6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Төҙөлөш

Төҙөкләндереү йылынан - юбилей йылына
07.12.06


       2006 йыл тамамлана, Башҡортостанда ул Төҙ өкләндереү йылы тип иғлан ителгәйне. Ошо ара уыҡта ниндәй һөҙөмтәләргә өлшәшелгән? Һуңғы йылдарҙа беҙҙең республика өсөн ниндәй тенде нциялар хас? Ғәҙел статистика был һорауҙарға
       бына нисек яуап бирә.
       Бөгөнгө көндә Башҡортостан күтәрелеш юлынд а. Беҙҙең республика - илдең таяныслы төбәге , уның иҡтисади үҫеш локомотивы. Сәнәғәт ете штереү күләме буйынса - Башҡортостан ил төбә ктәренең тәүге тиҫтәһендә Ауыл хужалығы прод укцияларын етештереү буйынса - тәүге өсәүҙә.
       Федераль бюджетҡа һалым һәм йыйым инеү буйы нса - Рәсәйҙә етенсе урында. Беҙҙә эҙмә-эҙле кле иҡтисади стратегия ярҙамында производств о ныҡлы үҫешә.
       Аграр сектор уңышлы үҫешә Йыл башынан 66 м иллиард һумлыҡ ауыл хужалығы продукцияһы ете штерелгән. Был үткән йыл менән сағыштырғанда
       8,8 процентҡа күберәк. Дүрт миллион 500 мең
       тонна иген уңышы йыйып алынған, уңыш - гект арынан 27 центнер. Үткән йылдарҙағы кеүек үк , республика халҡы төп туҡланыу продукттары менән тулыһынса тәьмин ителде, ә сәнәғәт - с еймал менән.
       Тормош сифатын билдәләгән социаль үҫеш по зициялары буйынса, 2005 йылда Башҡортостан М әскәүҙән ҡала икенсе урында тора. Беҙҙә ауыл
       хужалығында, торлаҡ төҙөлөшөндә, мәғариф һә м һаулыҡ һаҡлауҙа өҫтөнлөклө милли проекттар , инновация үҫеше стратегияһы уңышлы тормошҡ а ашырыла. Йыл һайын торлаҡ тапшырыу күләме буйынса Башҡортостан илдә 5-6 урында тора. Ә
       шәхси торлаҡ төҙөү күләме буйынса - өсөнсө урында (Мәскәү өлкәһенән һәм Краснодар крайы нан ҡалыша).
       Башҡортостан Республикаһы Президенты Морта за Рәхимовтың халыҡҡа һәм БР Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә "Быйыл да төҙ өлөш комплексы алдында бурыстар тора Улар Ба шҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй дәүләтенә ҡушылыуының 450 йыллығын әҙерләүгә, торлаҡ ө лкәһендә милли проектты тормошҡа ашырыуға, Т өҙөкләндереү йылын уҙғарыуға бәйле "Өфө" хал ыҡ-ара аэопорты, тимер юлы вокзалы, "Аҡбуҙат " ипподромы реконструкцияһы, Халыҡтар дуҫлығ ы йорто, "Өфө-Арена" боҙ һарайы төҙөлөшө һәм  башҡа ҡоролмалар мөһим Бар объекттар ҙа ваҡ ытында файҙаланыуға тапшырылырға тейеш Был -
       төҙөүселәр намыҫында".
       Президент ҡуйған бар мәсьәләләр ҙә тормошҡ а ашырыла. Мөһим юбилейға ҡарата 49 объект т өҙөлә һәм реконструкциялана. Тиҙҙән "Өфө-Ар ена" боҙ һарайында эске биҙәү эштәре башлана , аэропорт, вокзал, ипподром реконструкцияһы
       тулы көскә бара. Ауылдарға газ үтә. Йылылыҡ
       сығанаҡтары, электр селтәрҙәре, һыу үткәрге с линиялары, канализация системалары төҙөлә һәм реконструкциялана. Юлдар һәм күперҙәр тө ҙөлә. Бөгөнгө көндә Башҡортостандың юл селтә ре - илдә иң оҙоно һәм 25 мең километр тәшки л итә. Республиканың бар ҡала һәм район үҙә ктәре Өфө менән тоташтырылған, улар араһында ғы юлдарға асфальт түшәлгән һәм автобус бәйл әнеше булдырылған. Республиканың теләгән нөк тәһенә һаналған сәғәттә барып етеп була.
       Урамдарҙа һәм ихаталарҙа таҙалыҡ һәм тәрти п урынлаштырыла, парктар һәм скверҙар яңырты ла, ауылдар йәшелләндерелә. Ҡала һәм ауыл ур амдары яҡтыртыла. Тәбиғәт, тарих һәм мәҙәниә т ҡомартҡылары тураһында хәстәрләү көсәйә. " Таҙа ҡала", "Йәшел десант", "Иң яҡшы ихата" һәм башҡа акциялар ыңғай һөҙөмтә бирә. Торла ҡ фондын капиталь ремонтлау буйынса ҙур эштә р тора. Был маҡсатҡа 2006 йылдың туғыҙ айынд а 750 миллион һум аҡса йүнәлтелгән (үткән йы лдың ошо осоро менән сағыштырғанда 34 процен тҡа күберәк). Шуныһы мөһим, граждандар үҙҙәр е йәшәгән йортҡа, урамға һаҡсыл булһын ине. Һаҡсыл мөнәсәбәт хужалыҡ эше генә түгел, әмм ә әхлаҡи принцип та булырға тейеш.
       Үткән йыл йомғаҡтары буйынса "Рәсәйҙең иң төҙөк ҡалаһы" Бөтә Рәсәй конкурсында Стәрлет амаҡҡа өсөнсө тапҡыр икенсе урын бирелде. Иш ембай, Дүртөйлө ҡалалары төҙөкләндереү буйын са иң яҡшы эш өсөн диплом менән наградланды,
       Октябрьский рәхмәт хаты менән билдәләнде.
       Һуңғы йылдарҙа "Иң төҙөк ҡала" республика конкурсы йомғаҡтары буйынса Стәрлетамаҡ, Сал ауат, Октябрьский, Ишембай, Сибай, Туймазы,
       Дүртөйлө, Ағиҙел, Яңауыл, Бөрө, Учалы, Б лаговещен ҡалалары призлы урындар алды. "Иң төҙөк район үҙәге" конкурсында Ҡариҙел, Көйө ргәҙе, Йәрмәкәй, Бишбүләк, Балтас, Тәтешле һ әм башҡа райондар еңеү яуланы.
       Киләһе 2007 йыл Башҡортостандың үҙ ирке ме нән Рәсәй дәүләтенә ҡушылыуының 450 йыллыҡ б айрамы билдәһе аҫтында үтәсәк. Тимәк, Төҙөкл әндереү йылында башланған эштәр әүҙем дауам итәсәк.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал