6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Парламентта

Парламент ултырышы сюрпризһыҙ үтмәне
01.12.06


       БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың ҡырҡ беренсе улты рышы, Лавреневтың танылған драматик повесындағы кеү ек, сюрпризһыҙ үтмәне. "Берҙәм Рәсәй" парламент фра кцияһының Федерация Советындағы беҙҙең парламенттан
       вәкил Игорь Изместьевтың вәкәләттәрен ваҡытынан ал да туҡтатыу тураһындағы мөрәжәғәте бер аҙна инде үҙ
       сәғәтен көтә ине.
       Көн тәртибендә беренсе мәсьәлә булып депутаттарҙы ң дәүләт власының башҡарма органынан сенатор кандид атураһын яраштырыу ҡуйылған ине. Яңы вәкил исеме - Башҡортостан прокуроры урынбаҫары Рәмил Исҡужин - а талғас, аптырап ҡалыу сәбәптәре аңлашылды. Элекке сенатор Рудик Искужин, республика Хөкүмәтенең яңы с оставын тәғәйенләүгә бәйле, вәкәләттәрен юғалтты. К андидатура тотҡарлыҡһыҙ раҫланды.
       Федерация Советында Игорь Изместьевтың вәкәләтен алдан туҡтатыу тураһында мөрәжәғәт буйынса тауыш би реү ваҡыты ла һуҙылды. Изместьев парламент ултырышы нда ҡатнашты һәм хатта һүҙ һораны. Тикшереү осоро а ртта ҡалды булһа кәрәк, һәм уға һүҙ бирелмәне. Дәүл әт Йыйылышынан вәкил депутат корпусының дүрттән өс ышаныс өлөшөн юғалтты. Ә иң мөһиме - иптәштәр илтиф атлығын. Формаль билдә буйынса, бәлки, депутаттар х аталана алалыр...
       Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советы спикеры Сергей Миронов Игорь Изместьевтың вә кәләттәре тураһындағы мәсьәләне нисек хәл итер? Һәр
       хәлдә, хәҙерге сенатор, Дәүләт Йыйылышы депутаттар ы ҡарарын РФ Федераль Йыйылышының Федерация Советы хәл иткәнгә тиклем, сенатор булып ҡала. Игорь Изме стьев республика парламентына тапшырған документтар ында коммерция фирмаһы менән идара итеүҙә үҙенең ҡа тнашмауын иҫбатлай (уны ойоштороуҙы инҡар итмәй).
       Депутаттар икенсе һәм өсөнсө уҡыуҙа төбәктең төп финанс документын - "2007 йылға Башҡортостан Респуб ликаһы бюджеты тураһында" БР Законын ҡабул итте. Фи нанс документына индерелгән 150 төҙөтмә бер кемде л ә ғәжәпләндермәне. Ун бер закон проекты беренсе уҡы уҙа ҡабул ителде. Депутаттар Башҡортостанда бәләкәй
       эшҡыуарлыҡты дәүләт яҡлауы республика программаһын а (2006 йылға) 26 миллион һум аҡса өҫтәү үтенесе ме нән дә килеште. БР Хөкүмәте Премьер-министры - сәнә ғәт, инвестиция һәм инновация сәйәсәте министры Юри й Пустовгаров белдереүенсә, Өфө һәм Салауат бизнес -инкубаторҙары быны талап итә. Средстволарҙың икенс е өлөшөн федераль бюджет бирәсәк.
       Парламент ултырышында Башҡортостан Президенты Мор таза Рәхимов, БР Хөкүмәте Премьер-министры Рафаэль Байдәүләтов һәм уның урынбаҫарҙары, Хөкүмәт һәм Фед ерация Советы ағзалары, республиканың федераль мини стрлыҡ һәм ведомстволар территориаль органдары, суд
       һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары етәкселәре, ҡала һәм ра йон хакимиәттәре башлыҡтары, йәмәғәт ойошмалары һәм
       киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнашты.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал