6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Беҙгә тағы ла Исҡужин кәрәк
20.12.06


       Тиҙҙән РФ Федераль Йыйылышының Федерация Советында республика парламентының үҙ вәкиле барлыҡҡа киләсәк. Парламент президиумының үткән ултырышында БР Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев яңы сенаторҙы тәҡдим итте. Әмир Ниғәмәтйәновтың ваҡытһыҙ вафат булыуына бәйле, республика парламентында уның вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатыу тураһындағы мәсьәлә көн тәртибе проектына индерелде.
       Элекке сенатор Игорь Изместьев Федерация Советы буйынса
       хеҙмәттәштәренә үҙен вәкәләттәрҙән бушатыуҙарын һорап мөрәжәғәт иткәндән һуң, Башҡортостан вәкиленең урыны буш ине. Һәм бына Рудик Исҡужинды Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай вәкиле - Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы Федерация Советы ағзаһы итеп һайларға
       тәҡдим ителде.
       - Мин уны лайыҡлы кандидатура тип һанайым, ул күп телдәрҙ е белә, сенатор эше тәжрибәһенә эйә һәм закон проекттарын республика исеменән һөҙөмтәле тәҡдим итә һәм яҡлай аласаҡ, -
       тип үҙ фекере менән уртаҡлашты урындағы үҙидара мәсьәләләре , милләттәр, йәмәғәт һәм дини берекмәләр эштәре, мәғлүмәт сәйәсәте буйынса комитеты рәйесе Зөфәр Еникеев.
       Дәүләт Йыйылышының даими комитеттары башлыҡтары Президиум ултырышында 184 - се һанлы Федераль закон положениеларының береһен илдең Төп Законына ярашлылығын
       тикшереү һорауы менән РФ Конституция судына мөрәжәғәт итеүҙе хупланы. Закон статьяһының был өлөшө хеҙмәт ветерандарына, Бөйөк Ватан һуғышы осоронда тылда эшләүселәргә, сәйәси золом ҡорбандарына социаль ярҙам мәсьәләләрен Рәсәй Федерацияһы субъекттары вәкәләттәренә ҡайтарып ҡалдыра. Ә был үҙ сиратында ветерандарҙың әйтелгән категорияларын башҡа ветерандар менән бер тигеҙ булмаған кимәлгә ҡуя - улар айлыҡ аҡсалата түләүҙәр алғанда кәмһетелә .
       Бынан тыш Президиумда ҡатнашыусылар апрелдә "Урындағы үҙидара тураһында законды тормошҡа ашырыу тураһында" парламент тыңлауҙары үткәреү планы менән килеште.
       Көҙгө сессияның һуңғы пленар ултырышында, һис һүҙһеҙ, шулай уҡ сәйәси йылға йомғаҡтар яһаласаҡ. Дәүләт Йыйылышы спикеры Константин Толкачев Башҡортостан Республикаһы Президентының Башҡортостан Республикаһы халҡына һәм
       Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға "Халыҡҡа - етеш тормош" ( 2006
       йылда республиканың хәле һәм уның үҫешенең төп йүнәлештәре тураһында) мөрәжәғәтнамәһен тормошҡа ашырыу сараларын үтәү тураһында мәғлүмәт менән сығыш яһаны.
       - 1999 йылдан башлап беҙҙең парламент тарафынан Федераль Йыйылышҡа 70 - тән ашыу федераль закон проекты йүнәлтелде, һәм көҙгө сессия ваҡытында ғына Дәүләт Думаһы республика тәҡдим иткән өс закон проектын ҡабул итеүе ҡыуаныслы, - тип билдәләне Константин Борисович мөрәжәғәтнамәләге айырыуса иғ тибар бирелгән йүнәлештәрҙең береһендәге һөҙөмтәле эшмәкәрлекте күҙ уңында тотоп. - Алдағы яҙғы сессияла ете закон сығарыу инициативаһы әҙерләү һәм Дәүләт Думаһына
       йүнәлтеү көтә.
       Дәүләт Йыйылышы Президиумы ултырышының көн тәртибендә һуң ғы пункт "Рәсәй Парламенты" билдәләрен тапшырыуға арналды. Дәүләт Йыйылышының ҡырҡ икенсе ултырышының көн тәртибенә 30 - ға яҡын һорау тәҡдим ителгәнен иҫкә төшөрөп үтәйек. Ул 22 декабрҙә үтәсәк.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал