6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

а/я "Ҡыш Бабайға". Үҙе һорап алғансы
17.11.06


       31 декабргә тиклем әле ай ярым ваҡыт бар, әммә йөрәккә ҡыйыуһыҙ ғына аҙымдар менән, ап - аҡ бесәй балаһы кеүек, Яңы
       йыл яҡынлаша. Гәзит - журналдарҙа, телевидениела ҡайһы ваҡы т байрамға арналған мәғлүмәт менән танышырға мөмкин. Кемдер шыршыны нисегерәк биҙәргә кәңәштәрен бирә, кемдер алда көткән карнавал хаҡында һөйләй. Һәм теләйһеңме - юҡмы, был төндө нисек итеп сағыу һәм онотолмаҫ итеү тураһында уйлай башлайһың. Бала саҡтағы кеүек өйҙә ылыҫ һәм мандарин еҫе аңҡыһын, өҫтәл артында иң яҡын һәм ҡәҙерле кешеләр йыйылһын, ә иртә менән шыршы төбөндә һәр кемде бүләктәр көтһөн ине...
       Әммә был байрамға ҡарата балалар барыһынан да "яуаплыраҡ"
       ҡарашта торалыр, моғайын. Улар төн уртаһында урамдар буйлап
       арҡаһына тоҡ аҫҡан әкиәт ҡарты үтеүен бик яҡшы белә. Ә уның ҡыҙыл тоғонда йыйылған йылмайыу - көлөүҙәр, шатлыҡ - ҡыуаныстар үҙ сәғәтенең етеүен көтә...
       Асыҡланыуынса, был серҙе ҡайһы бер өлкәндәр - Ҡала үҫеше буйынса йәмәғәт фонды хеҙмәткәрҙәре лә белә икән. Нәҡ улар 2003 йылда беренсе булып республикала "Ҡыш Бабайға хат яҙ" акция - конкурсын үткәргән. Ул ваҡытта "Ҡыш Бабайҙың абонент
       йәшнигенә" ике меңдән ашыу хат килгән һәм уларҙың береһе лә
       иғтибарһыҙ ҡалмаған. Үҙе тураһындағы хикәйәләүҙәренә яуап итеп балалар республиканың шыршы байрамына саҡырыу алған. Ҡы ҙыҡлы һәм ихлас хат авторҙарына үҙҙәре хыялланған бүләктәр т апшырылған.
       - Балалар төрлө нимә тураһында хыяллана, - ти фонд директ оры урынбаҫары Ольга Панчихина. - Машина һәм ҡурсаҡтар, шахм ат һәм ҡыҙыҡлы китаптар хаҡында булыуы мөмкин. Ҡыш Бабайҙан башҡа кешегә - ауырыу оләсәһенә, дуҫына ярҙам итеүен һорап яҙған хаттар ҙа һирәк түгел. Йәки ихатала хужалары ташлап киткән бесәй балаларына ярҙам итеүен үтенәләр. Иң мөһиме - улар мөғжизәгә ышана, - ти әңгәмәсем һәм миңә алты йәшлек Владаның хатын һуҙа: "Минең атайым, әсәйем һәм ҡустым бар, мин уларҙы бик яратам. Әлеге ваҡытта бассейнда йөҙөргә өйрәнәм, тағы ла саңғыла йөрөй беләм. Тиҙерәк мәктәпкә
       барырға теләйем, уҡый ҙа беләм инде... Мин донъяла изгелект ең яуызлыҡты еңеүен теләр инем. Мин телевизорҙан чечен һуғыш ы һәм Беслан хаҡында ҡараным. Балалар бик йәл. Яңы йыл төнөн дә бер ваҡытта кешеләр һуғышта һәләк булмаһын, балалар иламаһын, самолеттар һәм йорттар шартламаһын тип теләгем килә. Ҡыш бабай, һин минең теләгемде үтәрһеңме"
       - Һәм бындай теләктәр меңәрләп килә, - ти белгес. Уларҙа яһалмалыҡ юҡ, балаларса яҡты хаттар. Ошо ихласлыҡ һәм мөғжизәгә ышаныуҙарын юғалтмаһындар, йөрәктәрендә һәр
       ваҡыт әкиәт һәм изгелек өсөн урын ҡалһын ине.
       Быйылғы йылда фонд хеҙмәткәрҙәре тағы ла балаларға яңы йыл тылсымсыһына хат яҙырға: үҙҙәре башҡарған изге эштәр тураһында һөйләргә тәҡдим итә. Иллегә яҡын баланан хат килгә н дә инде. Һәм, практика күрһәтеүенсә, был эштең башы ғына ә ле. Мәҫәлән, 2005 йылда бөтәһе алты меңгә яҡын хат килгән.
       - Яңы бурыс һәм яңы бүләктәр көтә, - тип дауам итә Ольга.
       - Ҡотлау хаты менән бергә балаларға кинотеатрҙарға ике кеше өсөн саҡырыу билеттары тапшырыласаҡ.
       Тимәк, тағы ла ғинуар айы башында башҡа ҡала һәм ауылдарҙан
       баш ҡалабыҙға балалар һәм уларҙың ата - әсәләре киләсәк. Уларҙы Ҡыш Бабай һәм гүзәл Өфө, башҡа балалар менән аралашыу һәм тағы ла мөғжизәгә ышаныу көтә.

Елена Мужайлова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал