6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ

Наркотик һатырға форма ла ҡамасауламай
20.12.06


       Өфө милиционеры хатта үҙенең хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләүен дә йәшермәйенсә, формала килеш, өҫтәүенә хеҙмәт автомобилен файҙаланып, наркотик һатыу менән шөғөлләнгән.
       - Өфөнөң Калинин районы эске эштәр идаралығының ведомствонан тыш бүлек хеҙмәткәре вазифаһынан файҙаланып,
       төнгө дежур ваҡытында наркотик ҡулланыусыларҙың наркотик матдәләрен тартып алған, - тип һөйләй Өфөнөң Калинин районы прокуратураһы тәфтишсеһе Илдар Ишбулатов. - Артабан иһә ағыуҙы таныш наркомандарына һатыу әмәлен күргән, һуңғылары м илиционерҙы даими рәүештә героин һатыусы булараҡ белә.
       Һуңғы иҫәп - хисап барышын БР Эске эштәр министрлығының ш әхси хәүефһеҙлек идаралығы хеҙмәткәрҙәре контролдә тота. "Һатыусы" 1,23 грамм ауырлығындағы героинды тамғалы аҡсаға алмаштырған ваҡытта ҡулға алына.
       - Ҡулға алыныу ваҡытында ул бик көслө ҡаршылыҡ күрһәтә, - тип дауам итә Ишбулатов. - Идаралыҡ хеҙмәткәрҙәренән автомобилдә ҡасырға маташа, уларҙың береһен машина капотында тиҫтәләгән метрға һөйрәп алып бара. Килеп тыуған
       хәлде иҫәпкә алып, хеҙмәткәрҙәргә автомобилдең шиндарын атып тишергә тура килә.
       Һөҙөмтәлә ҡулға алыныусы үҙенең енәйәт ҡылыуын таный. Һәм
       тикшереү хеҙмәте милиционер наркомандарға тәүге тапҡыр ғына
       "ярҙам итмәй" тигән фекер яҡлы. Был кешегә ҡарата ҙур күләмдә наркотик матдәләр һатыу факты буйынса енәйәт эше
       асылған.
       Фашланған милиция хеҙмәткәре эш урынын файҙаланып наркотиктар һатыу менән шөғөлләнеүсе тәүге кеше түгел. Мәҫәлән, ноябрь айында республика прокуратураһы Өфөнөң Октябрь районы эске эштәр идаралығының элеккке хеҙмәткәре етәкләгән "ойошмаға" ҡарата тикшереү эшен тамамланы. Енәйәтсел эшҡыуарлыҡта уға тағы бер милиция хеҙмәткәре
       ярҙам итеүе асыҡланған, һуңғыһына матди дәлилдәр һаҡланған камеранан наркотиктар урлау "бурысы" йөкмәтелгән.
       Баш ҡаланың Калинин район судында составына хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре лә ингән енәйәтсел төркөмгә ҡарата енәйәт эше ҡарала.
       Сибайҙа Рәсәй наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу буйынса федераль хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы хеҙмәткәре наркотиктар менән һатыу итеүҙә ғәйепләнеп, енәйәт
       яуаплылығына тарттырылған. 32 йәшлек оперуполномоченныйға
       ҡарата асылған эш менән әлеге ваҡытта суд шөғөлләнә.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал