6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Өфөлөләрҙең йыйылма командалағы эҙҙәре
19.12.06


       Рәсәйҙең хоккей буйынса йыйылма командаһы евротурҙың өсөнсө, өйҙә үткән этабында ла еңеү яуланы. Мөмкин булған
       туғыҙ мәрәйҙән етәү, индерелгән ете һәм бер генә үткәрелгән гол - Мәскәүҙәге сығыш өсөн лайыҡлы һөҙөмтә. Еңеүҙә "Салауат
       Юлаевтың" өс уйынсыһының да өлөшө бар - өфөлө Игорь Волков,
       Волга батыры Андрей Кутейкин һәм Ярославлдән Владимир Антипов. Уларға тағы ла ике чехты - Михал Микеска һәм Радек Филиппты ла өҫтәһәң, бик тә олпат еврокомпания барлыҡҡа килә
       Башта - шведтарға ҡаршы уңышһыҙ матч. Рәсәйлеләрҙең уңайлы
       мәлдәрҙе тормошҡа ашырыуға бәйле проблемалары булыуы һиҙелде. Һөжүм итеүҙәр артыҡ тәьҫорат ҡалдырмай. Төп һәм өҫтәмә ваҡытта иҫәп 0 : 0. Буллиттар буйынса еңелеү - 0 : 1.
       Финляндия менән осрашыу. Шулай уҡ - шайба Европалағы күршеләрҙең ҡапҡаһына инергә бер ҙә ашыҡмай. Бары тик икенсе периодта ғына барыһы ла үҙгәрә. Көтмәгәндә Счастливый
       шайбаны тырнап ала һәм яңы Мәҙәниәт һарайындағы тәүге голды индерә. Артабан барыһы ла белгестәрҙең күҙаллауына ярашлы дауам итә. Веханендың ҡапҡаһына тағы ике шайба осоп и нә. 3: 0 - бына был инде яҡшыраҡ.
       Өсөнсө уйын, чехтарға ҡаршы. Еңергә һәм финдарҙың шведтарға бер мәрәйҙән дә күберәк яуларға мөмкинселек бирмәҫенә өмөтләнергә кәрәк. Уныһы ла, быныһы ла тормошҡа аша. Рәсәйлеләр чехтарҙы 4 : 1 иҫәбе менән артта ҡалдыра.
       Беҙҙең бурыс - өфөлөләрҙең йыйылма командаларҙа ҡалдырған эҙе хаҡында яҙыу. Ул бик үк сағыу булмаһа ла бөхтә, асыҡ һәм эҙмә - эҙлекле булды. Игорь Волков тәүге гол буласаҡ шайбаны Счастливыйға тапшырыуы менән хәтерҙә ҡалды. Өфө тәрбиәләнеүсеһенең тағы бер уңайлы мәле булғайны ла, тик шведтарҙың ҡапҡа һаҡсыһы үҙ мөмкинселеген ҡулынан ысҡындырманы. Волковтың оборона һаҡсыларына ярҙамы ла
       һиҙелерлек булды.
       Андрей Кутейкин үҙ позицияһында ышаныслы урын биләне һәм йынсыларға һөжүм ваҡытында ярҙам итеп тә өлгөрҙө.
       Владимир Антипов бик ҡеүәтле һәм сағыу уйын күрһәтте, әүҙ ем рәүештә ҡаршы ҡапҡаға ынтылды, һөжүм итте. Мәрәй йыя алмаһа ла, чех уйынсыһы менән көс һынашырға өлгөрҙө. Кутейкин шунда уҡ уға ярҙамға ташланды - иҫәбе көрәшеү талантын да күрһәтергә ине, буғай, әммә судьялар быға мөмкинселек бирмәне.
       Һәм, композицияны тамамлау өсөн - "юлаевсыларҙың" үткән турнир буйынса фекере.
       Игорь Волков:
       - Йыйылма команда бик яҡшы сығыш яһаны, бик шәп турнир. Командалағы мөхит бына тигән. Йәш тренер позитив кәйеф тыуҙырҙы. Хатта шведтарҙан еңелгәндән һуң да негатив тойманыҡ.
       - Ходын яланындағы Спорт һарайы нисек
       - Дөйөм алғанда, насар түгел. Шәхсән миңә уйнарға бер ним ә лә ҡамасауламаны.
       - Үҙ сығышығыҙҙы нисек баһалайһығыҙ Донъя чемпионаты тураһында хыялланыһығыҙмы
       - Мин уңдан уйнаным. Чехтарға ҡаршы матчта бер тапҡыр гол индереү мөмкинселеге булды. Донъя чемпионатына эләгеү хаҡындағы хыялымды һүҙ менән генә аңлатып биреү мөмкин
       түгел.
       Владимир Антипов:
       - Беренсе урын. Тәьҫораттар ыңғай, кәйеф шәп. Бер генә го л индерҙек. Уйынымды нисек баһалайым Гол индереп булманы, әммә уңышлы мәлдәр булғыланы. Мөхит Позитив.
       Михал Микеска ике кеше өсөн яуап бирҙе - уның дуҫы Филипп
       урыҫса бик яҡшы һөйләшмәй.
       - Һуңғы урын, мәрәй йыя алманыҡ - бик тә насар. Аҙсылыҡта уйын килеп сыҡманы. Ә рәсәйлеләр бына тигән уйын күрһәтте.
       - Уйынығыҙҙан ҡәнәғәтһегеҙме
       - Мин дүртенсе һәм өсөнсө звенола уйнаным, әйткәндәй, финдарға ҡаршы өсөнсө периодта ғына сыҡтым. Тренер мине күпселектә сығарһа ла, башҡа уйынсыларға күберәк ышаныс б елдерҙе. Бер гол тапшырыуы менән сығыш яһаным.
       - Бәлки, Свободаға түгел, ә голкипер Хниличкаға ышаныс белдерергә кәрәк булғандыр
       - Рәсәйлеләр менән матчта Хниличка йәрәхәт алды. Миңә ҡал һа, беҙҙең ике голкипер ҙа бына тигән.
       - Һеҙ рәсәйлеләр - "юлаевсылар" менән бергә ҡайттығыҙмы
       - Юҡ, һуңыраҡ сыҡтыҡ. Беҙгә билеттарҙы шулай бирҙеләр. Хәҙер беҙҙең ял көнө. Иртәгә барыһы менән бергә күнекмә үтә
       башлаясаҡбыҙ - команда Ғәрәп Әмираттарынан әйләнеп ҡайтты л а инде.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал