6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Закир Шакировтың күп яҡлы таланты
16.11.06


       Бөгөн, 16 ноябрҙә, күренекле тел белгесе, этнограф, геогр аф, тарихсы, халыҡ уҡытыусыһы, Башҡортостанда халыҡ мәғарифын ой оштороусыларҙың береһе Закир Шакир улы Шакировтың тыуыуына 125 йыл тула.
       Закир Шакиров Башҡортостан Республикаһы Кушнаренко районының Ҡарасайылға ауылында тыуа. Бәләкәй Закир башланғыс белемде тыуған ауылындағы урыҫ - башҡорт мәктәбендә ала. Кесе йәшендә үк ул атаһының кәңәше буйынса география, арифметика, тарихты өйҙә үҙаллы өйрәнә, бик тырышып урыҫ телен үҙләштерә. Шул уҡ ваҡытта Закир Ҡөрьән, д ини әҫәрҙәр, төрки грамматикаһы менән дә таныша. 1895 йылда ун дүрт йәшлек Закирҙы атаһы Рәсмәкәй ауылындағы яңы мәктәпкә алып бара. Был мәктәп районда заманы өсөн иң алдынғыларҙан һанала. Закир унда ике йыл уҡый, ҙур тырышлыҡ менән география, тарих һәм урыҫ телен өйрәнә.
       Атаһының кәңәше буйынса Закир уҡытыусы булырға ҡарар итә.
       Ул Ҡазанға килә һәм "Мөхәммәҙиә" мәҙрәсәһенә уҡырға инә. Был уҡыу йортонда мосолмандар дини белемдән тыш донъяуи белемгә лә эйә була. Мәҙрәсәлә башланғыс, урта һәм өлкән синыфтар уҡый.
       Дин, ислам ҡанундары, Мөхәммәт пәйғәмбәр хәҙистәренән башҡа мәҙрәсәлә логика, иҡтисад, тарих, философия кеүек фәндәр ҙә өйрәнелә.
       1902 йылда, мәҙрәсәнең юғары бүлегендә уҡыған ваҡытта, Закир урта бүлектә география, туған тел һәм әҙәбиәт буйынса дәрестәр бирә башлай. Ошо ваҡытта уҡ Закирҙың педагог - новаторлыҡ һәләттәре асыла. Йәш уҡытыусы алдынғы зыялылар - Фәтих Әмирхан һәм Ғабдулла Туҡай менән яҡындан аралаша. Туҡай ул үткәргән география дәрестәренә инеп ултырыр була.
       "Дәрес буйына Ғабдулла Туҡай минең диапозитивтар, проекци я фонары, башҡа ҡулланмаларҙы файҙаланып шәкерттәргә Камчатка, Сахалин, Корея һәм Япония тураһында һөйләгәнемде тыңлап ултырҙы. Ә дәрестән һуң яныма килде һәм: "Бына географияны нисек итеп өйрәнергә кәрәк икән", - тип әйтте", - тип хәтерләй Закир Шакиров.
       1908 йылда Шакиров уҡытыусы исеменә имтиханды уңышлы үткәндән һуң, дөйөм белем биреү дисциплиналарын уҡыта башлай. 1912 йылда ул А. Л. Шанявский исемендәге Мәскәү халыҡ университетының тарих - философия бүлегенә уҡырға инә,
       әммә матди ҡыйынлыҡтар сәбәпле, дүртенсе курста уны ташларға мәжбүр була. Башҡортостанға ҡайтып Өфө губернаһы земство идараһы мәғариф бүлегенең урыҫ булмаған мәктәптәр
       төркөмө мөдире һәм инструктор булып эшләй. 1917 йыл аҙағында Өфөлә башҡорт һәм татар йәштәре, ә 1918 йылда - өлкәндәр өсөн беренсе урта дөйөм белем биреү мәктәбен аса. 1919 йылдан башлап Шакиров туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы,
       мәктәп директоры булып эшләй, шул уҡ ваҡытта Өфө губерна музейына етәкселек итә. Һуңыраҡ Халыҡ мәғарифы институтында,
       1929 йылдан башлап Башҡорт дәүләт педагогика институтында ( бөгөнгө БДПУ), артабан медицина институтында (бөгөнгө БДМУ ), Уҡытыусыларҙың квалификацияһын күтәреү институтында эшләй. Оҙаҡ ваҡыт Тарих, тел һәм тарих институтында эшләй,
       лингвистика, әҙәбиәт, этнография һәм фольклор һорауҙары буйынса консультант вазифаһын башҡара. Шакиров тәүге мәктәп дәреслектәре һәм ҡулланмалар төҙөүҙә ҡатнаша. Үҫемлек
       атамаларының урыҫ - башҡорт телендә терминологик һүҙлеген, химия, математика буйынса һүҙлектәр, лингвистик терминдар һүҙлеген әҙерләүселәрҙең береһе булараҡ билдәле. Беренсе ҙур
       урыҫ - башҡорт һүҙлеген ( 1948 йыл), урыҫ графикаһы нигеҙен дә башҡорт алфавиты һәм орфографияһын төҙөүҙә ҡатнаша. Педагогия институтының башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһына етәкселек иткәндә, башҡорт филологияһы буйынса а спирантура ойоштороусы ла була. Филологтар араһынан уға тәүгеләрҙән булып Башҡорт АССР - ының атҡаҙанған фән эшмәкәре исеме бирелә ( 1944 йылдың марты).
       Шакиров Закир Шакир улы 1968 йылда вафат була. "1968 йылдың 3 декабрендә республиканың халыҡ мәғарифы бик ҙур
       юғалтыу кисерҙе", - тип яҙа республика матбуғаты. Ул Мосолм ан зыяратында ерләнгән. Ҡатыны Ғәфифә Яҡуп ҡыҙы менән икеһенең ҡәберҙәре өҫтөндә граниттан уртаҡ һәйкәл ҡуйылған.
       Фиҙакәр хеҙмәте һәм халыҡ мәғарифы үҫешенә индергән ҙур өлөшө өсөн Шакиров Ленин (1954 йыл) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1944 йыл) ордендары һәм миҙалдар менән наградлана.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал