6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Бураҙна боҙолмаясаҡ
16.11.06


       Яңы һепертке яңыса һеперә. Ә иҫкеһе нисек һеперергә тейеш  Йәки бөтөнләй һепермәҫкәме Ошо көндәрҙә дәүләт башлығы Мортаза Рәхимовтың 10 октябрҙә, БР Дәүләт Йыйылышы Владимир Путиндың тәҡдиме буйынса уны республика Президенты вазифаһында раҫлағас уҡ әйткән һүҙҙәренең мәғәнәһе асыҡланды.
       - Һис һүҙһеҙ, ҡайһы бер структур үҙгәрештәр буласаҡ. Бары һын да алмаштырам тип әйтә алмайым, әммә үҙгәрештәр буласаҡ. Иҡтисадҡа килгәндә, ниндәйҙер ҙур үҙгәрештәр көтөлмәй. Республикала ҡабул ителгән программалар тормошҡа ашырыласаҡ, - тип белдергәйне республика башлығы. - Беҙҙең төп маҡсат - иҡтисадты, кешеләребеҙҙең йәшәйеш кимәлен күтәреү. Быға нисек ирешергә Предприятиеларҙың табышлы эшләүенә, килемһеҙ производстволар ҡалмауына өлгәшергә
       кәрәк.
       Шулай килеп сыҡты ла, йәғни иҡтисади блок шул килеш ҡалды , тип әйтергә була. БР Хөкүмәте Премьер - министры Рафаэль Байдәүләтов күҙаллауынса, Мортаза Рәхимовтың Указдары менән "министрлыҡтарҙың төп өлөшө" һаҡланды. Иҡтисади үҫеш һәм
       сәнәғәт министрлығы ғына үҙгәртеп ҡороуҙан ҡотола алманы, сөнки унан "реформалар штабы" йәки "Грефтың төбәк вәкиллеге"
       килеп сыҡманы. Икенсе яҡтан ҡарағанда, инновацион һынылыш һ әм инвестицион бумды дәртләндереү бына инде бер нисә йыл рәт тән РФ һәм БР Президенттары Мөрәжәғәтнамәләренең төп темаһы булып яңғырай, тип әйтергә була. Күрәһең, бер юлы бер
       үк көс түгеп ике эш менән шөғөлләнергә ярамайҙыр. Өсөнсө кө н республикала ике яңы министрлыҡ барлыҡҡа килде.
       БР Сәнәғәт, инвестиция һәм инновация сәйәсәте министрлығына
       БР Хөкүмәте Премьер - министры урынбаҫары Юрий Пустовгаров етәкселек итәсәк. Ә өр - яңы Иҡтисади үҫеш министрлығы Өфө дәүләт нефть технологик университетының Иҡтисад институты директоры, әйткәндәй, республика башлығы м енән бер үк вуз тамамлаған 44 йәшлек Евгений Евтушенкоға йөкмәтелә.
       Бөтә вице - премьерҙар ҙа, дәүләт комитеттары һәм идаралы ҡ етәкселәре кеүек үк, портфелдәрен һаҡлап ҡалыуына ҡарағанд а, хөкүмәт эшмәкәрлеге Башҡортостан Президентын тулыһынса ҡәнәғәтләндерә. Дөрөҫ, "көсһөҙ урындар" ҙа асыҡланды.
       Республиканың Рәсәйҙең беренсе вице - премьеры Дмитрий Медведевта һәм федераль мәғариф һәм фән министры Андрей Фурсенкола йылы тәьҫораттар ҡалдырыуына ҡарамаҫтан, Зөһрә Рә хмәтуллина үҙенең вазифаһын һаҡлап ҡала алманы. Уға алмашҡа Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығының элекке у рынбаҫары Сынтимер Баязитов тәғәйенләнде.
       Юстиция министрын алмаштырыуҙа ла логика һиҙелә - Владимир Спеле был вазифаны бизнестан килеп биш йыл дауамында биләне. Шунда әйләнеп ҡайтыр ҙа, күрәһең. Бөгөнгө юстиция министры - 38 йәшлек Александр Старшинин әлеге көнгә тиклем БР Президенты хакимиәтенең дәүләт - хоҡуҡи идаралығында хоҡуҡи экспертиза бүлегенә етәкселек иткән.
       Министр портфелен ҡулында ике йылдан да аҙыраҡ тотҡан мәғариф министры кеүек үк, Фәнил Шәмиғолов та һаулыҡ һаҡлау министры булып аҙ эшләне. Уға халыҡ алдында конкрет дәғүәләр белдерелмәй, Башҡортостанда милли проект та ярайһы уҡ йылдам тормошҡа ашырыла. Әммә уға өс йылдан һуң ми нистр урынын һуңғы йылда республиканың 2 - се клиник дауаханаһында баш врач булып эшләгән Андрей Евсюковҡа
       тапшырырға тура килде.
       Республиканың социаль - иҡтисади үҫеше, аграр тармаҡ һәм милли - мәҙәни сәйәсәт өсөн яуап биреүсе төп министрҙарҙың береһе лә посын юғалтманы. Тимәк, эшмәкәрлектә күсәгилешлек булыуы йәки булмауы хаҡында һүҙ йөрөтөүҙең мәғәнәһе юҡ. Етәксе үҙ урынында ҡалған министрлыҡтарҙа командалар составының үҙгәрешен көтөргә тура килмәй.
       Яңы иҫке хөкүмәт эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре элеккесә ҡала, улар араһында төп урынды милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу һәм Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй составына инеүенә 450 йыл тулыуын билдәләү сараларына әҙерлек
       биләйәсәк.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал