6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Иң мөһиме ҡатнашыу түгел, иң мөһиме - еңеү!
18.12.06


       Өфө тағы ла гүзәлерәк һәм байыраҡ була барһын өсөн нимә эшләргә кәрәк - Республика йортонда үткән кәңәшмәлә ошо һорау төп урындарҙың береһен биләне. Баш ҡалабыҙ Рәсәйҙең Инвестиция фонды иҫәбенә финансланасаҡ инвестицион проекттар конкурсында ҡатнашырға ниәтләй. Башҡортостандың баш ҡалаһы тәҡдим итәсәк проект "Башҡортостан Республикаһы Ө фө ҡалаһы ҡала округының комплекслы үҫешен инфраструктура йәһәтенән тәьмин итеү" тип атала. Проекттың дөйөм хаҡы - 135,5 миллиард һум тәшкил итә. Уның 22,8 миллиард һумы - федераль, 26,4 миллиарды - ҡала бюджетынан бүленеүе, 86 миллиард һумдан ашыуын башҡорт бизнесы вәкилдәре индереүе планлаштырыла.
       Әле үткән йылдың көҙөндә үк Рәсәй Хөкүмәте "Рәсәй Федерацияһының Инвестиция фонды тураһында" ҡарар ҡабул иткәйне. Был фондтың маҡсаты ҙур әһәмиәткә эйә - ул Рәсәйҙең
       социаль - иҡтисади үҫешенә йүнәлтелгән инвестицион проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа дәүләт ярҙамы күрһәтә, был айырыуса инфраструктура үҫешенә ҡағыла.
       Ә аҡса бирәләр икән - алырға кәрәк. Дөрөҫ, белгестәр билдәләүенсә, федераль аҡса бүлеүҙең был ысулы бик ҡаты - ул
       хеҙмәттәшлек тураһындағы мотлаҡ талаптарҙы үҙ эсенә ала.
       Өфө бөгөн инженерлыҡ - транспорт инфраструктураһы үҫешендә һиҙелерлек артта ҡала. Өфө хакимәте башлығы Павел Качкаев һәм "Башҡортостан Республикаһының 2006 йылға тиклемге социаль - иҡтисади үҫеше" федераль маҡсатлы программаһы Дирекцияһы директоры Дмитрий Шаронов кәңәшмәлә күҙгә ташланып торған биш проблема тураһында һүҙ йөрөттө.
       Беренсе проблема быуаттар буйына сикләнгән Өфө ярымутрауында буш майҙандарҙың дефицитына бәйле барлыҡҡа кил ә. Ҡала көньяҡ - көнсығыштан төньяҡ - көнбайышҡа тиклем 60 к илометрға һуҙыла. Буш территорияларҙы бармаҡ менән генә иҫәпләргә мөмкин булыуын иҫәпкә алғанда, өс йылдан һуң төҙөлөш өсөн урын ҡалмаясаҡ, тип әйтергә мөмкин.
       Икенсе проблема - транспорт магистралдәренең етешмәүе. Ҡаланың төньяғында мөһим сәнәғәт объекттары урынлашҡан, һәм ғәҙәттән тыш хәл осрағы була ҡалһа, юлдар етешмәүе халыҡты эвакуациялауға бәйле проблемалар тыуҙырырға һәләтле.
       Өсөнсө проблема - Өфөнөң географик йәһәттән ҡатмарлы урында урынлашыуы. Өфө ярымутрауында карст рельефлы ерҙәр кү п булыуы тупраҡтың емерелеү хәүефе менән янай. Шуға күрә төҙөлөш ваҡытында инженерлыҡ йәһәтенән әҙерлектең сифатлы бу лыуы мотлаҡ.
       Дүртенсе проблема - энергияға бәйле ҡытлыҡ. Ҡала 400 МВт - нан артыҡ ҡеүәткә мохтажлыҡ кисерә.
       Һәм бишенсеһе - торлаҡтың етешмәүе. Өфөлә, уртаса алғанда , бер кешегә 18,7 квадрат метр тура килә. Был метраж менән Башҡортостандың баш ҡалаһы Волга буйы федераль округында аҙаҡҡы урынды биләй.
       Өфө ҡалаһы үҫешенең Генераль планын төҙөгән ваҡытта был проблемалар барыһы ла иҫәпкә алынған. План быйылғы йылдың авгусында ҡабул ителгән. Генпландың төп положениелары һәм ҡала төҙөүгә бәйле тәүге сираттағы саралар ҡаланың
       инфраструктураһы үҫеше пландары һәм тармаҡ программалары ө сөн нигеҙ ролен үтәй. Һәм "Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округының комплекслы үҫешен инфраструктура йәһәтенән тәьмин итеү" проекты генераль пландың тәүге сираттағы поблемаларын хәл итеү өсөн булдырыла ла инде.
       Проект сиктәрендә автомобиль юлы төҙөү планлаштырыла, ул федераль әһәмиәткә эйә булған М - 5 һәм М - 7 трассаларын тоташтырасаҡ. Бынан тыш планда дүрт йылылыҡ электр
       станцияһы ҡарала. Уларҙың икәүһенең ҡеүәте 200 МВт, береһенеке - 25 МВт, йәнә береһенеке - 4 МВт буласаҡ. Энерги я , һыу менән тәьмин итеү һәм һыу бүлеү селтәрҙәре төҙөләсәк . Проект конкурста еңеп сыҡһа, 75 миллиард һумлыҡ объекттар төҙөләсәк, 20 мең эш урыны булдырыласаҡ.
       Бизнес вәкилдәре лә баш ҡаланың инфраструктураһын үҫтереү
       яҡлы. Сөнки был проектты тормошҡа ашырыуҙа һүҙ дәүләт - эшҡыуарҙар партнерлығы тураһында бара. Февраль аҙағына тиклем шәхси эшҡыуарлыҡ һәм дәүләттең бөтә проекттарын да тапшырырға, артабан уларҙы берләштерергә һәм 2007 йылдың майында конкурсҡа ебәрергә кәрәк буласаҡ.
       - Өфө проекты Рәсәйҙең миллионлаған халыҡ йәшәгән ҡалалары
       араһында әлегә тәүгеһе, - тине БР Хөкүмәте Премьер - минист ры Рафаэль Байдәүләтов. - Шулай уҡ Ростовтағы Дон ҡалаһы ла үҙ проектын тәҡдим иткән, әммә унда шәхси проблемалар хәл ителә . Беҙ мауыҡтырғыс проект төҙөргә тейешбеҙ, беҙҙең маҡсат - конкурста еңеү!

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал