6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Татарса шаярабыҙ ҙа көләбеҙ
21.12.06


       Башҡортостанда КВН хәрәкәте киңәйгәндән - киңәйә бара. Республика лигаһы уйындарынан тыш, шаян һәм тапҡырҙарҙың урыҫ телендә генә түгел, башҡорт һәм татар телендәге үткән осрашыуҙары ла йолаға инә бара.
       Ошо көндәрҙә Өфөлә булып уҙған "Шаяндар һәм тапҡырҙар"
       КВН - уйындары республика Клубының татар лигаһы аяғында
       ышаныслы баҫып тороуын дәлилләне.
       Өфө командалары ("Уникс", "Уникс - гранд", "Өфө хазиналар ы"), Стәрлемаҡтан "Баста", Туймазынан "Ig", Бөрөнән килгән " Озын борыннар" һәм Яр Саллы ҡалаһы ҡунаҡтары Өфөнөң "Нур"
       дәүләт татар театры сәхнәһендә үткән ярыштың төп геройҙарына әүерелде. Егеттәр һәм ҡыҙҙар татар телендә шаяртыуҙарын һипте генә, һәм улар, тамашасыларҙың кәйефенә ҡ арағанда, ярайһы уңышлы булды.
       - Күптән былай рәхәтләнеп көлгәнем юҡ ине. Татар лигаһынд а бындай көслө командалар булыуын белмәнем, - тип осрашыуҙан а лған тәьҫораттары менән уртаҡлаша жюри рәйесе, билдәле йырсы Айҙар Ғәлимов.
       Артист уйынсыларҙың тиҙ арала көлкөлө яуап уйлап табыу һәләтен дә тикшерҙе. Был ярышта Дима Билан йыш ҡына төп
       геройға әйләнде. "Дима Биландың уңышын кем ҡабатлай алыр" - тип һорау бирҙе Айҙар Ғәни улы.
       "Баста" командаһы ағзалары "Евровидениеға" үҙҙәре барырға
       теләк белдерҙе һәм артистың бағыусы ярҙамына өмөтләнеүенә ишара яһаны. "Озын борыннар" йырсының үҙенә еңеү вәғәҙә итте. "Өфө хазиналары" иһә Моисеевҡа ышаныс белдерҙе.
       Командаларҙың кимәле төрлө булыуына ҡарамаҫтан, КВН уңышлы булды, тип әйтергә кәрәк. Яр Саллы шаяндарының өлгөһө иғтибар итерлек. Әгәр "Әкәмәт" командаһына оҫталыҡтарын бер аҙ камиллаштырыу талап ителһә, уларҙың "Sangat FM" командаһындағы коллегалары өсөн ҡыуанырға ғына ҡ ала. Жюри ағзаһы, "Политрон" предприятиеһы етәксеһе Әсхәт Ҡорманаев уларҙың сығышын шулай тип баһаланы. "Sangat FM" судьялар комиссияһының башҡа ағзаларының күңеленә лә хуш килде һәм быйылғы уйындарҙың еңеүсеһе тип иғлан ителде. Комиссия шулай уҡ өсөнсө урын биләүсе "Ig" командаһын да
       юғары баһаланы. "Бастаның" мөмкинселектәре шәп, тип билдәләне жюри һәм уға икенсе урын бирҙе. Судьялар Бөрөнән килгән "озын борыннарның" киләсәге лә уңышлы булыр тип
       ышана.
       КВН уйындарын БР Дәүләт йәштәр комитеты һәм "Азатлыҡ" татар йәштәре берләшмәһе билдәһе аҫтында үтә. Татарстандан килгән команданың да ярышта ҡатнашыуына Татарстан һәм Башҡортостан араһында дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек буйынса "Ағиҙел" йәмәғәт ойошмаһы булышлыҡ иткән. Уның етәксеһе Мәүзир Ғиниәтуллин әйтеүенсә, бындай уртаҡ уйындар үткәрелә a`xk`s{m` етенсе йыл инде. Башҡорт дәүләт университетының "Өфө хазиналары" командаһы, мәҫәлән, Ял Саллы ҡалаһында
       КВН - осрашыуҙа булып ҡайтҡан. Уны ла бик көслө команда, ти п билдәләне Татарстан килгән ҡунаҡ һәм "хазиналарға" махсус приз тапшырҙы.
       P. S. Уйында яңғыраған ҡайһы бер шаяртыуҙар...
       - Авторалли буйынса үткән ярыштарҙа осраҡлы рәүештә трассаға килеп ингән 75 - се маршрут автобусы еңде.
       - Алты йыл буйына эсмәнем дә, тартманым ла, ҡыҙҙарға ла ҡараманым...
       - Шунан
       - Мәктәпкә барҙым.
       Ҡыҙҙарҙы ике һорау борсой! "Нимә ашарға" һәм "Нисек ябығырға".
       - Ярама тоҙ һипмә... (тешләнгән помидор арияһынан).

Гөлназ Шәрәфлисламова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал