6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Лидия Графова: "Башҡортостанда мигранттарға толерантлы ҡараш һаҡлана"
19.12.06


       Халыҡ - ара "Күсмә ойошмалар форумы" йәмәғәтселек хәрәкәтенең башҡарма комитеты рәйесе Лидия Графованы бөгөн л егендар фигура тип әйтергә мөмкиндер. "Литературная газета" баҫмаһына сирек быуат ғүмерен бағышлаған билдәле журналист, ҡасаҡтар һәм күскенселәр өсөн хоҡуҡ һаҡсыһы, мәнфәғәттәрен я ҡлаусы ла. Өфөгә ул "Башҡортостан Республикаһында миграция п роцестарын көйләү" тип аталған түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыу өсөн килде. Сарала быйыл көҙ көнө Башҡортостандың алты ҡалаһында үткәрелгән "Мигранттар һеҙҙең ҡалала" мотиронгы һөҙөмтәләре тикшерелде.
       - Лидия Ивановна, Рәсәй миграция сәйәсәтен косметик "ямау " ғына түгел, тамырынан үҙгәртеү алдында тора булһа кәрәк. Һ еҙ был проблеманы күптән өйрәнәһегеҙ, һәм һеҙҙең ҡарамаҡҡа яҡын киләсәктә был йүнәлештә беҙҙе нимә көтә
       - Бына инде 16 йыл рәттән ҡасаҡтар фажиғәһе - минең тормошомда ғына түгел, Рәсәй журналистикаһында ла иң мөһим һ орауҙарҙың береһе. Рәсәй тарафынан онотолған кешеләрҙең михнәттәрен күреү, уларға ярҙам итергә тырышып та үҙеңдең көсһөҙлөгөңдө тойоу еңел түгел. Әммә улар булмаһа, бөгөнгө тормошта мин нимә эшләр инем икән - күҙ алдына ла килтерә алмайым. Бер ай самаһы ваҡыттан миграцион сәйәсәт өлкәһендә Рәсәйҙе яңы үҙгәрештәр көтә - "Сит ил граждандарының Рәсәйҙәге хоҡуҡи хәле тураһында" законға, административ хоҡу ҡ боҙоуҙар тураһында кодексҡа төҙәтмәләр һәм "Сит ил
       граждандарын һәм гражданлығы булмаған кешеләрҙе миграцион и ҫәпкә алыу тураһында" яңы закон үҙ көсөнә инәсәк.
       Һәм ошо үҫешкән ксенофобия фонында мин Башҡортостанда "ситтәргә" (ысынбарлыҡта улар үҙебеҙҙекеләр) ҡарата толерантлыҡтың ярайһы уҡ юғары кимәлдә һаҡланыуын күрҙем. Республика етәкселегенең миграцион процестарҙы көйләү буйынса үткәргән төплө сәйәсәтен һәм республикала дәүләт власы органдарының күскенселәргә социаль проблемаларын хәл и теүҙә күрһәткән ярҙамын юғары баһалайым. Мигранттар өсөн компактлы йәшәү урындары төҙөлөүе бик шәп. Был йүнәлештә һеҙгә Швейцария хөкүмәтенең ярҙам күрһәтеүе бик яҡшы, ул һәр
       кемгә ярҙам ҡулы һуҙып бармай.
       - Рәсәйҙә бөгөнгө миграцион сәйәсәт тейешле формаһын ала алмай - һәр бер милләт - ара ыҙғыш йәки фашистарса ҡыланыштар, криминаль күренештәр тағы ла беҙҙе халыҡтан да, дәүләттән дә алыҫ булған ҡаты моделгә этәрә. Ни өсөн
       - Был мәсьәлә мигранттарҙың үҙҙәрен дә борсой һәм илебеҙ мәнфәғәтенә тура килмәй. Эш түбәндә: Рәсәйгә күсеп ҡайтҡан элекке ватандаштарға, һәм хатта башҡа ҡалаға эш эҙләп барған
       рәсәйлеләрҙең үҙҙәренә тағы ла ҡыйыныраҡҡа тура килергә мөмкин. Мин, ғөмүмән, башлыса БДБ илдәренән килгән ватандаштарыбыҙ 2002 йылда "Гражданлыҡ тураһында" һәм "Сит и л граждандарының Рәсәйҙә хоҡуҡи хәле тураһында" закондары ба рлыҡҡа килгәндән һуң нелегалдарға әйләнде тип иҫәпләйем. Хәҙер дәүләт, бер яҡтан, Рәсәйгә килгән кешене еңел легалләштерә ала, ә икенсе яҡтан, кем күптән күсеп ҡайтып ил дә йәшәй, ул яңынан ҡайтып, ябайлаштырылған процедура буйынс а теркәү үтеү өсөн сит илгә сығырға мәжбүр буласаҡ.
       Һәр аҙымда милиция "тунауына" дусар булған нелегалдар иҫәбенә инеүе бик еңел. Әгәр һин илгә килеп тә өс көн эсендә ваҡытлыса теркәү урыны тапмағанһың икән, тимәк - һин нелегал . 2001 йылда миграция проблемаһы Эске эштәр министрлығына күсерелде, уға тиклем маҡсатҡа йүнәлтелгән сәйәсәт булманы,
       тип әйтергә мөмкин.
       - Донъяның бөтә үҫешкән илдәрендә лә, оҡшаш конфликттар булыуына ҡарамаҫтан, мигранттар өсөн ысын көрәш йәйелдерелә.
       Беҙгә ватандаштарыбыҙҙы ситкә ебәрмәҫ өсөн нимә эшләргә кәрәк
       - Беҙгә түбәндәгене яҡшы аңларға кәрәк - улар ни өсөн кил ә
       Сөнки яҡшыраҡ йәшәргә теләйҙәр. Тыуған яҡтарында хәл
       яҡшырһа - улар ҡайтып китәсәк. Улар яңы йортҡа ышанһын өсөн
       нимә эшләргә Әлеге ваҡытта Рәсәйҙә күпме мигранттар булыуын бер кем дә аныҡ ҡына белмәүе ҡурҡыныс! Һәм улар башта законлы рәүештә, визаһыҙ алым буйынса килеүҙәре өсөн б улһа ла ярҙам алыуға хоҡуҡлы, улар бит бары тик һуңынан үҙҙәренең бында йәшәү мөмкинселеген оҙайта алмаған. Ә хәҙер ҡайһы ваҡыт улар ҡот осҡос эҙәрлекләүгә дусар ителә. Ҡарағыҙ , өс йыл эсендә 300 мең ватандашыбыҙҙы йәлеп итеү өсөн 17 миллиард бүленә. Ә инде йылдар буйына бында йәшәгән, бушлай легәлләштерергә мөмкин булғандар өсөн "обезьянниктар" ойошторола.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал