6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Йондоҙҙар порталы

Сергей Селин Арҡайымды таң ҡалдырҙы
13.12.06


       Өфө режиссеры Булат Йосоповтың "Арҡайым сере" фильмы премьераһы ҡала халҡы өсөн көтөлмәгән хәл булманы. Проектта ҡатнашыусыларҙың береһе, "Улица разбитых фонарей" фильмынан барыһы ла яратҡан герой Дукалис - актер Сергей Селиндың килеүе тураһындағы хәбәр йәшен тиҙлегеләй таралды. Тәғәйенләнгән көндө Өфөнөң "Родина" кинотеатры күҙ асып йомған арала тамашасылар менән шығырым тулды, урынға һыймай ҡалыусылар стена буйлап
       теҙелде.
       Булат Йосопов был фильмдың урын-урыны менән әкиәт булыуын аңлатты. Сценарий нигеҙенә сер, легенда һалынған. Күңел төбөбөҙҙә беҙ барыбыҙ ҙа мөғжизәгә ышанабыҙ, һәм
       улар тормошобоҙҙа булғылай, тине ул.
       Рәсәйҙең популяр киноактеры Сергей Селин Өфө режиссеры фильмында МЧС хеҙмәткәре һәм археолог Галинаның ире Зубр ҡушаматлы Виктор Зубровты уйнай. Уның ҡатыны һәм ҡыҙы ҡапыл ғына ғәйеп була. Әммә Зубр быға ҡатынының элекке класташы хәҙерге ваҡытта ҡурҡыныс
       енәйәтсе Ник ҡушаматлы Ниғмәттең (Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты Азат Йыһаншин) ҡағылышлы булыуын белә. Сергей Селиндың геройы тикшереү алып бара, һәм был тикшереү көтөлмәгәндә боронғо Арҡайым серҙәренең береһе
       менән киҫешә. Фильмдың ҡыҫҡаса сюжеты бына шундай.
       Картинаны ҡарағандан һуң режиссер һәм актерҙар тамашасылар менән аралашты. Баҡһаң, Сергей Селин "Арҡайым сере" китабының авторы Владимир Путенихиндың яратҡан артисы икән. Ул кумирына китабын бүләк итте.
       - Арҡайым кеүек боронғо ҡаланың барлығы хаҡында мин әлегә тиклем бер нәмә лә белмәй инем, - тине Селин. - Дөрөҫ өрәге, Булаттың проектында ҡатнашҡанға тиклем. Хәҙер инде, был серле урын тураһында китап та бүләк иткәс, аҙағына
       тиклем асылына төшөнөргә тырышасаҡмын.
       Тормошта бер нәмә лә осраҡлы ғына булмай. Тамашасыларға
       Сергейҙың армияла хеҙмәт иткән сағында үҙ взводын һәләкәттән ҡотҡарып алып ҡалыуы хаҡында һөйләйҙәр. Эш шулай була: егеттәрҙең береһе, шаярып, казарма мейесен мүк һәм үлән менән томалай, һөҙөмтәлә бөтә һөрөм бүлмәгә тула. Ул быны күреп ҡалып, алып ташлай.
       - Фильмдағы Зубр нимәһе менәндер минең икенсе персонажым Дукалисҡа оҡшаш. Был мыҡты һәм ысын ир, ыңғай герой, - тине Сергей Селин. - Мин коллегаларымдың уйнауына ҡарап хайран ҡалдым. Картина яуыз түгел, һәм уның көсө тап шунда ла. Төрлө ролдәрҙә һәм фильмдарҙа актерҙарға, айырым алғанда, миңә лә атырға тура килә. Һеҙ белһәгеҙ икән бының нисек ялҡытҡанын! Үҫмерҙәр телевизор
       ҡарай ҙа кешене ябай ғына итеп үлтереп булыуына ышана. Ә былай булырға тейеш түгел бит. Яҡшы кино ысынлап та яҡлауға мохтаж. Шуға күрә әгәр мөмкинлек бар икән - ватан кинематографына ярҙам итегеҙ. Мәңгелек ҡиммәттәр һәм кешеләр араһындағы изге мөнәсәбәттәр тураһында яҡшы фильмдар төшөрөргә, һәм бының менән бер-беребеҙҙе тәрбиәләргә кәрәк.
       Премьераға илдең башҡа төбәктәренән саҡырылған ҡунаҡтар
       Рәсәй территорияһында яңы кино сәнғәте үҙәктәре барлыҡҡа килеүенә ғәжәпләнеүен йәшермәне:
       - Бөгөн беҙ милли кинематографтың яңырыуына шаһит булдыҡ, быны әле беҙ ҡараған Булат Йосоповтың яңы "Арҡайым сере" фильмы раҫлай. Башҡорт актерҙары үҙ ролдәрен бик оҫта башҡарҙы. "Арҡайым"дың иң сағыу йондоҙҙарының береһе - Азат Йыһаншин. Был күптән инде
       Рәсәй кимәленә сығырлыҡ актер.
       Режиссер Булат Йосопов та, үҙ сиратында, Азат Йыһаншинды бик яҡшы актер тип атаны.
       - Мин Азатҡа кире герой Ник ролендә уйнарға тәҡдим иткәс, ул тәүҙә баш тартты, һуңынан сценарийҙы уҡып сыҡҡас:
       "Булат, Ник мотлаҡ пеләш башлы булырға тейеш!" - тип шылтырата. Мин уйланып ҡалдым, Азат ролгә раҫланмаған бит әле. Күп тә үтмәне телефон ҡабаттан шылтырай: "Булат, мин сәсемде ҡырҙыртып алдырҙым!" Шул саҡта мин "раҫланды!" тип хәл иттем.
       Кино төшөрөү процесында бик яҡшы кеше, бына тигән артист Сергей Селин менән танышыуыма бик шатмын, - тип белдерҙе режиссер. - Башлыса уның арҡаһында татыу, дуҫтарса атмосфера хөкөм һөрҙө. Мин бик ҡәнәғәт ҡалдым
       һәм, киләсәктә хеҙмәттәшлекте дауам итербеҙ, тип өмөтләнәм.
       Бынан тыш, кадр артындағыларға ҙур рәхмәт белдерәһем
       килә. Иң элек беҙҙең өсөн барыһынан да нығыраҡ борсолған
       ғаиләләребеҙгә, улар беҙгә ҡайнар сәй менән бутерброд әҙерләп торҙо, йылы башалтайҙар һәм свитерҙар менән тәьмин итте. Ниндәй шарттарҙа эшләргә тура килгәнен үҙегеҙ
       күрҙегеҙ бит.
       Фильм төшөрөү барышында нимә иң ныҡ хәтерегеҙҙә ҡалды, тигән һорауға актерҙар Сергей Селин менән Азат Йыһаншин берҙәм рәүештә: "Моғайын, иң ныҡ иҫтә ҡалғаны мәмерйәлә Селиндың яуыз Йыһаншинға ҡаршы алышын төшөргән 18 сәғәтлек эш көнө булғандыр", - тинеләр.
       - Ышанаһығыҙмы, профессия спецификаһы арҡаһында миңә
       көн һайын һуғышырға тура килә. Шуға күрә был фильмда күрһәтелгәндән күпкә оҙағыраҡҡа һуҙылған минең ысынлап һуғышыуҙарымдың береһе булғандыр, тип әйтә алам, - тип таныны Сергей Селин. - Булат миндә, аҡыллы, уйлап эш итеүсән, тәжрибәле режиссер, тигән тәьҫир ҡалдырҙы. Ул өлгөргән һәм белемле, өҫтәүенә, артист менән эшләй белә.
       Ә был һәләт һәр кемгә бирелмәгән.
       - Мин Булат Йосопов менән бергә эшләргә күптән хыяллана инем, тик үҙем тағылырға теләмәнем. Үҙе саҡырғанын көттөм,
       - тип яуап һүҙе менән сығыш яһаны Азат Йыһаншин. - Һәм көтөп алдым. Ролгә мине раҫлағас, режиссерға хатта ташлама яһарға тура килде. Башта минең геройым Николай исемле ине, ләкин минең сығышым йөҙөмдән күренеп тороуы арҡаһында, уны Ниғмәт тип үҙгәртергә тәҡдим иттем. Булат тыңланы, бер көн эсендә бөтә сценнарийҙы яңынан күсереп
       яҙҙы.
       Сергей Селин менән бергә аҙ төштөк, уның менән тик һуғыштыҡ, буғай, әммә кино төшөрөү майҙансығынан тыш аралашыу бик оҡшаны. Мин уға Сережа ағай (дядя Сережа/ тип өндәштем - ул шул тиклем ябай, эскерһеҙ, үҙ кеше. Уны әллә ҡасандан бирле белгән кеүекмен.
       Тамашасылар оператор эшенән ҡәнәғәт ҡалды. Актерҙар, кино төшөрөлгән Абҙаҡ тауҙарында ла, Ник тирмәһендә лә ныҡ һыуыҡ булыуы, әммә оператор Сережа үҙ-үҙен йәлләмәй эшләүе хаҡында һөйләне. Уның профессионализмы фильмдағы күп күренештәргә сағыулыҡ, күркәмлек өҫтәне.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал