6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Фекерҙәр

Ҡондоҙ тиреһенән тун күпме тора?
29.11.06


       Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ үҙенә модалы кофта, йә булмаһа ҡиммәтле
       тун эҙләп ер аяғы-ер башына йөрөгән заманалар артта ҡалды. Быларҙың барыһы ла хәҙер эргәбеҙҙә, дөрөҫөрәге, һәр мөйөштә
       тиерлек. Кеҫәң генә ҡалын булһын. Быйылғы көҙгә килгәндә, етмешенсе йылдарҙа йәшәгән яҡташыбыҙ бөгөн Өфөгә килеп сыҡһа, бер нисә ай эсендә республика баш ҡалаһында үткән күргәҙмәләрҙән һушы китер ине. Буш кәштәләр дәүерен күрмәгән кеше - мин әле был тиклем экспофорумдар артынан ҡыуыуға хайран ҡалам.
       Әлбиттә, һатып алыусы өсөн сикһеҙ һайлап алыу мөмкинлеге яҡшы ғына түгел, асылда, дөрөҫ тә. Был тиклем муллыҡ тауарҙарҙың хаҡын төшөрөүгә килтерергә тейеш, ләкин... Ҡондо ҙ
       тиреһенән тегелгән тун бутикта 35 мең һум торһа, бында, күргәҙмәлә, исмаһам, берәй меңгә кәмерәк торһасы. Етмәһә, магазинда уны хаҡын кисектереп түләп һатып алыу мөмкинлеге булыуын иҫәпкә алһаҡ, йәрминкәнең ниндәй кәрәге бар - аңлашылмай.
       Әлеге лә баяғы "затлы тун"ға әйләнеп ҡайтайыҡ. Һатыусылар бер тауыштан, туранан-тура Египеттың үҙенән килтерелгән, тип һамаҡлай. Әйтерһең, пирамидалар эргәһенән үк бер нисә ҡондоҙ
       тотоп алып, алдынғы модельерҙарҙың иң ҡупшы эскиздары буйынса кейем теккәндәр ҙә беҙгә, Өфөгә, килтергәндәр.
       Ә шул уҡ ваҡытта беҙҙең етештереүселәребеҙ үҙ продукцияһын был тиклем әүҙем күрһәтмәй. Бының сәбәбе бер - аҡса булмау йәиһә күргәҙмә урынына түләргә аҡса түгергә теләмәү.
       Был планда барыһы өсөн дә күн-галантерея комбинаттары "тырыша". Һәм отолмай. Арзан, сифатлы, модалы сумкалар йәрминкәлә "һә" тигәнсе һатылып бөтә. Шикләнеүселәрҙе Өфөнөң Нефтселәр мәҙәниәт һарайына килеп, был изделиеларҙы
       ҡарарға саҡырам, унда тағы ике көн буйына Өфө һәм Нефтекама
       фабрикалары үҙ продукцияларын күрһәтәсәк. Төҫтәре һәм моделдәре төрлө, хаҡтары 500 һум тирәһе. Хаҡы арзан булыу уның сифатһыҙ булыуын белдермәй. Йәнәштәге материалы менән
       дә, тегелеш техникаһы менән дә айырылмаған "сит ил" аналогтары ике тапҡырға ҡиммәтерәк, йәнәһе, улар - Европа оҫталарының шедеврҙары. Ә бит республикабыҙҙағы талантлы художник-дизайнерҙар оҫталыҡта сит ил коллегаларынан һис кен ә
       лә ҡалышмай.
       Экспофорумдар иҫәбенә килгәндә - әҙерәк, әммә яҡшыраҡ булһын. Экспоненттар үҙҙәре үк бер күргәҙмә павильонынан икенсеһенә күсенеү ни тиклем ҡыйын икәнен асыҡтан-асыҡ таный. Предприятиеларҙың рекламаға сығымдары тураһында ла оноторға ярамай, бөгөн һатып алыусыларға - бер йәрминкә, иртәгә икенсеһе хаҡында һөйләргә кәрәк.
       Бынан шунан "әйбер күп, әммә һайлап алырлығы юҡ" килеп сыға ла инде. Хаҡтар бигерәк "тешләшә". Төрлө мода форумдарында еңеүсе республика "еңел сәнәғәтселәре" үҙҙәренең арзан продукцияһын теләр-теләмәҫ кенә сығара. Бында ғәйеплеләр күп. Беренсе сиратта, һеҙҙең менән беҙ: йәнәһе, беҙҙең фабрикалар сығарғас, күлдәктәр - йәмһеҙ, сумкалар беренсе класс уҡыусыһы портфеле кеүек була, тип уйларға күнеккәнбеҙ. Ысынында иһә, улай түгел. Беҙҙең предприятиеларҙың һәм ательеларҙың Рәсәй баҙарына ярашлы тауары бар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн был турала илдең башҡа төбәктәрендә генә беләләр. Һөҙөмтәлә, республиканан арзан һәм сифатлы тауарҙар Мәскәүгә, Санкт-Петербургҡа, Түбәнге Новгородҡа һәм башҡа ерҙәргә китә. Ә беҙ һаман Египеттың үҙенән килтерелгән ҡондоҙ тиреһенән тегелгән тун эҙләйбеҙ.

Гүзәл Вәхитова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал