6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ // Енәйәтселек

Һалҡын ҡанлы йән ҡыйыусылар
29.01.04


       Өфөнөң Орджоникидзе районы прокуратураһы шәхси эшҡыуарҙ ы үлтереү факты буйынса енәйәт эше асты.
       17 - һенән 18 - нә ҡараған ғинуар төнөндә Ушаков урамынд а йәшәүселәрҙе "Пожар!" тип ҡысҡырған тауыштар уята: гаражда р артында автомобиль дөрләп яна. Саҡырылған ут һүндереүселәр
       машинаны һүндергәс, уның багажнигында ир мәйете табыла. Ав томобиль салонында һабы ирегән бысаҡ, ә мәйет аҫтында яртыла ш янһа ла уҡырлыҡ коммерция документтары ята. Улар буйынса һ әләк булыусы эшҡыуар Г - втың шәхесе асыҡлана ла инде. Ҡатын ы ла уны таный.
       17 ғинуар көнө 40 йәшлек өфөлө Г - в үҙенең Нуриман ра йонында урынлашҡан сауҙа нөктәләренән йыйылған аҡсаны алырғ а бара. Һуңғы магазиндан сығып килгәндә күк "Газель" машинаһ ының юл ситендә торған автомобиленә бәрелеп китеүен күрә. "Г азельдә" ултырыусы өс кеше: Өфөлә йәшәүсе ағалы - энеле 22 й әшлек И. һәм 28 йәшлек Р., 24 йәшлек А. ның иҫереклеге күҙг ә ташлана. Машинаның емерелгән урындарын ҡарап сыҡҡандан һуң , эшҡыуар йәштәргә артыҡ ҡаты бәрелмәй генә килтерелгән зыян
       өсөн 5 - 6 мең һум аҡса түләүҙәрен һорай. Тегеләр ризалаша,
       тик эргәләрендә аҡса булмауына һылтанып, Өфөгә тиклем барып
       етергә тәҡдим яһайҙар. Юлда китеп барғанда Г - в был ҙур бу лмаған авария тураһында иптәшенә шылтыратып хәбәр итә.
       Интернациональная урамына улар төнгө сәғәт 12 - лә килеп
       етә. Бергәләп И. менән Р. йәшәүсе фатирға күтәреләләр. Өйҙ ә уларҙың бәләкәй һеңлеһе генә була. Кәштәләрҙе ҡарап сыҡҡан дан һуң, егеттәр өйҙә аҡса юҡлығын әйтә һәм автосервисҡа бар ырға тәҡдим итә, йәнәһе унда уларҙың яҡшы таныштары бар, ул машинаны йүнәтеп биреүҙән баш тармаясаҡ. Г - в бер һүҙһеҙ ри залаша. Был ваҡытҡа иҫерек егеттәрҙең башында енәйәт тураһын да план барлыҡҡа килгән була инде, сөнки өйҙән И. отвертка, ә Р. - бысаҡ һалып алып сыға. "Газель" машинаһын йорт эргәһе ндә ҡалдырып, барыһы ла "Жигулиға" ултырыша. Бынан алда эшҡы уар менән А -ның яҡташтар - күрше ауылдарҙан икәнлеге асыҡла на, шуға күрә Г - в буш вәғәҙәләргә ышанғандыр ҙа күрәһең. Йорттарҙан алыҫлаша төшкәс, водитель эргәһендәге урында улты рған Р. эшҡыуарҙың муйынына бысаҡ терәй, И. отвертка сығара . Уларҙың ҡушыуы буйы Г - в моторҙы һүндерә. Эшҡыуарҙың барс еткаһынан 15 мең һум аҡсаны алып, ирҙе артҡы ултырғысҡа, И.
       менән А. араһына, күсеп ултырырға мәжбүр итәләр. Р. руль ар тына ултыра. Бара биргәс бер тирәлә туҡтарға ҡарар итәләр һә м багажникты аҡтарып арҡан эҙләп табалар. Ирҙе сиратлап өсөһ ө лә быуа. Үле кәүҙәне багажникка тығалар һәм кире ҡала яғы на юл тоталар. Яҡынлағас, ҡаршыларына патруль хеҙмәте машина һы килеп сыға. Ҡоттары осҡан енәйәтселәр Ушаков урамындағы г араждарға борола. Туҡтап автомобилгә бензин һибәләр һәм А. п ассажир урынына ут төртә. Машинаны ут ялмап алғас, ҡайтыу яғ ына йүгерәләр. Артабан такси туҡтаталар, урланған аҡсаға "ҡы ГГар" һатып алып, төнө буйы"Чародейка" мунсаһында "байрам ит әләр".
       18 ғинуар иртә менән И. һәм Р. - ҙың фатирына баралар. Ю лда үҙҙәренә алиби ҙа төҙөргә онотмайҙар: егеттәрҙең һеңлеһе нә кем һораһа ла өсөһө лә өйҙә ҡунды тип әйтергә ҡушалар. К өндөҙ А. үҙенә Нуриман районына ҡайтып китә, И. - ҙа уға эйә рә. Өсөнсө үлтереүсе ҡалала ҡала.
       Был ваҡытта тикшереү органдары енәйәтселәрҙе асыҡлап өлг өргән була инде.Уларҙың береһенең ҡатыны хатта иренә поезға билет алып өлгөрөүе лә асыҡлана. Шул көнө үк кис А. - ны фат ирында ҡулға алалар. И. ҡасып Өфөгә килеп етә: тик подъезда уны ла ҡулға эләктерәләр. Икеһе лә үҙҙәренең ғәйебен таный . Ныҡ иҫерек булыуҙарына һылтаналар. И. балиғ булмаҫ элек үк
       аҡса талаған өсөн яуапҡа тарттырылған булған. А. - элекке м илиционер, бер йыл самаһы элек эш хаҡы аҙлығына һылтанып эше нән киткән. Өйләнгән, ҡатыны бала көтә. Өсөнсө енәйәтсе Р.- ҙы әлеге ваҡытта эҙләйҙәр.

Евгения Тулина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал