6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Снежана Камская. 28.01.2004 1 Пенсия йәшен күтәрергәме, юҡмы - бына һорау нимәлә
30.01.04


       Бер ваҡыт килеп барыһы ла үҙгәрә тип әйтеүсе хаҡлы булған
       икән. Бынан бер биш йыл элек кенә пенсионерҙарҙы эш урынын ан ҡыуа торғайнылар тип әйтһәк тә хата булмаҫ. Йәнәһе, етер,
       һинең ваҡытың бөттө, инде ялға китергә лә мөмкин. Иҫәптән с ығарылған "ҡарттар" иһә теше - тырнағы менән эштә ҡалырға ты рыша ине. Яҡынлашып килгән ҡартлыҡ менән япа - яңғыҙ ҡалыу ҡ урҡытҡандыр, моғайын. Пенсия аҡсаһының аҙ булыуы ла үҙ ролен
       үтәмәй ҡалмағандыр. Көнбайышта нисек бит - хаҡлы ялға сыҡ т а, донъянан ләззәт табып йәшәй бир: теләһәң сәфәргә сығып ки т, теләйһең икән, үҙ эшеңде булдыр, йә яңы йорт һал! Беҙҙең пенсионерҙарҙы көнбайыштыҡылар менән сағыштырып булмай инде. ..
       Хәйер, күренеүенсә, тиҙҙән беҙең "ҡарттарҙы" тағы бер аҙ
       эшләй бирергә өгөтләй башлауҙары ла бик ихтимал. Сәбәбе - и лдә демографик ситуацияның үҙгәреүе. Белгестәр билдәләүенсә,
       халыҡ һаны кәмеүгә табан бара. Сама менән бер ике тиҫтә йыл дан халыҡ һаны 125 миллион тирәһе буласаҡ ( 145 миллион) ...
       Ә эшләүсе халыҡ 70 миллиондан 50 миллионға тиклем кәмейәсәк ...
       Әлбиттә, бер кем дә өгөтләп йә көсләп эшкә сығарып йөрөр тип уйларға ярамай. Пенсияға сығыу йәшен күтәрә төшәсәктәр ҙ ә шуның менән вәссәләм. Бына Рәсәйҙең Иҡтисад үҫеше һәм сауҙ а министры Аркадий Дворкович та "пенсия йәшен күтәреү мотлаҡ " тип һанай. Ябай граждандар иһә риза түгел, тағы нимә уйлап
       сығарырҙар, йәнәһе. Беҙҙең станок янында үлеп ҡалыуыбыҙҙы теләйһегеҙме! Ә бына Аркадий Дворкович был йәһәттән ниндәй ф екерҙә:
       - Ғүмер ҡыҫҡалығы пенсия йәше проблемаһына ҡағыла, әлбит тә, тик ниндәйҙер кимәлдә генә. Беҙҙең ирҙәрҙең уртаса ғүмер
       оҙонлоғо хәҙер 57 - 58 йәш тәшкил итә, йәғни пенсия йәшенән
       дә түбәнерәк. Әммә был һандарҙы ентекләберәк тикшергәндә тү бәндәге хәл килеп тыуа. Әгәр ир кеше 60 йәшкә етә икән, арта бан ул тғы ла уртаса 15 йыл тирәһе ғүмер кисерә. Икенсе һүҙҙ әр менән әйткәндә - ярайһы уҡ оҙон тормош юлы. Күп ирҙәрҙең иллегә етмәйенсә вафат булыуы арҡаһында уртаса һан 57 тирәһе нә тап килә. Әммә иллегә тиклем вафат булыу - икенсе проблем а, һәм ул пенсия йәшен билдәләүгә ҡағылмай.
       Әгәр ҙә кеше пенсияға иртәрәк сыға икән, тимәк пенсия аҡ саһын да ул аҙыраҡ ала, сөнки күп аҡса тупланып өлгөрмәй. Һу ңыраҡ сыҡһа - күберәк килеп сыға. Ул ваҡытта инде пенсия йәш е тигән төшөнсә лә булмаясаҡ, бары тик билдәле ниндәйҙер ваҡ ытҡа тиклем хаҡлы ялға китергә тейеш булмаясаҡбыҙ.
       Өфөлә беҙ һорау биргән респонденттарҙың күбеһе был яңылыҡ ты хуплай, сөнки ул ваҡытта "кешегә эшләргә мөмкинселек бире рҙәр тигән гарантия һаҡланасаҡ".

Реформалар
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал