6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

МУПтар һәм уларҙың төркөмдәре
21.12.06


       Өфө балансында иҫәпләнгән муниципаль унитар предприятиеларҙы төркөмдәргә төрлөсә бүлергә мөмкин. Мәҫәлән, теге йәки был был предприятие эшләгән тармаҡ буйынса. Йәки улар урынлашҡан райондарға ҡарап бүлергә була.
       Әммә килем алыу принцибы буйынса бүлеп ҡарауы ҡыҙыҡлыраҡ.
       Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтендә үткән матбуғат конференцияһында хакимиәт башлығы урынбаҫары Рәмил Дилмөхәмәтов сығыш яһаны, ул муниципаль унитар предприятиелар һәм учреждениеларҙың 2006 йылға эш йомғаҡтары менән уртаҡлашты. Бөгөн Өфөнөң муниципаль милкенә 111 предприятие ҡарай. Уларҙың 87 - һе табышлы эшләй . Туғыҙ ай йомғаҡтары буйынса иң һөҙөмтәле эшләүсе тип "Уфаводоканал" муниципаль унитар предприятиеһы һанала, уның саф табыш күләме 102 миллион һумдан ашыу тәшкил иткән. "Өфө инвестиция - төҙөлөш комитеты" муниципаль унитар предприятиеһы унан байтаҡҡа ҡалышһа ла килемен тиҫтәләрсә миллионлап иҫәпләй ( 16, 6 миллион). "Өфө торлаҡ хужалығы идаралығы" ун миллионға саҡ ҡына барып етмәгән. "Көньяҡ" баҙары, "Өфө - матбуғат", "Аҡтау" һәм "Ағиҙел" ҡунаҡханалары икешәр миллион һум алған. Килемдең дөйөм күләме 147 миллион һумдан ашыу тәшкил итә.
       Әммә күп кенә табышлы эшләүсе предприятиеларҙың да эшмәкәрлеге уртасанан түбәнерәк иҫәпләнә. 16 муниципаль предприятие ғына 400 меңдән ашыу килем алған.
       МУПтарҙың саф табышының ун проценты Өфө бюджетына иҫәпләнә. Бөгөнгө көнгә ул 32 миллион һумға яҡын тәшкил итә һәм план арттырып үтәлгән, тип әйтергә була.
       Ә бына 24 предприятие быйыл "минуста" ҡала, һәм был минус
       24 миллион тәшкил иткән. Килемһеҙ эшләүселәр араһында - "Өфө электр транспорты идаралығы", "Уфагортранс" һәм "Ҡашҡаҙан" мәҙәниәт һәм ял паркы ла бар. Ҡала транспорты уның менән ғәмәлдә пенсионерҙар һәм "льготниктар" файҙаланыуы сәбәпле килемһеҙ эшләй. Әммә унда нәҡ ошо категориялар йөрөүе транспортты эшләтеү өсөн сәбәп булып тора ла инде. Һәм "Ҡашҡаҙан" да әлегә табыш килтермәй, сөнки
       унда ял итеүселәр аҡсаларын сарыф итерлек аттракциондар, кафелар аҙыраҡ.
       Хәҙер бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәре араһында килемһеҙ эшләүсе торлаҡ хужалығын үҙ ҡулдарына алырға теләк белдереүселәр етерлек. Шулай уҡ табыш бирмәгән мунсаларҙы һатып алырға теләүселәр күп. Әммә ҡала әлегә мунсаларға дәғү ә итеүселәрҙең теләген кире ҡаға, сөнки ҡала мунсалары ҡала транспорты кеүек үк - уларға шулай уҡ йышыраҡ пенсионерҙар һәм льгота менән файҙаланыусылар йөрөй, һәм был структура шәхси эшҡыуарҙар ҡулына күсһә, уларға ярыҡ ялғаш эргәһендә ултырып ҡалыу янай.
       Дилмөхәмәтов билдәләүенсә, күп кенә предприятиеларҙың килемһеҙ эшләүендә етәкселек ғәйепле. Уларҙың эш формалары ә легә ҡала күрергә теләгән һөҙөмтәне бирмәй. Шуға күрә киләсәктә мотлаҡ рәүештә мониторинг һәм предприятиелар
       эшмәкәрлеге буйынса аудитор тикшереүҙәр үткәрергә планлаштырыла. Етәкселәрҙең һөҙөмтә өсөн яуаплылығын бермә - бер арттырырға кәрәк.
       Рәмил Хөрмәт улы шулай уҡ балалар баҡсаларының элекке биналары муниципаль милеккә ҡайтарылыуы тураһында һөйләне. У ларҙың бик күптәре үҙ ваҡытында башҡа ойошмаларға тапшырылып, профилдәрен үҙгәрткәйне. Хәҙер иһә Өфөлә яңы мәктәпкәсә учреждениелар төҙөү өсөн урын ҡалманы тип әйтергә була, сөнки бинанан тыш балаларға ял итеү территориялары өсөн дә урын кәрәк. Бөгөнгө көндә балаларын баҡсаға урынлаштырырға теләүсе 16 мең ғаилә сиратта тора, хатта Мәскәүҙә лә сират аҙыраҡ, тиҙәр. Шуға күрә әлеге ваҡыт та элекке балалар баҡсалары әүҙем рәүештә үҙҙәренең элекке эшмәкәрлегенә әйләнеп ҡайта. 2004 йылдан башлап ошондай биш балалар баҡсаһы иҫәпләнә - Орджоникидзе һәм Калинин райондарында 5 - се, 9 - сы, 58 - се, 264 - се һәм 187 - се балалар баҡсалары кире ҡайтарылған, шулай уҡ Октябрь һәм Кир ов районында ике баҡса ( 55 - се һәм 35 - се) төҙөлгән.
       2010 йылға тиклем ике мең урынлыҡ 14 балалар баҡсаһын муниципаль милеккә ҡайтарыу һәм мең ярым урынлыҡ ун балалар баҡсаһы төҙөү панлаштырыла. "Урал", "Ҡариҙел", "Көньяҡ", "Колгуев", "Йондоҙ", "Глумилино", "Затон" һәм "Сипайлово"
       биҫтәләренә берәр балалар баҡсаһы тура киләсәк.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал