6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
СОЦИУМ // Һаулыҡ һаҡлау

"Гриппол" тирәләй һүҙҙәр "күперә"
28.11.06


       Бына икенсе аҙна инде киҙеүгә ҡаршы вакцина циялау темаһы киң мәғлүмәт сараларында "күпертелә" . "Гриппол" вакцинаһы тарихында бындай нахаҡ бәлә
       һәм ғәйепләүҙәр булғаны юҡ ине.
       Ошоға бәйле "Башинформ" мәғлүмәт агентлығынд а "Микроген" ғилми-производство берекмәһе федераль
       дәүләт унитар предприятиеһының "Иммунопрепарат" ф илиалы генераль директоры Мәхәмәт Алсынбаев һәм "Б Р Гигиена һәм эпидемиология үҙәге" федераль дәүләт
       һаулыҡ һаҡлау учреждениеһының баш врачы Геннадий Минин ҡатнашлығында матбуғат конференцияһы үтте.
       Журналистарҙы борсоған төп мәсьәлә - "Гриппо л"дың ни дәрәжәлә һөҙөмтәле һәм зарарлы булыуы?
       Мәхәмәт Алсынбаев, ғауға өсөн сәбәптәр юҡ, т и. Киҙеү - мәкерле инфекция, уны дауалағансы, булд ырмау яҡшы. "Хәҙерге ваҡытта Рәсәйҙә "Гриппол" мен ән 22 миллион кеше вакцинацияланған, шуларҙың, мин
       һыҙыҡ өҫтөнә алам, 68-ендә аллергик хәлһеҙлек тер кәлгән", - тине предприятие директоры.
       Инструкция күрһәтмәләренә ҡарағанда, аҡһымға
       аллергия булған осраҡта, киҙеүгә ҡаршы прививка я һау тыйыла. Беҙҙең медиктар пациенттар менән ҡыҙыҡ һыныуҙы кәрәк тип һанамаған Бына шуға ла һөҙөмтәлә р насар.
       Бөгөнгө көндә "Иммунопрепарат" - Рәсәйҙә киҙ еүгә ҡаршы вакцина сығарған берҙән-бер предприятие . "Гриппол" сығарыу 1995 йылда башлана, һәм ошо ар ауыҡта уны етештереү технологияһы бер тапҡыр ҙа үҙ гәрмәгән.
       "Гриппол" сит ил вакциналарынан ҡалышмай. Ул арҙың организмға тәьҫире бер үк "Гриппол" - юғары конкуренция вакцинаһы, сит ил вакциналарына ҡараға нда 10-15 тапҡырға осһоҙораҡ. Минең ҡарашҡа, көнәр кәшлек көрәше тормошҡа түгел, ә табышҡа башланды".
       Геннадий Минин белдереүенсә, Башҡортостанда 900 мең кеше киҙеүгә ҡаршы прививка яһатҡан, һәм б арыһы ла быны өҙлөгөүһеҙ үткәргән.

Галина Бахшиева.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал