6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Туризм һәм ял

Өфө курорт Мәккәһенә әйләнә
05.12.06


       Өфө бер аҙнаға булһа ла курорт Мәккәһенә әйләнәсәк. Дөрөҫ, курорт-ҡалаларҙан делегаттар ял итергә түгел , ә киләһе йылдың майында эшләргә киләсәк. Б ашҡортостанда "Шифахана-2007" Бөтә Рәсәй фор умы үтәсәк. Мәртәбәле форумда 1000 кеше ҡатн ашыуы көтөлә. Әйткәндәй, элек уҙған сараларҙ а РФ Хөкүмәте Рәйесе, РФ Дәүләт Думаһы комит еттары рәйестәре, Рәсәй Президентының округт арҙағы тулы хоҡуҡлы вәкилдәре, курорт-ҡалала рҙың вице-мэрҙары ҡатнашты. "Шифахана-2007" форумы Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй д әүләтенә ҡушылыуының 450 йыллыҡ байрам сарал ары сиктәрендә үтәсәк.
       Башҡортостанда "Шифахана-2007" форумын уҙғ арыу тураһында һүҙ үткән йылдың июлендә Башҡ ортостан Президенты Мортаза Рәхимов һәм РФ Һ аулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығының
       Рәсәй Медицина тергеҙеү һәи курортология ғи лми үҙәге директоры Александр Разумов менән осрашыуында барғайны.
       Рәсәйҙең санатор-курорт системаһын үҫтереү ҙә Башҡортостан роле ҙур - был Александр Раз умов фекере. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, респу бликала бөтә рекреацион система әүҙем үҫеп к енә ҡалмай, ә халыҡты һауыҡтырыуҙа тыуған тө йәктең тәбиғәт ресурстарын файҙаланыуҙа яңы ысулдар һәм технологиялар эшләнелә.
       "Башҡортостан санаторийҙары һәм курорттары ның эш итеү кимәле иғтибарға, танылыуға һәм хуплауға лайыҡ, - ти Разумов - Был һаулыҡ һа ҡлауҙа профилактика йүнәлешендәге кеүек сана тор-курорт системаһына һәм тергеҙеү медицина һы үҫешенә республика етәкселегенең мөнәсәбә тен тағы бер тапҡыр иҫбатлай".
       Врачтар әйтеүенсә, ауырыу кеше түгел, ә сә ләмәт кеше профилактика медицинаһы объекты б улып тора. Шуға күрә һаулыҡ һаҡлау философия һын, сәләмәт кешеләргә йүнәлтеп, үҙгәртергә кәрәк. Сәләмәт кешегә ни тиклем иғтибар күбә рек бүленһә, артабан кешеләрҙе дауалауға һәм
       реабилитациялауға средстволар аҙырак китә
       Курорт төбәге статусы хоҡуғына эйә булған
       Башҡортостан тап ошо юл менән бара ла инде.
       Йыл һайын республика шифаханаларында яңы ко рпустар асыла, инфраструктура үҫешә. Республ иканың иң йәш санаторийы - "Ассы"ла 65 урынл ыҡ яңы корпус асылды. Бында йыл аҙағына тикл ем тағы бер йоҡо корпусын тапшырыу планлашты рыла.
       2006 йылда республика шифаханаларында 7765 6 кеше сәләмәтлеген нығытҡан. Ун айҙа шифаха наларҙың дөйөм килеме 1235507000 һум тәшкил иткән. Санаторийҙар социаль мөһим мәсьәләләр ҙе хәл итеп, урындағы бюджетты тулыландыра.

Елена Макушина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал