6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Чудов ҡайтты! Миҙалһыҙ
20.12.06


       Календарь буйынса ҡыш етте лә кеүек, әммә тыштағы һауа торошо һуңлап килгән көҙҙө хәтерләтә. Шулай булыуына ҡарамаҫтан, беҙҙың өсөн һалҡын миҙгелдең төп спорт геройы булып ҡышҡы биатлон вәкиле Максим Чудов ҡала.
       Донъя кубогында Чудов бер тапҡыр ғына мәрәйһеҙ зонаға - иң яҡшы утыҙ спортсы иҫәбенә эләкте. Ҡалған старттарҙа иһә ул иң көслөләр араһында булды. Максимдың өс уҙышы подиум менән тамамланды. Ул Рәсәйҙең йыйылма командаһы менән бергә эстафетала еңеп сыҡты, спринт буйынса икенсе урын яуланы, һәм "четверкала" көмөш миҙалға лайыҡ булды.
       Максимдың туранан - тура ҡатнашлығында бөтә старттар һөҙөмтәһе буйынса илебеҙҙең йыйылма командаһы милләттәр кубогында немецтарға ғына бирешеп, икенсе урында килә. Үткән
       ике эстафета буйынса улар иң алға сыҡты.
       Донъя кубогының дөйөм зачетында һәм барлыҡ спринт оҫталары араһында Максим 13 - сө урын биләй. Был позицияны Чудов өсөн бәхетһеҙ тип әйтеп булмай, киреһенсә, унан тороп лидерҙарға һөжүм итеүе уңайлыраҡ.
       Биатлонда - тәнәфес. Спортсыларға байрам өҫтәле өсөн аҙыҡ
       - түлек һәм бүләктәр артынан йүгерергә, яңы йылды ғаилә уса ғы
       эргәһендә ҡаршы алырға мөмкинселек бирелде.
       Ошо көндәрҙә Максим Өфөгә әйләнеп ҡайтты, һәм беҙ кеҫә телефоны аша уға бер нисә һорау биреү мөмкинселегенә эйә
       булдыҡ.
       - Һеҙҙе донъя кубогында яуланған өс миҙал менән ҡотларға рөхсәт итегеҙ...
       - Уны миҙал тип әйтеп булмай. Донъя кубоктары - коммерция ярыштары. Эйе - подиум бар, әммә миҙалһыҙ. Мәрәйҙәр һанала, ә миҙалдар - донъя чемпионаттары һәм Олимпиадаларҙа ғына.
       - Быйыл әҙерлек шәптән булманымы Ҡар аҙыраҡмы
       - Эйе, аҙыраҡ. Хатта беҙҙең йүгереү техникаһында ла ниндәйҙер ҡыйыуһыҙлыҡ һиҙелә. Ҡар менән килеп сыҡманы. Тейешле әҙерлек булмауы ла ошоға бәйле. Ҡар булмауы сәбәпле Словакиялағы этап үткәрелмәне. Хохфильценда туҡталырға тура килде.
       - Остерсундта һеҙҙең тамаҡҡа бәйле проблема булған тиҙәр
       - Эйе, булып алды. Был осошҡа, климат үҙгәреүгә бәйлелер, тип уйлайым. Һалҡын урындан дымлылыҡҡа барып эләктек.
       - Әммә һуңынан һеҙ өйрәндегеҙ, һәм төп еңеү яуланды
       - Беләһегеҙме, әлеге ваҡытта беҙ планға ярашлы Анхольц - Антерсельвела үтәсәк донъя чемпионатына әҙерләнәбеҙ. Барыһы ла шуның өсөн. Стартҡа тейешле формала булырға тейешбеҙ.
       - Һеҙ бер тапҡыр ғына 30 спортсы араһына индегеҙ. Был нимәгә бәйле
       - Хохфильценға юл 9 - 10 сәғәт дауам итте. Ике тапҡыр яҙа аттым. Бына шул.
       - Артабан эҙәрлекләү уҙышында һеҙ 50 - се урындан саҡ ҡын а
       иң көслө унау иҫәбенә инмәй ҡалдығыҙ. Һуңғы сиктәге яҙа атыуҙар булмаһа...
       - Ниндәй унау! Яҡшы атҡанда, тәүге өс урындың береһен
       алырға ла мөмкин ине. Әммә һуңғы сиктә мин хата ебәрҙем. Ә
       50 - се урындан призға ынтылыу бик шәп булыр ине...
       - Төп триумф эстафеталарҙа булды. Беренсе һәм икенсе урын .
       - Ә мин үткән миҙгелдә лә эстафеталарға үтә инем, тик мин е ҡуйманылар. Хатта тренерҙар штабы менән бер аҙ талашып та алдым. Улар миңә "Бер аҙ көт, һин әле йәш", - тиҙәр. Әле миң ә ышаныс белдереүҙәренә үкенмәйҙәрҙер, тип уйлайым.
       - Биатлондың тәүге эстафета старты нисек үтте
       - Эстафета көсөргәнешле булды. Немецтар, норвегтар, француздар ҡалышмаҫҡа тырышты.
       - Яҙа атманығыҙмы Һауа торошо нисек булды
       - Эйе, һауа торошо ярҙам итте. Өҫтәүенә үҙемде яҡшы тоя инем.
       - Һеҙ унда саҡ йығылмай ҡалдығыҙ...
       - Ҡайһы берәүҙәр хатта йығылды ла. Трасса артыҡ шыма ине. Саңғыла йөрөгәнегеҙ булһа, беләһегеҙҙер, яңы ғына ҡар яуып үтһә, шыуыуы рәхәт, саңғы ситкә китмәй. Ә ялтырап ятҡан ҡарҙ а ҡыйыныраҡ... Ой, телефондың көсө бөтә. Юғалһам - асыуланмағыҙ...
       - Икенсе урын алыуығыҙ хаҡында һөйләгеҙ әле. Немец һеҙҙе нисек ҡыуып етә алманы ул - аңламайым. Һеҙ икегеҙ ҙә етеҙ
       саңғысылар бит
       - Эйе - икебеҙ ҙә. Шундай хәл килеп тыуҙы - ул минән артт а йүгерә ине. Миңә һин беренсе тип әйттеләр, һәм мин хәлемдән
       килгәнсә йүгерергә тырыштым. Ә уға артта тағы ла теүәлерәк мәғлүмәт бирәләр. Ул трассала үҙенә һығымталар яһай - һәр ке м башҡа спортсының стиле менән таныш бит.
       - Һәм көмөш эстафета тураһында. Черезов уны таҙа үтә, бөтөнләй яҙа атмай. Ә һеҙ тәүге "лежкала" уҡ ике тапҡыр яҙа аттығыҙ. Ҡурҡманығыҙмы Һеҙҙән һуң йүгергәндәрҙең шулай уҡ а тыуға бәйле проблемалары булды...
       - Аңлайһығыҙмы, тәүге "лежкаларҙы" яҙа атмаһаң, артабан д а шулай булыр тип уйлайһың. Барыһын да шулай уҡ ҡабатларға
       кәрәк, тип иҫәпләйһең, ә был дөрөҫ түгел. Мин атыуҙы бер аҙ тотҡарланым, шул арҡала яҙа аттым.
       - Пулялар өҫтән үттеме
       - Юҡ, аңлайһығыҙмы...
       Ошо ваҡытта элемтә өҙөлдө. Был һәм башҡа һорауҙарға Максимдың яуаптары менән уҡыусылар уның менән булған матбуғат конференцияһынан һуң таныша аласаҡ. Ул "Башинформ" агентлығында 22 декабрҙә үтәсәк.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал