6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

Тамашасыға яңы йыл бүләге
21.12.06


       ... Улар осраҡлы рәүештә уртаҡ таныштарының дачаһында
       осраша. Ир кеше берҙән - бер һәм ҡабатланмаҫ һөйгәнен табырға хыяллана. Ҡатын - бөгөн дә бәхет ҡошона ышаныусы яңғыҙ йән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, дачала үткән кистә улар икенсе уйында ҡатнашырға мәжбүр. Юҡһа был пьеса ла, тамаша ла, Өфөнөң дәүләт татар театры "Нур" сәнғәт һөйөүселәргә бүләк иткән был матур байрам да булмаҫ ине.
       БР атҡаҙанған артисы Илдар Вәлиев тамашасыға Ҡазан драматургы Эсфир Йәһүҙиндың пьесаһы буйынса ҡуйылған "Бер та пҡыр дачала" спектаклен тәҡдим итте. Төп ролдә - Яҙмыш
       ханым үҙе.
       Ябай комедия сюжетына ҡарамаҫтан, пьеса, режиссерҙың фекере буйынса, һәр беребеҙгә таныш булған ярайһы уҡ етди әхлаҡи проблемаларҙы күтәреп сыға.
       - Бөгөн айырылышыуҙар проблемаһы көнүҙәк, - ти Илдар Иршат улы. - Уның сәбәбе нимәлә Кем ғәйепле.. Сәхнәлә авто р биргән хәлде күрһәтеп, беҙ артистар менән бергә ошо тема өҫтөндә уйланабыҙ, фекер йөрөтәбеҙ.
       Классик әйтеүенсә, кеше был донъяға яңғыҙы килә һәм ғүмер буйына икенсе яртыһын эҙләй. Беҙҙең геройҙар ҙа шундай уҡ ситуацияла. Улар яңғыҙлыҡ йылдары аша күңел таҙалығын һәм саф тойғоларын һаҡлап ҡала алған. Әйткәндәй, тамашасыларға ла ошоно уҡ теләйбеҙ. Еңел булмаған тормош баҫҡыстары буйлап
       атлағанда ла мөхәббәткә ышанысты юғалтмағыҙ, - ти спектакль
       режиссеры.
       Спектаклдә БР атҡаҙанған артистары Рәсимә Ғәйфулина һәм Фина Вәлиева, шулай уҡ Рәшит Мөҙәрисов, Резида Зарипова, Айрат Фәтихов, Альберт Шәрәфетдинов һәм Рөстәм Сәлихов ҡатнаша. Дача комедияһының премьераһын сәнғәт һөйөүселәр 2 8, 29 декабрҙә һәм яңы йылда - 4, 5, 8, 17, 28 ғинуарҙа күрә
       ала. Көлөргә ашығығыҙ!

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал