ауылдарҙағы вәкиллек органдарына 12 719 кандидат
       тәҡдим итәсәк.
       Дөйөм алғанда, сәйәси советтың ҡарарында бер ниндәй ҙә ғәҙәттән тыш хәл юҡ. "Берҙәм Рәсәйҙең" төбәк бүлексәһендә 1811 "первичка" иҫәпләнә, ә республикалағы партия ағзалары һаны 27 меңдән артты. "Берҙәм рәсәйлеләр" был үҫештә, , "ғөмүмән, партияның халыҡ араһында абруйы күтәрелеүен" күрә. Ул ғына ла түгел, 69 муниципаль берәмек хакимиәте башлыҡтарының 68 - е партия ағзаһы булып тора, тип белдерҙе үҙенең докладында "Берҙәм Рәсәйҙең" етенсе съезы делегаты, төбәк башҡарма комитеты етәксеһе урынбаҫары Александр Головков. Совет рәйестәре араһында муниципаль берәмек башлыҡтарының 70 проценты - партия ағзалары, ауыл хакимиәте башлыҡтары араһында һәр икенсеһе "берҙәм рәсәйле".
       - Партияның урындарҙағы абруйы күп кенә башҡарма орган етәкселәре һәм хеҙмәткәрҙәре, хужалыҡ һәм учреждение етәкселәренең партияға инеүенә булышлыҡ итә. Беҙ берҙәм командала эшләйбеҙ: закондар сығарыу власы - хөкүмәт - ҡала һәм район хакимиәттәре. Ә дөйөм етәкселекте, үҫештең йүнәлешен һәм идеологияһын Президент - Мортаза Рәхимов, партияның Юғары советы ағзаһы билдәләй, - тип һыҙыҡ өҫтөнә
       алды Александр Головков һәм лидер Борис Грызловтың һүҙҙәрен ҡабатланы: "Партия ошо мәлдән башлап бөтә кимәлдәге һайлауҙарҙа ла еңеү бурысын ҡуя".
       Ултырышта ҡатнашыусылар партияның Екатеринбургта үткән съезд йомғаҡтарын тикшерҙе һәм бүлексәнең 2007 йылға пландарын билдәләне. Был эш ауыр булманы. "Берҙәм Рәсәйҙең" съезда ҡабул ителгән, кәм тигәндә лә 10 йылға приоритеттарын билдәләүсе программа документтары, Башҡортостан бүлексәһенең үткән конференцияла ҡабул ителгән һәм үҙ ваҡытында Үҙәк башҡарма комитетына еткерелгән тәҡдимдәренә л ә индерелде. Мәҫәлән, партияның программа ғаризаһында Башҡортостан өсөн мөһим булған түбәндәге тезис бар: "Беҙ үҙебеҙ төҙөгән ил образын яҡшы күҙ алдына килтерәбеҙ: ул - этник - ара мөнәсәбәттәр тотороҡло үҫешкән, федерация субъекттары һәм муниципаль берәмектәр финанс йәһәтенән тәьмин ителгән, власть кимәлдәре араһындағы вәкәләттәр билдәләнгән федератив дәүләт..."
       Ултырышта ҡатнашыусылар билдәләүенсә, "Берҙәм Рәсәй" үҙ вәғәҙәләрен үтәй һәм һәр бер кеше мәнфәғәте, халыҡ һәм бөтә
       ил мәнфәғәтенән сығып эшләй.
       - Беҙ төбәк кимәлендә лә Башҡортостанда иҡтисад һәм социал ь именлектең алға барыуын дәлилләүсе факттар килтерә алабыҙ. Яңы юлдар төҙөлә, ауылдарға газ килә, дауаханалар, мәктәптәр , социаль - мәҙәни объекттар, торлаҡ төҙөлә, ауыл - ҡалалар төҙөкләндерелә. Етештерелгән продукция күләменең артыуы, яңы производство ҡеүәттәре индерелеүе, инновацион технологиялар һәм фән үҫеше, халыҡ тураһында хәстәрлек күреү , халыҡтар дуҫлығы - былар барыһы ла республика тормошоноң сағыу өлгөләре. Был факттарҙы пропагандала файҙаланмау мөмкин түгел, - тип ышаныслы билдәләне Александр Головков һәм төп бурысты билдәләне. - Рәсәйҙең киләсәге мәнфәғәтендә 2007 йылдың мартында һәм артабанғы һайлауҙарҙа "Берҙәм Рәсәй" партияһы еңһен өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләргә кәрәк, ул - бөгөнгө Президенттың курсын дауам итерг ә һәм үҫтерергә әҙер булған һәм иң мөһиме быны эшләргә һәләт ле сәйәси көс.
       Хәҙер "Берҙәм Рәсәй" республикала беренсе планға "идеологи я һәм агитация - пропаганда мәсьәләһен" ҡуясаҡ. "Һәр бер һайлаусы "Берҙәм Рәсәйҙең" үҙ вәғәҙәһен үтәүенә ышанырға тейеш". "Единоростар" республика, ҡала һәм райондарҙың киң мәғлүмәт саралары был өлкәлә ярҙам итер тип ышана.
       Партияның төбәк бүлексәһенең яҡын аралағы проекты - Нефтекамала "Берҙәм Рәсәй" көндәре - ошо аҙна аҙағында үтәсәк. Был йолаға әйләнеп бара. "Берҙәм рәсәйлеләрҙең" тәүг е көндәре Белоретта, Сибайҙа, Белорет һәм Әбйәлил райондарында Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ ойошмалары ассоциацияһы менән берлектә ойошторолғайны. Был сара, бүлексә етәкселәре билдәләүенсә, Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй составына инеүенә 450 йыл тулыуына
       арналды.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал