6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
БАШвестЪ - йәш

Фатир һәм эш кәрәк, ҡалғаны табыла ул!
17.11.06


       Өфө йәштәренә бәхетле тормош менән йәшәргә, төндәрен тыныс йоҡларға нимә ҡамасаулай Яуап бик ябай - бының өсөн шарттар булмауы. Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте буйынса комитет рәйесе Салауат Сәитов йәштәрҙең күп өлөшөн эшкә урынлашыу һәм торлаҡ табыу ҡыҙыҡһындыра, тип билдәләй. Һәм һуңғыһы - беренсе сиратта. Сөнки эш урыны табырға, хатта ваҡытлыса эшкә лә урынлашырға мөмкин, ә дәүләт ярҙамынан тыш фатир һатып алыу һәр кемдең дә ҡулынан килмәй.
       Ҡаланың йәштәр сәйәсәте буйынса комитетынан алынған мәғлүмәттәр буйынса, энергияһы ташып торған йәштәрҙең 35 проценты эш эҙләү менән мәшғүл, һорауға яуап биреүселәрҙең
       21 проценты йәшәү урыны булмауҙан яфалана, 18 проценты белем алырға хыяллана, 14 проценты үҙенең ял ваҡытын ойоштора алмай, һәм ҡалған 12 проценты яуап бирергә ҡыйынһына.
       Ысынбарлыҡта иһә был һандар һорау алыу һөҙөмтәләренән байтаҡҡа юғарыраҡ: эшкә урынлашыу һәм торлаҡ табыу мәсьәләһе йәштәрҙең 80 процентын борсой. Әйткәндәй, һорауға яуап биреүселәрҙең күпселеге фатирҙары һәм яҡшы эш урыны булһа, ике лә уйламайынса ғаилә ҡорорға, балалар тәрбиәләргә теләүен белдерә.
       Дәүләт иһә икенсерәк юл тәҡдим итә. "Һәр кем ала алырлыҡ торлаҡ" милли проекты йәштәрҙең социаль проблемаларының бер өлөшөн хәл итергә әҙер, әммә проекттағы "Йәш өфөлөләргә торлаҡ" маҡсатлы программаһы йәш ғаиләләргә генә льготалы торлаҡ тәҡдим итә. Өйләнешкәнһегеҙ икән, тимәк, фатир өсөн кредит алырға була. Бала тыуһа - субсидиялар алаһығыҙ, икенсеһе донъяға килһә - фатирға бурыстың бер өлөшө ҡаплана.
       Салауат Сәитов һөйләүенсә, быйыл 70 - 80 ғаилә хаҡтар 45 - 50 мең булғанда, квадрат метрын 23 меңгә фатир алыу буйынс а килешеү төҙөгән. 400 - ҙән ашыу ғаилә бала тыуыуы буйынса субсидия һәм 80 - дән күберәге - фатир өсөн бурыстың бер өлөшөн ҡаплау буйынса сертификатҡа эйә булған.
       Эшкә урынлашыуға килгәндә, был проблемаларҙы йәштәргә эшкә урынлашырға ярҙам итеү үҙәге ярайһы уҡ уңышлы хәл итә: йыл һайын ул биш меңгә яҡын кешене ваҡытлыса һәм даими эш урынына урынлаштыра.
       Тик бына һорау менән файҙаланыусы һөнәрҙәргә бәйле проблема барлыҡҡа килә. Мәҫәлән, менеджер һәм экономист иң п опуляр профессиялар исемлегенә инә. Әммә бөгөн был профессиялар башҡалары кеүек үк һорау менән файҙаланмай. Комитет статистикаһы буйынса, Өфөлә юғары белемле йәштәр араһында эшһеҙлек кимәле дүрт процент тәшкил итә - был бөтөнләй эшкә урынлаша алмағандар. Әммә урта махсус уҡыу йорттары сығарылыусылары эшһеҙлектән нығыраҡ яфа сигә: диплом алып сығыусыларҙың күпселеге һөнәре буйынса эшкә урынлаша алмай һәм үҙе өсөн ят эште үҙләштерергә, арзан хаҡҡа тир түгергә мәжбүр. Өфөгә райондарҙан килгән йәштәр тураһында һүҙ йөрөткәндә, уларҙы ғәҙәттә ваҡытлыса эш ҡыҙыҡһындыра, Ә студенттар, йола буйынса, йәйгелеккә эш эҙләй.
       Йәштәрҙең проблемалары күп, һәм беҙ йәшәгәндә һәм алға маҡсаттар ҡуйғанда, улар буласаҡ, әлбиттә. Хәйер, тормош үҙе лә сикһеҙ һайлау, яҡшырағын, ҡыҙыҡлырағын эҙләүҙән тора. Иң мөһиме - һайлау мөмкинселеге булыу. Үҙ проблемаларыңды тик һин генә хәл итергә һәләтле, ә дәүләт һиңә ярҙамға киләсәк.
       Мәҫәлән, бөгөн республикала "Башҡортостандың баш ҡалаһы йәштәре 2006 - 2010 йылдарҙа" программаһы эшләй, ул Президенттың "Башҡортостан йәштәре" программаһын тормошҡа ашырыу маҡсатында ҡабул ителде. Ҡала хакимиәтенең й әштәр сәйәсәте буйынса комитеты ла йәштәрҙең
       проблемаларын хәл итеүгә йүнәлтелгән эш алып бара.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал