6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Һайлауҙар

Ҡултамғалар йыйыу тамамланыуға табан бара
29.01.04


       Егерме алтынсы ғинуар көндө РФ Үҙәк һайлау комиссияһына президент вазифаһына дәғүә итеүсе Тормош партияһы лидеры һәм
       Федерация Советы спикеры Сергей Миронов ҡултамғалар йыйыу ҙы тамамлап, документтарын тапшырҙы.
       Партия активистары 84 Рәсәй төбәгендә өс миллион 100 мең ҡу лтамға йыйған. Әммә Үҙәк һайлау комиссияһына уларҙың 2,5 мил лионы ғына тапшырыла: 2 миллионы закон буйынса, ә ҡалғаны ст раховка өсөн. Ун көн эсендә графологтар һәм эксперттар йәрәб ә рәүешендә алынған ҡултамғаларҙың 30 процентын ысын булы уын асыҡлайасаҡ. Һуңынан уны РФ Президентлығына кандидат ите п теркәргәме, юҡмы икәнлеге хәл ителәсәк.
       Сергей Мироновҡа тиклем ҡултамға документтарын 23 ғинуар к өнө Владимир Путин һәм тағы ла ике кандидат - Николай Харито нов һәм Олег Малышкин тапшырҙы. РФ Үҙәк һайлау комиссияһы рә йесе Александр Вешняков хәбәр итеүенсә, бөгөн Сергей Глазье в һәм Ирина Хакамада, Владимир Брынцалов тапшырырға йыйына. Законға ярашлы бөгөн 18 сәғәттә ҡултамғалар ҡабул итеү тамам лана. Анзори Аксентьев, үҙенә ҡаршы мәғлүмәт блокадаһын емер ә алмауға һылтанып, һайлау алды көрәшенән баш тартты һәм үҙе нең кандидатураһын алды.
       Шул уҡ ваҡытта икенсе кандидат Сергей Глазьев тирәһендә ш ау-шыу ҡубырға тора. Журналистар хәбәр итеүенсә, уның өсөн ҡ ултамға ҡуйыусыларға аҡса тараталар икән. Үҙ сиратында Серге й Глазьев, ҡултамға йыйыусылар минекеләр түгел, тип фаразлап , был телесюжетты прокуратураға бирергә ниәтләнә. Александ р Вешняков, журналистар дөрөҫ һөйләйме - юҡмы икәнлеген асыҡ лар өсөн, шулай уҡ прокуратураға мөрәжәғәт итмәксе. РФ Үҙәк һайлау комиссияһы мәғлүмәттәре буйынса

Алик Шакиров.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал