6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ

Дүртөйлөлә ҡотҡарыусылар отряды эшләй башланы
16.11.06


       Башҡортостанда иҫәп буйынса бишенсе эҙләү - ҡотҡарыу отряды барлыҡҡа килде. 2000 йылдан башлап Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса Баш идаралығы эргәһендә авария - ҡотҡарыу хеҙмәте структураһында Өфөлә, Белоретта, Күмертауҙа һәм Сибайҙа дүрт отряд төҙөлгәйне. Ноябрь айында бындай отряд Дүртөйлөлә лә барлыҡҡа килде. Ғәҙәттән тыш ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, ул Башҡортостандың ярты миллион кеше самаһы йәшәүсе 13 төньяҡ р айонын хеҙмәтләндерәсәк.
       Ҡотҡарыусылар янғын часы бинаһында урынлашҡан һәм янғын һ үндереүселәр менән бергә хәрәкәт итәсәк. Бер аҙ ҡыҫыла бирергә тура килгән, әлбиттә, шулай ҙа эш өсөн яҡшы шарттар тыуҙырылған - төшкө аш һәм ял итеү өсөн айырым бүлмәләр, уҡыу бүлмәһе бар. Әммә иң мөһиме - ҡотҡарыусылар тейешле ҡорамалдар менән етерлек күләмдә тәьмин ителгән, улар һыуҙа,
       юл - транспорт һәләкәттәрендә, тәбиғи һәм техноген ғәҙәттән тыш хәлдәр һ. б. ваҡытта эш алып барырға мөмкинселек бирә.
       - Быға тиклем төҙөлгән отрядтарҙың береһе лә бындай кимәлдәге матди - техник база менән эш башлағаны юҡ әле, - т ип таный авария - ҡотҡарыу хеҙмәте начальнигы Владимир Темаш ев. - Беҙ әле генә бөтә отрядтарҙы ла кәрәк - яраҡ менән тәь мин итә алдыҡ. Ә белореттар эш башлағанда, хәтеремдә, беҙ уларға һырмалар һәм кирза итектәр өләшеп бирҙек, техниканан иҫке генә "уазик" һәм ҡайһы бер ҡотҡарыу инструменттары бар ине.
       Дүртөйлө егеттәре иһә баштан уҡ тейешле кәрәк - яраҡ менән тәьмин ителде.
       Отрядта 24 хеҙмәткәр иҫәпләнә, улар араһында тәжрибәле ҡотҡарыусылар ҙа, оҫталыҡтарын әле саҡ шымартырға йыйыныусылар ҙа бар. Отрядтың яуаплылыҡ зонаһында күп һанлы һыу ятҡылыҡтары һәм иң ҙур йылға - Ағиҙел ағыуы сәбәпл е, водолаздарға айырым иғтибар бирелә.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал