6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Халтурин Өфөгә нисек килеп эләккән
21.12.06


       Үткән быуаттың 70 - 80 - се йылдарында, Владимир Ульянов Өфөгә килгәнгә тиклем, ҡалала революция эшмәкәрлеге менән
       народниктар шөғөлләнгән. Народниктар түңәрәге 1875 йылда ойошторола. Унда ҡатнашыусылар йыйылыштар үткәрә, прокламациялар тарата. Ләкин полиция эҙәрлекләүе арҡаһында түңәрәктең эшмәкәрлеге туҡтатыла.
       Эстафетаны Петербургтан Өфөгә полиция күҙәтеүе аҫтына ебәрелгән Павел Иванович Кларк эләктереп ала, народоволецтар
       түңәрәген ойоштора, йәшерен типография булдыра. Унда йөрөүселәр йәштәр араһында өгөтләү эше алып бара, йыйылыштар үткәрә. Эшселәр араһында пропаганда алып
       барыусы революцион народниктар менән Степан Халтурин да таныш була. Ул "Урыҫ эшселәренең төньяҡ берләшмәһен" ойоштороусыларҙың береһе, берләшмә тарҡалғандан һуң Сормовта, Өфөлә була, Павел Кларктың түңәрәгендәге күнекмәләрҙә ҡатнаша, берләшмәне тергеҙеү маҡсаты менән йәшәй. Өфөлә ул ваҡытта уның бер туған ағаһы йәшәй һәм эшләй, революцион көрәштәше Алексей Петерсон да бында була.
       Халтуриндың Өфөгә килеп китеүенән һуң Павел Кларктың түңәрәге сәскә ата (әйткәндәй, ул революциянан һуң Эрмитаждың тәүге директоры булып эшләй). Ул "Халыҡ ихтыяры" ойошмаһы менән бәйләнеш тота. Мәҫәлән, 1887 йылдың 1 мартындағы эш ( Александр өсөнсөгә һөжүм итеү) буйынса ҡулға
       алынған Александр Ильич Ульяновтың (В. И. Лениндың ағаһы) ҡуйын дәфтәрендә Павел Кларк һәм уның ярҙамсыһы Иван Мерзляковтың адрестары һәм фатирҙарының урынлашыу планы
       күрһәтелгән. Батшаға һөжүм иткәндән һуң, унда ҡатнашыусылар
       Өфөлә йәшеренергә ниәтләй, тип фараз ителә. Павел Кларк
       йәшәгән һәм, эҙемтә булараҡ, Степан Халтурин булып киткән бер ҡатлы ағас йорт Ҙур Ҡазан урамында ( бөгөн Октябрь революцияһы) урынлашҡан.
       Степан Николаевич Халтуриндың ( иҫке стиль буйынса 1856 йылдың 21 декабре - 1882 йылдың 22 марты) кемлеген хәтергә төшөрәйек. Өфөнөң Совет районында уның исемен йөрөтөүсе урам бар.
       1880 йылдың 5 февралендә киске сәғәт етенселә Ҡышҡы һарайҙы көслө шартлау тетрәтә. Батша ашханаһының стеналары һ әм иҙәне емерелә. Әммә был көнө төшкө ашҡа һуңлаған Александр икенсе иҫән ҡала. Шартлауҙан һуң шунда уҡ ағастан йыһаз эшләү оҫтаһы Батышков һарайҙан юҡҡа сыға. Полиция был фамилия аҫтында эшсе - революционер, "төньяҡ берләшмә" эше б уйынса эҙәрлекләнеүсе Степан Халтурин йәшеренеүен асыҡлай.
       Степан Халтурин Вятский губернаһы Орел өйәҙенең Верхние Журавли ауылында донъяға килә. Техник училище тамамлай. Мәскәүҙә тимер юл оҫтаханаларында эшләй. Легаль булмаған
       түңәрәктәрҙә шөғөлләнә, революцион народниктар менән таныша. 1878 йылда Петербургта көрәштәштәре менән бергә "Урыҫ эшселәренең төньяҡ берләшмәһен" ойоштора. Әммә тиҙҙән уның етәкселәре ҡулға алына, берләшмә тарҡатыла. Ул ваҡытта Халтурин "Халыҡ ихтыярының" башҡарма комитетына
       инә, уның ҡушыуы буйынса Одессаның хәрби прокуроры Стрельниковты үлтерә. Тикшереү ваҡытында үҙен бик ҡыйыу тота , ысын исемен әйтмәй һәм 1882 йылдың 22 мартында Степанов фамилияһы аҫтында, 26 йәшендә язалап үлтерелә.
       1924 йылда Өфө урамдарының береһенә Степан Николаевич Халтурин исеме бирелә. Георгий Плеханов, Владимир Ильич Ленин эшсе - революционерҙы юғары баһалай. Лениндың Кремлдәге эш үлмәһендә Халтуриндың барельеф рәсеме һаҡлана.
       Беҙҙең өсөн түбәндәгеһе ҡыҙыҡлы. 1896 йылдың 16 апрелендә
       Вятский жандармерия идаралығы начальнигы исеменә Халтурин хаҡында түбәндәге йөкмәткеле запрос килә: " Өфө өйәҙе земствоһында Орел өйәҙе Вятский губернаһы крәҫтиәне, Ҡышҡы һ арайҙы шартлатыуҙа ҡатнашҡан билдәле дәүләт енәйәтсеһе Степан Николаевич Халтуриндың ағаһы Павел Николаевич Халтурин агроном ярҙамсыһы булып эшләй.
       Әйтелгән Павел Халтуриндың сәйәси ышаныслылығы тураһында мәғлүмәттәр йыйыу сәбәпле, мин Һеҙгә ышанып тапшырылған идаралыҡта Павел Халтурин тураһында эштәр йәки уны сәйәси
       яҡтан яманлаусы берәй төрлө мәғлүмәт булыу - булмауы хаҡынд а һорарға баҙнат итәм".
       Был документ Степан Халтурин язалап үлтерелгәндән һуң 14 йыл үткәс барлыҡҡа килә.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал