6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Халыҡ уҡытыусыһы
18.12.06


       "...Минең урыным - зинданда". Троицкий мәҙрәсәһенең йәш шәкерте, билдәле уҡытыусының был һүҙҙәрендә фажиғә түгел, ә азатлыҡ һәм ғәҙеллеккә өмөт ишетелә. Ҡаҙаҡ байының уны хәрби хеҙмәттән ҡасыуҙа ғәйепләүсе ялыуы буйынса дүрт йылға төрмәгә ултыртылған был кешенең исеме Мифтахетдин Камалетдинов. Белемгә һәм мәғрифәтселеккә бар йөрәген биреп хеҙмәт итеүенә һоҡланып, һуңыраҡ уны халыҡ Аҡ мулла тип йөрөтә башлай. Ошо көндәрҙә беҙ күренекле шағир - фәйләсүф, гуманист һәм педагогтың тыуыуына 175 йыл тулыуын билдәләнек.
       Ул Рәсәй тарихындағы ҡаты реакция йылдарында донъяға кил ә һәм, шиғриәттең иң яҡшы традицияларын дауам итеүсе булараҡ , ун туғыҙынсы быуаттағы башҡорт һәм төрки әҙәбиәте тарихынд а мәңгегә ҡала. Аҡмулла үҙенсәлекле шиғриәт мәктәбе булдыра һәм ысын мәғәнәһендә халыҡ уҡытыусыһы булып хәтерҙә һаҡлана. Уның күп төрлө этностар - башҡорт, ҡаҙаҡ, татар, төрөкмән һәм ҡараҡалпаҡтарҙың мәҙәниәт үҫешенә йоғонтоһо баһалап бөткөһөҙ.
       Аҡмулланың мәғрифәтселеккә булған ынтылышы һәм һәләтенә бөгөн дә хайран ҡалырлыҡ. Ул балаларҙы уҡытыуҙың иҫке ысулдарын ҡабул итмәй, дәрестәрҙе ябай һәм аңлайышлы итеп алып барыу яҡлы була. Замандаштары хәтерләүенсә, механик ятлауға ҡәтғи кире ҡараш һаҡлай, иң мөһиме - бирелгән белемд е аңлап ҡабул итеү, тип һанай. Балаларҙы туған телдә уҡытыуҙ ы мөһим шарт тип иҫәпләй. Башҡортостанда балаларҙы башҡорт телендә уҡытһа, Ҡаҙағстанда дәрестәрҙе ҡаҙаҡ телендә алып бара. Хәйер, Аҡмулланың инаныуы буйынса, белем уның өсөн үҙмаҡсат түгел, бары тик кешене камиллашыуға илтеүсе юл ғына . Иң мөһиме - әхлаҡи таҙалыҡ һәм әхлаҡи идеалдар.
       - Башҡорттарым, уҡыу кәрәк! - тип саҡыра Аҡмулла, "белемл е өсөн аҡыл сығанағы һәр саҡ асыҡ" тип белдерә. Мифтахетдин Камалетдинов уникаль әҙәби мираҫ ҡалдырған. Шиғырҙарын күптәрҙең яттан белеүе шиғриәтенең байтаҡ өлөшөнөң беҙҙең көндәргә лә килеп етеүенә булышлыҡ итә. Автор үҙенең "өгөт - нәсихәттәрендә", мәҫәлән, кешенең иң мөһим ете сифатын һанап үтә: выждан, намыҫ, ғәҙеллек, аҡыл, рәхмәтле була беле ү, әҙәплелек, түҙемлелек һәм дәрт. Аҡмулла, дини кеше булара ҡ, ғүмере буйына догмасылыҡҡа ҡаршы сығыш яһай һәм ислам динен фанатизмдан таҙартыу хаҡында хыяллана.
       Ошо көндәрҙә Башҡорт дәүләт педагогия университетында аҙна буйына дауам иткән тәүге Аҡмулла уҡыуҙары тамамланды. Аҡмулланың юбилейынан тыш, ул Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй дәүләтенә ҡушылыуына 450 йыл тулыуына ла арналды. "Аҡмулла мираҫы: быуаттар аша ҡараш" ғилми - ғәмәли  конференцияһы был йәһәттән үҙенсәлекле мәғрифәтселек аккорды ролен үтәне, тип әйтергә кәрәк. Уны республиканың мәғариф һәм фән, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлыҡтары һ әм М. Аҡмулла исемен йөрөтөүсе Башҡорт дәүләт педагогия университеты ойошторҙо. Конференция Башҡортостан, Татарстан,
       шулай уҡ Германия, Ҡаҙағстан һәм Германия ғалимдарын берләштерҙе. Австрия, Һиндостан, АҠШ ғалимдары ла ситтә ҡалмаған, улар ойоштороу комитетына үҙҙәренең докладтарын ебәргән.
       БР мәғариф министры Сынтимер Баязитов БР Хөкүмәте Премьер - министры Рафаэль Байдәүләтовтың халыҡ - ара ғилми - ғәмәли конференцияла ҡатнашыусыларҙы ҡотлауын уҡып ишеттерҙе:
       " Башҡорт халҡының туғанлыҡ аңын тергеҙеүҙә, уның әхлаҡи, эстетик нигеҙҙәрен формалаштырыуҙа Мифтахетдин Аҡмулланың то тҡан урыны һәм роле ҙур әһәмиәткә эйә. Ул тәүгеләрҙән булып мәғрифәтселек идеяһы менән сығыш яһай. Ижадының
       нигеҙендә идея - эстетик ҡараштар, халҡының яҙмышы өсөн яуаплылыҡ, аң һәм ҡараңғылыҡ, мәғрифәтселек һәм наҙанлыҡтың үҙ - ара ҡаты көрәшен таныу ята, - тип һыҙыҡ аҫтына ала Рафаэль Ибраһим улы. - 2004 йылда Башҡортостан Республикаһы Президенты шағир - гуманист һәм мәғрифәтсенең тыуыуына 175 й ыл тулыуын билдәләүгә әҙерлек тураһында Указға ҡул ҡуйҙы. Уны үтәү барышында Мифтахетдин Аҡмулланың музейына реконструкция үткәреү, бөйөу мәғрифәтсенең исеменә бәйле иҫтәлекле урындарҙы төҙөкләндереү буйынса ҙур эш башҡарылды.
       Быйыл уға һәйкәл асыу буйынса конкурс үткәрелде, һәм тиҙҙ ән монумент Өфөнөң тарихи үҙәге - Мифтахетдин Аҡмулла исеме бирелгән Башҡорт дәүләт педагогия университеты алдында лайыҡлы урынын биләйәсәк. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премия булдырылды, ул юғары һәм урта профессиональ белем биреү учреждениелары студенттарына тапшырыла, - тип мөрәжәғәт итә Рафаэль Байдәүләтов конференцияла ҡатнашыусыларға. - Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында Заһир Исмәғилевтың "Аҡмулла" операһы ҡуйылды. Быйылғы йылдың 29 октябрендә Башҡортостан делегацияһы Силәбе өлкәһендә, шағир ерләнгән Миәс ҡалаһында булып ҡайтты. Уның тормошо һәм ижады һәр ваҡыт халыҡтар именлегенә йүнәлтелгән рухи идеалдарға хеҙмәт итеүҙең сағыу өлгөһө булып торасаҡ. Нәҡ ошо сәбәпле Башҡортостандың һөйөклө һәм танылған улы Мифтахетдин Аҡмулла тарихыбыҙҙа лайыҡлы урын биләй".
       Форумда ҡатнашыусылар бынан тыш "халыҡ педагогикаһы" тураһында һүҙ алып барҙы, белем биреүҙең Евразия моделен, Көнсығыш һәм Көнбайыш традицияларының бер - береһенә
       йоғонтоһон тикшерҙе.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал