6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Партия һәм хәрәкәттәр

Ғәҙел Рәсәй: барыһы ла намыҫлы булырға тейеш
05.12.06


       "Ғәҙел Рәсәй: Тыуған ил. Пенсионерҙар. Тормош" берләшкән һул фирҡәһенең региональ бүлексәһе тарихында беренсе конференция Өфөлә үтте. Уртаҡ ояға әле өйрәнеп тә бөтмәгән, ҡасандыр төрлө өс партия вәкилдәре уртаҡ тел эҙләне, сөнки улар алдында үҙ етәкселәрен һайлау, Башҡортостанда йәшәү формаһын билдәләү бурысы тора ине.
       Көҙ башына иң ойошҡан фирҡә "Родина" ине - Башҡортостанда
       29 бүлексәлә 2600-ҙән ашыу кешенең партбилеты булды. Иң аҙ һанлыһы - Рәсәйҙең "Тормош" фирҡәһе. Һуңғы йылда Башҡортостанда иң әүҙеме Пенсионерҙар фирҡәһе булды.
       Кем беренсе булып идея күтәрә, ғәҙәттә, шул алға сыға. Яң ы "актуаль һул" фирҡә төҙөү инициативаһы менән сыҡҡан Федерация Советы спикеры һәм "Тормош" фирҡәһе лидеры Сергей Миронов уның етәксеһе итеп тәғәйенләнде лә инде.
       Башҡортостандағы яңы "Ғәҙел Рәсәй" фирҡәһенең 30 бүлексәгә берләшкән 4170 ағзаһынан 83 делегат йыйылды. Конференцияның төп маҡсаты контроль-ревизия комиссияһын, совет бюроһын, бюро секретарын, фирҡәнең региональ бүлексәһе рәйесен һәм рәйестең беренсе урынбаҫарын һайлау булды. Өс етәксе вазифаға берләшкән фирҡәләрҙең лидерҙары кандидатуралары тәҡдим ителде: Александр Сидякин (Рәсәй Пенсионерҙар фирҡәһе), Александр Козлов ("Родина") һәм Вячеслав Квят ("Тормош"). Региональ бүлексәләге юғары вазифаға дәғүә итеүселәрҙең һәр береһен делегаттар ҡыҫҡаса резюме менән сығыш яһарға мәжбүр итте. Үҙҙәрен һайлмауҙары менән ризалашмаған ҡайһы берәүҙәр ултырыш залын ташлап сығып китте.
       Тауыш бирер алдынан ғына делегаттар алдында Федераль теркәү хеҙмәте вәкиле сығыш яһаны, ул яңы фирҡә ағзаларына партия Уставын боҙорға ярамағанлығына һәм региональ бүлексә Советы рәйесе итеп Вячеслав Квятты һайлауҙың законға ярашлы булмауына күрһәтте. Әлбиттә, делегаттар үҙҙәре нисек теләй, шулай эшләй ала, ләкин Башҡортостанда фирҡә ойошмаһының законлылығы ҡурҡыныс аҫтына ҡуйылыр ине. Баҡһаң, конференция алдынан ғына "Тормош" фирҡәһе ағзаларының береһе БР буйынса Федераль теркәү хеҙмәтенең Баш идаралығына ялыу яҙған икән, унда ул Вячеслав Квяттың Өфөлә һәм Башҡортостанда йәшәүенең теркәлеүенә шикләнә. Ә был "Ғәҙел Рәсәй" Уставын туранан-тура боҙоу буласаҡ. Ведомство чиновниктары, ысынлап та, Квяттың теркәлеү-теркәлмәүен иҫбатлай алманы.
       Ахыр килеп, конференция, региональ бүлексәнең эшмәкәрлеген ниндәй ҙә булһа закон боҙоуҙан башларға кәрәкмәй, тигән һығымтаға килде. Делегаттарҙың фекеренсә, контроллек итеүсе федераль органдың дәғүәләре нигеҙле, һәм уларҙы һанға һуҡмау бүлексә эшмәкәрлеген туҡтатыуға килтереүе ихтимал бит. Совет рәйесен һайлау тураһындағы мәсьәлә партия президиумы һәм Сергей Мироновтың үҙе менән кәңәшләшкәнсегә тиклем кисектерелде.
       Шулай итеп, "Ғәҙел Рәсәй" фирҡәһе делегаттары региональ бүлексәнең етәксе составын - совет, совет бюроһын, контроль- ревизия комиссияһын һайланы. Фирҡә ойошмаһы менән идара итеүҙе кисекмәҫтән башлау өсөн совет рәйесенең беренсе урынбаҫары итеп - Александр Козлов, совет бюроһы секретары итеп Александр Сидякин һайланды.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал