6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Һеҙҙең республика бик үҙенсәлекле!
15.11.06


       "Башҡортостан" күргәҙмә комплексында ун өсөнсө халыҡ - ара
       "Нефтегазсервис. Химиндустрия. Лаборатория - 2006" күргәҙмәһе асылды.
       Беҙҙең республика нефть менән айырылғыһыҙ бәйле. "Ҡара алтын" күптән инде Башҡортостандың брэндына әйләнде. Беҙҙә н ефть, газ һәм газ конденсаты ятҡылыҡтары ярайһы уҡ етерлек күләмдә тупланған. Башҡа район һәм өлкәләрҙән республика территорияһы аша ҙур күләмдә нефть һәм газ оҙатыла. Ә баҙар
       даими рәүештә нефть табыу һәм эшкәртеү сифатын арттырыуҙы, ҡорамалдарҙы яңыртыуҙы талап итә икән, был тармаҡта эшләүселәр өсөн махсуслаштырылған күргәҙмәләр бик кәрәк,
       тигән һүҙ.
       Экспофорумда Рәсәй һәм башҡорт фирмаларының етмештән ашыу вәкиле ҡатнаша. География бик киң - Мәскәүҙән, Санкт - Петербургтан, Һамарҙан, Пермдән, Екатеринбургтан, Төмәндән, Әлмәттән, Түбәнге Новгородтан, Дондағы Ростовтан ҡунаҡтар килгән. Германия вәкилдәре лә бар.
       Бында нефть табыу, эшкәртеү һәм транспортировкалау өсөн кәрәкле бөтә ҡорамалды ла табырға мөмкин. Автозаправка станциялары, нефть базалары, нефть терминалдары һәм нефть эшкәртеү заводтары, нефть һәм газ скважиналарында эшләү өсөн махсус установкалар, геофизик ҡорамалдар менән танышырға була.
       Нефть газ комплексы өсөн хеҙмәтләндереү, төрлө лабораториялар өсөн ҡорамалдар айырым блокта тәҡдим ителә.
       Сара тураһындағы тәьҫораттары менән ҡыҙыҡһынып һорау биреүемә форумда ҡатнашыусылар төрлөсә яуапланы:
       - Көсһөҙ күргәҙмә!
       - Күргәҙмә шәп, әммә павильонда һалҡын!
       - Ҡатнашыусылар ҙа, һатып алыусылар ҙа аҙ.
       - Беҙ алдан уҡ реклама хәстәрен күрҙек, беҙгә килеүселәр
       етерлек.
       Әммә күптәр Өфөлә яҙын үткәрелгән ошондай уҡ күргәҙмә байтаҡҡа сифатлыраҡ, һәм бөгөнгө күргәҙмә күптән түгел Мәскәүҙә һәм Пермдә үткән, тематикаһы буйынса ауаздаш күргәҙмәләр арҡаһында экспоненттарҙы күп йыя алманы, тигән фекер менән килешеүен белдерҙе.
       Сит ҡалаларҙан килгән ҡатнашыусылар барыһы ла тип әйтерле к башҡорт фирмалары менән хеҙмәттәшлек итә һәм республика
       менән бәйләнеште киңәйтергә өмөтләнә. Тик Башҡортостандың к онтракттарға ҡул ҡуйыу буйынса үҙ спецификаһы бар, ти улар.
       Мәҫәлән, Һамарҙа нефть базалары, АЗС һәм АГЗС өсөн заманса ҡорамалдар ҡайтарыу менән шөғөлләнеүсе фирма етәксеһе был йә һәттән республиканың үҙенсәлекле булыуын билдәләне. Беренсенән, "БР белгестәре бер ҡасан да килешеүгә ҡул ҡуйырғ а ашыҡмай, икенсенән, бында шәхси контакттар ҙур әһәмиәткә эйә".
       Экспофорумдың эш программаһы сиктәрендә белгестәр өсөн кәңәшмәләр һәм семинарҙар ойошторола. Күргәҙмә 17 ноябргә тиклем дауам итәсәк.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал