6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Фәриҙә Ҡудашева: һәр азатлыҡты матур итеп ҡабул итә белергә кәрәк
19.12.06


       Күптән түгел телевидение буйынса композитор Таһир Кәримов
       тураһында тапшырыу күрһәттеләр. РСФСР - ҙың атҡаҙанған , Башҡортостан һәм Татарстандың халыҡ артисткаһы Фәриҙә Ҡудашева ла уның тураһындағы иҫтәлектәре менән уртаҡлашты,
       бөйөк Оҫта тураһында йөрәк түренән сыҡҡан һүҙҙәрен әйтте.
       Башҡорт һәм татар халҡы өсөн йәшлек, хыял символы, мосолман
       ҡатынының идеалына әйләнгән Фәриҙә Ҡудашева ( 1920 йылдың 1 5 декабрендә донъяға килә) тураһындағы йылы тойғолар ҙа йәшәүен дауам итә, уның хаҡында легендалар барлыҡҡа килә. Кешелектең Ватан, әсә наҙы, ғүмеребеҙҙәге иң ҡиммәтле төшөнсәләре уның тауышы һәм йырҙары менән бәйле.
       Алдымда Өфө журналисткаһы Әлфиә Сабитованың "Советская ку льтура" гәзитендә 25 йыл элек баҫылып сыҡҡан мәҡәләһе. Ул Фә риҙә Ҡудашеваның Татарстанда үткән концертын хәтергә төшөрә:
       "Яр Саллы ҡалаһындағы иң ҙур концерт залы шығырым тулы. Бында бик күп халыҡ йыйылған, күпселеге - йәштәр. Улар түҙемһеҙлек менән сәхнәгә Фәриҙә Ҡудашеваның сығыуын көтә. М өхит үҙе үк йәш йөрәктәрҙең дәртенән йылынғандай. Мин быны т оям, түҙемһеҙлек менән балҡыған күҙҙәрҙе күрәм, хатта бер аҙ
       ҡурҡыныс та булып китә: башлыса халыҡ йырҙарынан торған, еңелсә йырҙары булмаған репертуары менән йырсы тамашасыларҙың күңеленә хуш килерме икән һуң
       Йырсы концертын башҡорт халыҡ йыры "Ашҡаҙар" менән башлап ебәрҙе. Йәшел үҙән буйлап тын ғына Ашҡаҙар йылғаһы аға... Боронғо моңһоу көйгә төрөлгән ябай, хикмәтһеҙ һүҙҙәр тыуған яҡ биҙәге булып үрелә. Ә Ҡудашеваның бәрхәт тауышы бер тында тип әйтерлек ағыла ла ағыла...
       Уның сығышы һәр кем өсөн берҙәй, шул уҡ ваҡытта һәр береһ е өсөн айырым яңғырай. Йырҙары һөйгән йәр, элекке дуҫтар, яуапһыҙ мөхәббәт, һуғыш, юғалтыуҙар, өмөт тураһында... Ҡудашеваны өҙлөкһөҙ тыңларға һәм уның йырҙың асылына үтеп ин еү оҫталығына хайран ҡалырға ғына мөмкин..."
       Ә бит Фәриҙә Ҡудашева махсус музыкаль белем алмаған. Композитор Ләйлә Мортазинаға ул үҙе тураһында түбәндәгеләрҙе һөйләй:
       - Мин Шишмә районының Келәш ауылында тыуҙым. Атай - әсәй эшсән, ваҡытына күрә белемле кешеләр булды. Миңә ун йәш тулғанда, ғаиләбеҙ менән Баймаҡҡа күстек. Урал арьяғында мин
       башҡорт телен өйрәнеү генә түгел, милли моңдарҙы ла күңелем ә һеңдерҙем, тип әйтә алам. Ауылдарҙа халыҡ йырға маһир. Әсәйем дә матур йырлай ине. Иртә вафат булһа ла, тауышы бөгөн дә ҡолаҡта яңғырағандай.
       Мәктәптә ойошторолған концерттарҙа сығыш яһай башланым. М әктәпте тамамлағас, Өфөгә килеп сәнғәт техникумына уҡырға инергә ҡарар иттем, уны драматик актриса булараҡ тамамланым.
       Техникумдан һуң бер йыл Дүртөйлө колхоз - совзоз театрында, унан һуң бер нисә йыл дауамында Өфөләге Башҡорт драма театрында эшләнем.
       Бер көнө мине осраҡлы рәүештә тип әйтерлек радиоға йырларға саҡырҙылар. Сығышым оҡшағандыр, күрәһең, унан һуң э шкә саҡырыу алдым. Радиола ул осорҙа яҙма таҫмалар ҡулланылмай, "тереләй" йырларға тура килә торғайны. Әммә нервыларым ныҡ булғандыр, яңы эш минең өсөн әллә ни ҡыйынлыҡ тыуҙырманы. Байрам көндәрендә таң әтәстәре менән бе ргә тороп, иртәнге сәғәт бишкә радиоконцерттарға барабыҙ. Шу лай һигеҙ йыл дауам итте. Артабан филармонияла эш башланды: концерттар, гастролдәр...
       Фәриҙә Ҡудашева - Татарстандың халыҡ артисткаһы, Ғабдулла
       Туҡай исемендәге премия лауреаты: унда ла беҙҙең кеүек үк йырсыны үҙҙәренеке тип һанайҙар.
       - Ысынлап та, унда миңә һәр ваҡыт йылы мөғәмәлә һаҡланды,
       - тип һөйләй ул. - Үҙемдең Ҡазандағы опера театры сәхнәһенд әге тәүге сығышымды хәтерләйем. Алма төшөрлөк урын юҡ, билдә ле шәхестәр, күренекле артистар... Мин йырлайым һәм башымда бер уй: үҙ ғүмере эсендә артист ошондай нисә концерт үткәрә ала икән Көсөргәнеш шул тиклем көслө, миңә хатта күҙ алдында сәстәремә сал төшкәндәй тойолдо. Әммә был ҡурҡҡандан түгел, ысын ижади тулҡынланыуҙың нимә икәнлеген аңланым мин был концертта.
       Фәриҙә Ҡудашева ғүмеренең 50 йылдан ашыуын сәхнәгә бағышланы. 27 йылын композитор Бәхти Ғайсин менән бергә үтте : был уларҙың Башҡорт дәүләт филармонияһында бергә эшләгән в аҡыты. Һиҙгер һәм талантлы был кеше Фәриҙә Ҡудашеваның талантының яңы сиктәрен асырға ярҙам итә.
       1995 йылда Фәриҙә Ҡудашеваға "Өфөнөң почетлы гражданы" тигән исем бирелә.
       - Мин Өфөнө бик ныҡ яратам. Хәҙер ул ҙур ҡала, элек бәләк әй ине... Трамвайҙар йөрөй башлағанын хәтерләйем. Аэровокзал бөгөнгө "Турист" ҡунаҡханаһы районында урынлашҡан ине. Черниковск айырым ҡасаба булды, нефть эшкәртеү заводтары төҙөлә башлағас, ҡала бик ныҡ үҫте. Өфөнө һәр ваҡыт "йәшел ҡала" тип атанылар. Яңы йорттар төҙөлә, айырыуса һуңғы йылдарҙа төҙөлөш әүҙемләшә. Һәм Өфөлә генә түгел, башҡа райондарҙа ла. Юлдар яҡшырҙы, асфальт түшәлә. Бына мин Сибайға машинала барҙым, юлда һигеҙ - туғыҙ сәғәт булыуға ҡарамаҫтан, тамсы ла арыманым. Ауылдарҙа газ үтә, мәктәптәр,
       мәҙәниәт һарайҙары төҙөлә. Республика танығыһыҙ булып үҙгәрҙе, әлбиттә. Мин быны ишетеп кенә белмәйем, Башҡортостанды әллә нисә тапҡыр урап сыҡҡаным, уның иң төпкөл ауылдарында ла булғаным бар.
       Элек Өфөлә беҙҙең иң яратҡан ял итеү урыныбыҙ Пушкин урамындағы Луначарский исемендәге парк булды - унда бейергә бара торғайныҡ. Матросов исемендәге паркта ла бейеү
       майҙансыҡтары бар ине... Төрлөсә булғыланы. Ҡыйынлыҡтар ҙа,
       шатлыҡтар ҙа етерлек булды. Идеал бар ине, беҙ - йәш төҙөүселәр, яңы тормош төҙөйбөҙ тип ышана инек. Шуға күрә һалҡында ла, аслыҡта ла шат күңелле булып ҡалдыҡ... Бөгөнгө йәштәрҙең ниндәй яҡшы шарттарҙа йәшәүен күреп ҡыуанам. Әммә уларға былай тип әйтергә теләр инем: һәр демократияны, һәр азатлыҡты матур итеп ҡабул итә белергә кәрәк. Ул анархия булып күренмәһен. Бөгөнгө йәштәр бик аҡыллы, матур, белемле,
       һәм уларҙың үҙ заманына лайыҡлы булыуҙарын, аҡыл менән, намыҫлы йәшәүҙәрен теләр инем...

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал