6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Финанстар

Беҙҙе кем баһалар?
05.12.06


       Рәсәйҙең баһалау хеҙмәте баҙарында мөһим ү ҙгәрештәр буласаҡ. Киләһе йылдан баһалау ком панияларының эшмәкәрәлеген республика Хөкүмә те түгел, ә үҙ-үҙен көйләүсе ойошмалар көйлә йәсәк.
       Был яңылыҡ яҡшымы, әллә насармы? Рәсәй һәм
       республика иҡтисадына килгән зыянды иҫәпкә алғанда, был бер яҡлы ғына мәсьәлә түгел, шу л иҫәптән арбитраж идарасыларының үҙ-үҙен кө йләгән ойошмалары. Әлбиттә, уларҙың бөтәһе л ә түгел, әммә күптәре. Айырым структура һәм шәхси кешеләрҙең мәнфәғәттәрен иҫәпкә алып, республикала "заказлы" банкрот, дәүләт милке н һатыу процедуралары. Был мәсьәлә БР Хөкүмә те, БР Президенты Хакимиәте ултырышында һәм башҡа йыйылыштарҙа бер тапҡыр ғына күтәрелмә не. Шундай уҡ картина ҡабатланмаҫмы? Бөгөнгө
       көндә баһалау ваҡытында "проблемалы" предпр иятие мәсьәләһе генә тормай бит. Баһалау - у л күсемһеҙ милек, һәм транспорт, компаниялар
       торошо, һ.б., һ.б.
       Лицензия биреүҙе бөтөрөү һәм үҙ-үҙен көйлә үсе ойошмаға күсеү нимәгә алып килер? Дәүләт
       структураһы был яңылыҡта бер ниндәй ҙә ҡурҡ ыныс күрмәй. Республиканың Милек мөнәсәбәттә ре министрлығы үҙ-үҙен көйләүсе бер нисә эре
       баһалау ойошмалары менән ваҡытынан элек хеҙ мәттәшлек тураһында договор һәм килешеүҙәр т өҙөнө - шул уҡ Рәсәй баһалаусылар йәмғиәте, уның Башҡортостан төбәк бүлексәһе һәм Мәскәү
       йәмғиәте менән. Шулай булғас, республика ет әкселеге һәм баһалаусылар араһында аңлашылма усанлыҡ булырға тейеш түгел.
       Һәр баһалаусы үҙенең хеҙмәте өсөн яуап бир әсәк. Элек үткәрелгән баһалау сифаты өсөн фи рма яуап бирә ине. Баһалау компанияларына дә ғүә белдереүе ауыр булды: субъекттарға судҡа
       мөрәжәғәт итеү буйынса хоҡуҡтар бирелмәгән.
       Һәм, иң яҡшы осраҡта, намыҫһыҙ баһалаусылар ға йоғонто яһау дәрәжәһе эшмәкәрлекте ярты й ылға туҡтатыу менән сикләнә ине. Башҡортоста нда алты лицензия туҡтатылды, был бер ниндәй
       ҙә һөҙөмтә бирмәне - фирмалар икенсе бер ис ем менән теркәлеп, баҙарҙа үҙ эштәрен дауам итте.
       Хәҙер контроль менән хәлдәр икенсерәк. Бер енсенән, баһалаусы фирмаға эшкә килергә, йә булмаһа үҙ-үҙен көйләүсе ойошма менән килеш еү төҙөргә тейеш.
       Баһалаусылар һаны кәмемәҫме, күп райондар урындағы белгестәрен юғалтмаҫмы? - тигән һор ау тыуа. Улай булғас, "баһалаусы" белгестәр хеҙмәтенә хаҡтар күтәрелеүен көтөргә кәрәкте р.
       Хәҙерге ваҡытта Башҡортостанда 300 баһалау сы һәм 600 уҡытылған белгестәр теркәлгән. Ба һалаусылар һаны буйынса республика Рәсәйҙә ө сөнсө урында тора. Яңылыҡ индереү баһалаусыл ар һанын ике тапҡырға кәметеүе ихтимал.
       Перспектива тураһында уйлаһаң, бар яңылыҡ индереү ҙә баһалаусылар эшенең сифатын яҡшыр тыуға йүнәлтелгән. Донъяла уларҙың эшмәкәрле ген үҙ-үҙен көйләүсе ойошмалар контролдә тот а. Рәсәйҙә лә ошондай уҡ практика булһын өсө н ваҡыт кәрәк.

Ольга Зацепина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал