6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Уртаҡ йорттоң милли үҙенсәлектәре
16.11.06


       Республиканың милли - мәҙәни үҙәктәре башҡарған эштәр араһында Польшаның бойондороҡһоҙлоғона арналған милли байрам айырым урын биләй. Бында бер ниндәй сәйерлек тә юҡ - Өфөлә поляктарҙың мәҙәни - ағартыу үҙәге әүҙем эшләп килә. Яңыраҡ Башҡорт дәүләт филармонияһында тажик диаспораһы Тажикстан президентын һайлауҙа ҡатнашты. Башҡортостандағы
       "Видергебурт" немецтар союзы ағзалары Мәскәүҙә немец мәҙәниәте үҙәге етәкселәре форумында Башҡортостан исеменән с ығыш яһаны.
       Хәйер, күптәнге йола буйынса Халыҡтар дуҫлығы йортонда үткә н кәңәшмәгә йыйылған башҡа милли - мәҙәни үҙәк етәкселәренең
       дә уртаҡлашырлыҡ темалары етерлек. БР Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығының баш белгесе Айгөл Хәбибуллина әйтеүенсә, Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй составына инеүенә 450 йыл тулыуын билдәләүҙә "Заман шарттарында милли сәйәсәт" ғилми - ғәмәли конференцияһы әһәмиәтле урын
       биләйәсәк. Форум 7 - 8 декабрҙә Өфөлә "Башҡортостан халыҡтары" дәүләт программаһы сиктәрендә ойошторола.
       БР Фәндәр академияһының Милли һәм тел мөнәсәбәттәрен өйрәнеү үҙәге ғалимдары социологик тикшереүҙәр үткәргән - улар 1 сентябрҙән башлап мәктәптәрҙә башҡорт телен мотлаҡ өйрәнеү индерелеүенә бәйле халыҡ фекере менән ҡыҙыҡһына. Ғилми эш буйынса үҙәк директоры урынбаҫары Илгиз Солтанморатов башҡа граждандар менән бер рәттән был һорау уҡыусылар һәм уҡытыусыларға ла бирелеүен белдерҙе. Респонденттарҙың 67 проценты яңы практиканы ыңғай һәм һәр унынсы кеше - кире баһалай. Милли - мәҙәни үҙәк рәйестәре башҡорт теленең йоғонтоһон һөҙөмтәле таратыу өсөн бер нисә тәҡдим менән сығыш яһаны. Ә республикала йәшәүсе украиндарҙың "Кобзарь" үҙәге рәйесе Владимир Дорошенко Шолохов исемендәге Мәскәү дәүләт асыҡ педагогика университетының Өфө филиалы етәкселеге менән бергә Башҡортостан Президентына республикала Башҡорт теле көнө үткәреү тәҡдиме менән телеграмма йүнәлтеүен белдерҙе. Башҡорттарҙың "Аҡ тирмә" милли - мәҙәни үҙәге рәйесе Ләлә Биишева дәүләт һәм муниципаль учреждениеларҙа ла башҡорт телен өйрәнеүҙе индерергә кәрәк, тип билдәләне.
       Кәңәшмәнең төп өлөшө үҙәктәрҙең алдағы эш пландарына арналды, әлбиттә. Комплекслы мәҙәни - әхлаҡи сара итеп
       үткәрергә ғәҙәтләнгән байрамдарҙан тыш башҡа проекттар ҙа бихисап. Бөгөн, мәҫәлән, еврейҙарҙың "Кохав" милли - мәҙәни үҙәге "Башҡортостан Республикаһының тарихи - мәҙәни киңлегендәге милләт - ара диалогта еврей диаспораһы" тип исемләнгән ғилми - ғәмәли конференция үткәрә. Башҡорттарҙың "Аҡ тирмә" милли - мәҙәни үҙәге 5 декабрҙә Өфөлә Милли
       матбуғат көнө үткәрергә планлаштыра. Төрки милли - ағартыу үҙәге "Рамаҙан" Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй составына инеүенә 450 йыл тулыуын байрам итеү сиктәрендә күренекле татар шағиры, билдәле меценат һәм йәмәғәт эшмәкәре Закир Рәмиев иҫтәлегенә арналған саралар серияһы
       әҙерләй. Башҡортостан урыҫтарының соборы 22 ноябрҙә Өфөлә М ихаил Чвановтың ижади кисәһен үткәрәсәк. Дағстан милли - мәҙәни үҙәге декабрь башына отчет - һайлау конференцияһын планлаштыра. Латыш милли - мәҙәни үҙәге 25 - 26 ноябрҙә Архангель районында тарихи - мәҙәни үҙәк базаһында фольклор байрамы менән сығыш яһарға әҙерләнә һ. б.
       Һис һүҙһеҙ, беҙҙең төбәк элек - электән бик күп халыҡтарҙ ың йәшәү һәм үҙ - ара аралашыу урыны булып танылған. Бында берҙәм тарихи биҙәктә төрки, славян, фин - уғыр, башҡа халыҡтарҙың яҙмышы үрелеп үҫкән. БР Халыҡтар дуҫлығы йорто д иректоры Шәрифулла Алсынбаев республикала үткәрелгән дәүләт милли сәйәсәтенең төп күсәрҙәре - "Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының телдәре тураһында" закон һәм "Башҡортостан халыҡтары" дәүләт программаһын хәтергә төшөрөп үтте. Һәм ошо контекста республиканың милли - мәҙәни
       үҙәктәре, дәүләт власы органдары менән хеҙмәттәшлек итеп, уларға хәлде дөрөҫ баһаларға мөмкинселек бирә, йәғни, экспер т төркөмө ролендә сығыш яһай. Шул уҡ ваҡытта милли - мәҙәни үҙәк етәкселәренең күпселеге БР Президенты эргәһендәге Йәмәғәт кәңәшмәһе составына инеүен иҫәпкә алғанда, улар теге
       йәки был законды ҡабул итеүгә йоғонто яһай, төҙәтмәләр инде рә ала. Йәғни, республиканың милли - мәҙәни үҙәктәренең тауы шы әһәмиәтле, абруйлы, уға ҡолаҡ һалалар.
       Һуңғы бер - ике айҙа ғына 28 милли - мәҙәни үҙәктән торға н татыу ғаиләгә яңы - "Ала Тау" тип исемләнгән ҡырғыҙ милли - мәҙәни үҙәге өҫтәлеүе осраҡлы түгел. Кәңәшмә ваҡытында иһә
       потенциаль "квартиранттар" - молдаван диаспораһы менән танышыу ойошторолдо. Бөгөн республикала 1060 - тан ашыу молдаван кешеһе йәшәй. Ноябрь айында мордва тарихи - мәҙәни үҙәгенең асылыуы көтөлә. Әйткәндәй, Башҡортостан халыҡтарының ошондай вәкиллектәре - уникаль күренеш, Рәсәй Ф едерацияһында уның аналогтары юҡ.
       Республикалағы милли - мәҙәни үҙәктәр үткәрергә йыйынған саралар береһенән - береһе ҡыҙыҡлыраҡ. Улар араһында Башҡортостанда мордва мәҙәниәте, "Раштыуа кистәре" немец мәҙәниәте фестивале, әрмән, грузин, әзербайжан мәҙәниәттәре,
       шулай уҡ чечен яҙыусылары әҫәрҙәренең күргәҙмәһе һ. б. бар. БР урыҫтары соборы Галина Бельскаяның хәтер кисәһен үткәрергә планлаштыра.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал