6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Аҡыллылар һүҙенә ҡолаҡ һалмайбыҙ шул
17.11.06


       Бер йыл тирәһе элек "Этил спирты, алкоголле һәм составынд а спирт булған продукция етештереүҙе һәм әйләнешен дәүләт көйләүе тураһында" закон ҡабул ителде. Законға ярашлы, шәхси
       эшҡыуарҙар этил спирты етештереү һәм һатыу хоҡуғынан мәхрүм
       ителде. Ул устав капиталы етерлек булған етди дәүләт предприятиеларына күсте. Алкоголь продукцияһын ваҡлап һатыуға лицензия юридик шәхестәргә генә тапшырылды. Закон технологик ҡорамалдарға булған талаптарҙы ла көсәйтте - улар этил спирты күләмен үлсәү һәм иҫәпләүҙең автоматик средстволары менән йыһазландырылырға тейеш. Дәүләт контролен ябайлаштырыу маҡсатында закон акциз складтарын һәм махсус төбәк маркаларын бөтөрҙө. Төбәктәргә берәмләп һатыуҙа ғына тәртип индерергә тәҡдим ителде. Етештереүселәр федераль власть күҙәтеүе аҫтында булырға тейеш ине. Закон изге маҡсатта - алкоголь баҙарындағы әйләнештән бюджетҡа күсерелгән килемде арттырыу өсөн ҡабул ителде, әлбиттә.
       Шул уҡ ваҡытта ҡабул ителәсәк яңы законға бәйле
       ҡулланыусылар баҙары буйынса координация советтарының
       ултырыштары үтте. Миңә лә Урал төбәге вәкилдәренең ошондай һөйләшеүенә шаһит булырға тура килде. Урал һәм Себер белгестәре килеп тыуған хәлгә бәйле борсолоуҙарын белдерҙе. Улар яңы закон ҡабул итеүгә ҡаршы ине, һуң булмаҫ борон уға үҙгәрештәр индерергә тәҡдим иттеләр һәм мөмкин буласаҡ
       негатив ситуациялар буйынса фекерҙәрен белдерҙеләр. Закондың үҙ көсөнә инеүенән һуң ихтимал проблемаларҙы улар бик аныҡ билдәләне. Башта алкоголь продукцияһын һатыу мөмкин булмаясаҡ, тине төбәк вәкилдәре, сөнки яңы өлгө буйынса акциз маркалары әлегә әҙер түгел. Рәсми спиртлы
       продукция магазин кәштәләренән юҡҡа сығасаҡ. Әммә был халыҡтың эсеү теләгенә йоғонто яһай алмай. Һәм элиталы араҡы
       урыныны ялған эсемлек киләсәк. Контрабанда һәм сәмәй ҡыуыу әүҙемләшәсәк. Һөҙөмтә булараҡ - эсергә яратыусы халыҡ араһында үлем осраҡтарының йышайыуын көтөргә ҡала.
       Закон үҙ көсөнә 2006 йылдың 1 ғинуарында инде. Һәм шунда
       уҡ иң күңелһеҙ күҙаллауҙар ҙа тормошҡа аша башланы. Башта магазин кәштәләренән алкоголь продукцияһы юҡҡа сыҡты, сөнки акциз маркалары ваҡытында әҙерләп өлгөртөлмәне. Һуңынан, йәйен, көйләнгән тип әйтерлек хәл тағы ла насарайҙы, сөнки алкоголь баҙарында ҡатнашыусылар алкоголь продукцияһын иҫәпкә алыуҙың берҙәм дәүләт автоматлаштырылған системаһы (ЕГАИС) менән эшләргә мәжбүр булды. Сиситема спирт әйләнешен контролдә тоторға тейеш ине. Әммә алкоголь менән сауҙа итеүсе компаниялар төрлө техник проблемалар арҡаһында ЕГАИС менән файҙалана алманы.
       Ә халыҡтың эскеһе килә! Акциз маркаларының ҡайҙа булыуы һәм ЕГАИС тигән "хайуанға" төкөрҙө улар. Билдәле булыуынса, эҙләгән - таба, һәм эсергә теләүселәр ысулын тапты ла. Араҡы
       сифаты улар өсөн мотлаҡ түгел. Бөгөнгө көн проблемаларынан ҡасыу өсөн "Трояр", "Ясон", "Биолим" кеүек көнкүреш химия бүлектәрендә һатылған спиртлы средстволар ҙа, "Экстрасепт - 1", "Арктика", "Максимка" һымаҡ дезинфекциялау шыйыҡсалары, составында спирт булған дауалау һәм фармацевтика препараттары ла ярап тора. Мин үҙем көнкүреш химия бүлеге һатыусыларының эсергә яратыуы йөҙҙәренә сыҡҡан кешеләргә арзанлы, составында спирт булған шыйыҡса һатыуына шаһит булғаным бар. Һатып алыусыларҙың ҡиәфәтенә ҡарап йөҙҙәрен һыталар, был ағыуҙы уларҙың эсер өсөн алыуын белеп торалар, әммә һаталар. Уларҙың эше шул: алалар икән, һат! Һөҙөмтәлә белгестәрҙең халыҡ араһында суррогат продукция ҡулланыуҙан үлем осраҡтары артыуы тураһындағы күҙаллауҙары тормошҡа ашты. Бөгөн үҙәк һәм төбәктең киң мәғлүмәт саралары бер - береһенән арттырып яңылыҡтар менән уртаҡлаша - "ағыуланыусылар меңәрләп иҫәпләнә". "яһалма акциз маркалар тартып алынды", "10 тонна суррогат спиртлы продукция һатылыуы асыҡланды" һ. б.
       Ошо көндәрҙә Республика йортонда БР Хөкүмәте Премьер - министры Рафаэль Байдәүләтов етәкселегендә БР Хөкүмәтенең ултырышы үтте. Ултырыштың төп темаларының береһе - "Башҡортостан Республикаһы территорияһында алкоголь һәм спиртлы продукция әйләнешен контролдә тотоуҙо көсәйтеү буйынса саралар тураһында". Унда һуңғы ике айҙа илебеҙҙә биш
       мең сифатһыҙ алкоголь һәм ялған продукция менән ағыуланыу осрағы теркәлеүе хаҡында хәбәр ителде. 360 кеше һәләк булған . Үлем осраҡтары18 төбәктә, шул иҫәптән Волга буйы федераль
       округы төбәктәрендә лә теркәлгән. Башҡортостанда был ваҡыт эсендә 96 кеше токсик гепатит менән дауаханаға һалынған. Уларҙың дүртәүһенең ғүмере өҙөлгән. Нефтекамала, Краснокама,
       Ҡалтасы, Балаҡатай райондарында ағыуланыусылар айырыуса күп. Нигеҙҙә улар дезинфекциялау шыйыҡсалары һәм төрлө настойкалар ҡулланып ағыулана.
       Ултырыш барышында Байдәүләтов был райондар менән селектор буйынса бәйләнешкә инде. Нефтекамала суррогат продукцияның уларға башлыса Удмуртия аша Һамарҙан, Силәбенән һәм Екатеринбургтан килтерелеүе хаҡында хәбәр иттеләр. Бөгөнгө көнгә тикшереүҙәр һөҙөмтәһендә 9650 литр спиртлы шыйыҡса конфискацияланған. Кранокама районында һигеҙ кешенең дауаханаға һалыныуы, бөгөн барыһының да хәлдәре ҡәнәғәтләнерлек булыуы тураһында белдерелде.
       - Республикаға ситтән суррогат алкоголь индереү юлдарын ябығыҙ! - тине Байдәүләтов. Бер ағыуланған кешегә республика йөҙ мең һумдан ашыу аҡса тотона. Нефтекама дауаханаларында ө ҫтәмә 40 койка ҡуйырға мәжбүр булғандар, биш миллион һум самаһы аҡса сарыф ителгән. Өҫтәүенә дауаханан сыҡҡандан һуң да бындай ауырыуҙар ике аҙнанан ашыу тәрбиәләүгә мохтаж һәм һуңынан да хроник ауырыу булып ҡалалар. Алкоголь һәм спиртлы
       продукция әйләнешен контролдә тотоу буйынса ҡарарҙар
       конкрет булырға тейеш, - тип өҫтәне ул.
       Этил спирты, алкоголле һәм составында спирт булған продукцияның законһыҙ әйләнешен туҡтатыу өсөн үткәрелгән оператив - профилактика саралары тураһында доклад менән БР эске эштәр министры Рафаил Диваев сығыш яһаны. 2,5 меңдән ашыу административ хоҡуҡ боҙоуҙар асыҡланған. 2000 - дән ашыу кеше административ яуаплылыҡҡа тарттырылған, өс
       миллион һумлыҡ штраф һалынған. Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Туймазыла, Нефтекамала, Күмертауҙа суррогат продукцияны законһыҙ әҙерләү һәм һатыу буйынса эшмәкәрлек туҡтатылған. Законһыҙ әйләнештән 7,5 миллион һумлыҡ 80 мең литрҙан ашыу а лкоголь һәм спиртлы продукция тартып алынған. Ноябрь айында ғына 35 мең литрҙан ашыу спиртлы продукция законһыҙ әйләнештән алынған. Алкоголь суррогаты етештереүҙә денатурат
       файҙаланыу дауам итә, уны Башҡортостанға башлыса башҡа төбәктәрҙән килтерәләр һәм урында төрлө настойка һәм иретмәләр әҙерләп һаталар.
       Контролде арттырырға, контролдә тотоу органдары һәм ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтарының хеҙмәттәшлеген тәьмин и тергә, асоциаль граждандар категорияһы менән эшләргә, тигән ҡарарҙар ҡабул ителде. Иң мөһиме - ҡануниәттә спиртлы продукция әҙерләү һәм һатыуға бәйле үҙгәрештәр индереү кәрәк . Йәғни, һөйләшеү башындағы темаға килеп төртөлдөк.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал