6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Аралар өҙөлдө: балаға нисек йәшәргә
15.11.06


       Ир менән ҡатын айырылыша икән - ғәйеплене эҙләү файҙаһыҙ:
       йәғни, ғәйеп ике яҡта ла. Был бөтәһенә лә мәғлүм. Шулай булыуына ҡарамаҫтан, уның тағы бер сиге бар: балалар юл ситендә ҡала.
       "Атай менән әсәй айырылышты... Ярай... Әсәй менән һәр ваҡ ыт күрешә алам - ана, ул бер нисә йорт аша ғына йәшәй. Ә ата й эргәлә - бер фатирҙа ашайбыҙ ҙа, йоҡлайбыҙ ҙа, бергәләп телевизор ҙа ҡарайбыҙ..." - тип фекер йөрөтә биш йәшлек Учал ы "кешеһе" Марсель. Илап ебәрмәҫ өсөн тештәрен ҡыҫа. Сабый у л ваҡытта ата - әсәһенең айырылышыуы үҙе өсөн нимәгә әйләнерен башына ла килтермәй.
       Тирә - яҡтағылар ғаилә тормошона ҡыҫылырға тырышмай, әлбиттә. Альмира (Марселдең әсәһе) улын атаһы менән уртаҡ фатирҙа ҡалдырырға ҡарар итә, ә үҙе ике йәшлек ҡыҙы менән ата - әсәләрендә йәшәй башлай - тимәк, шулай кәрәк. Әсә кеше балаларына бары тик яҡшылыҡ ҡына теләй бит. Альмира улы менән йылы мөнәсәбәттәрен һаҡлай ала, йыш күрешеп торалар. М арсель бәләкәй һеңлеһе менән дә уйнарға ярата. Балалар аталарының да, әсәләренең дә иҫән - һау икәнлеген, бер ҡалал а йәшәүен белә - тағы нимә кәрәк Альмира Марселдең киләсәге н сағыу төҫтәрҙә күҙаллай: малай атаһы менән йәшәй, тимәк, тейешле тәрбиә ала, бик яҡшы уҡый. Тупланған мөлкәт һәм фатир - ҡалһын әйҙә! Малайы ғына ҡәнәғәт булһын...
       Килеп тыуған хәлгә Альмираның ире Илдарҙың ниндәй ҡарашта
       булыуын әйтеүе ҡыйын. Ирҙәр - өндәшмәҫ зат, хис - тойғоға бирелеп бармайҙар. Әммә бер ни тиклем ваҡыт Марсель атаһы менән татыу йәшәй. "Атаһы ҡырын ҡараһа йәки ашатмаһа күптән әсәһенә ҡасҡан булыр ине!" тип һығымта яһай ишек төбөндәге эскәмйәлә гәп һатырға яратыусы күрше ҡарсыҡтары. Әммә был һүҙҙәрҙең иртәрәк яңғырауы асыҡлана.
       Дүртенсе синыф уҡыусыһы Марсель бер көнө күҙ йәштәренә быуылып әсәһе янына килә. "Ул өйҙә үҙен ҡыйырһыталар, ти... - тип ауыр һулай Альмира, - һәм кире ҡайтыуҙан баш тарта". Ул ваҡытҡа Илдар инде икенсе ҡатынға өйләнә, Марселдең тағы бер
       һеңлеһе тыуа. Әммә был ваҡиға малайҙың тормошона шатлыҡ өҫтәмәй: сит апай ғына түгел, үҙ атаһы ла кәмһетергә сәбәп к енә эҙләп тора. Һәм көндәрҙән бер көндө Марсель быға сыҙап т ора алмай - әсәһенә юл тота. Бик һирәк малайҙар ғына етенсе синыфҡа тиклем "бик шәп" билдәләренә генә уҡый алалыр. Ә бына Марселдең ҡулынан килә. Альмира иһә бар көсөн туплап, балаларына лайыҡлы тормош тәьмин итеү хәстәренә сума. Беренсенән, ул алиментҡа бирә ( айырылшҡандан һуң биш йыл үткәс), икенсенән, элекке ире менән мөлкәтте һәм фатирҙарын
       бүлешә. Ата - әсәйҙәренән күсергә тура килә - улы менән ҡыҙ »­ уҡыу һәм ял итеү өсөн шарттар кәрәк. Эх был күсеү... Ҡат ын Марсель менән булған үҙгәрештәрҙе нәҡ ошо ваҡыт менән бәйләй.
       "Беҙҙең йортта һәм ихатала бөтә үҫмерҙәр ҙә тип әйтерлек балиғ булмағандар эштәре буйынса милицияла иҫәптә тора, - ти п һөйләй Альмира. - Кемдер ултырып та сыҡҡан... Ихаталағы иптәштәре менән эсеп, тәүге тапҡыр иҫереп ҡайтҡанда Марселгә
       14 йәш ине". Әсә өсөн был ҙур ҡайғы була: ҡасандыр улының атаһы менән дә ул нәҡ ошо сәбәпле айырылыша. Һәм ошо осорҙа
       малай уҡыуға булған ҡыҙыҡһыныуын юғалта. Алкоголь барыһын д а ҡыҫырыҡлап сығара: үҫмер эскеләү генә түгел, лаяҡыл иҫереп
       ҡайта башлай. Холҡо үҙгәрә, фатирҙа йыш ҡына дау ҡуптара .. . Иртә менән иһә әсәһе һәм һеңлеһе алдында ғәфү үтенә. Уларға,
       әйткәндәй, бармаҡ менән дә сиртмәй. Аяныс һөҙөмтәләр үҙҙәре н оҙаҡ көттөрмәй: бурлыҡ өсөн үҫмер хөкөм алдына баҫа. Унан алдараҡ Альмира улына атай кеше кәрәклеген аңлап Илдарға шылтырата һәм "Мин алимент түләйем, икенсе ғаиләм бар. Башҡаса мине борсома", - тигән яуап ишетә.
       Әсә кеше нимәгә өмөтләнә һуң Атаһынан китеүенә ҡарамаҫтан , Марселдең уның менән аралашыуын дауам итеүен белә
       Альмира. Йәғни, аралашырға тырышыуын: улы атаһының фатирына килә, телефондан шылтырата. Атай кеше иһә уға бик һирәк иғтибар бирә. Ә бер тапҡыр иҫереп килә, улын туҡмай һә м ... быуып үлтерергә маташа. Әсәһе көс - хәлгә улынан сәбәп тең нимәлә булыуын һөйләтә. Баҡһаң, атай кеше 15 йәшлек улы менән "мөнәсәбәттәр асыҡларға" килгән икән. Малайҙы туҡмағанда ул бер туҡтауһыҙ "Минең фатирға шылтыратма, ғаиләмә йәшәргә ҡамасаулама!" - тип ҡабатлай. Был юлы Марсель иламай. Ҡарашын иҙәнгә төбәп, ул: "Мин ҡамасауларға
       теләмәнем, бары тик тауышын ғына ишеткем килгәйне", - тип бышылдай.
       Улының бөгөнгө хәлендә әсә тик үҙен генә ғәйепләй. Быйылғ ы йылдың мартында уға Учалы район - ара прокуратураһы менән дә һөйләшергә тура килә - малайҙы "Үлтереү менән янау" стать яһы буйынса ғәйепләйҙәр: үҫмер үҙенең дуҫы менән автовокзалд а хулиганлыҡ ҡыла һәм кассирҙан шелтә ала. Яуап итеп ҡатынға
       бәке менән янай. Уларҙы ҡулға алып милицияға тапшырырға булалар, малайҙар сығып ҡаса, әммә әмәлгә ҡалғандай яҡында ғына милиция патруленә тап булалар... "Уйын автоматтары залында эшләгән ваҡытта улымды тәрбиәләүҙе ҡулдан
       ысҡындырҙым, тип һанайым, - тине ул әңгәмә аҙағында. - Эш көнө киске ун бергә тиклем дауам итә, бик ныҡ арыйым, ә ял көндәрендә өйҙәге эштәр менән булышырға тура килә, Марселгә бөтөнләй ваҡытым ҡалмай торғайны". Бала өсөн яуаплылыҡты башҡалар елкәһенә һалырға теләмәү - маҡтауға лайыҡ. Ә Марселдең атаһы аталыҡ хоҡуғынан мәхрүм ителмәгән бит. Ул ни
       эшләп иғтибар бирмәгән Яуап ябай. Атай кеше улынан баш тартҡан.
       - Был малай менән педагогтар ҙа, ОДН хеҙмәткәрҙәре лә эшлән е, - тип һөйләй Учалы район - ара прокурор урынбаҫары Юлиә Ғәйбәҙуллина. - Әммә ярҙамы теймәне. 2004 йылда бурлығы өсөн  ул шартлы рәүештә хөкөм ителде, шуға күрә үлтереү менән яна у өсөн асылған енәйәт эше ҡаты язаға ла килтереүе мөмкин ине . Марселдең билдәле ҡағиҙәләрҙе боҙоуы - тейешле ваҡытта
       милицияға килеп теркәлмәүенә ҡарамайынса, уға төҙәлеү мөмкинселеге бирергә теләп, шартлы рәүештә хөкөмдө тағы бер йылға оҙайттыҡ. Әммә был ҡарарҙан һуң бер нисә көн үткәс, Марсель кеше үлтерә.
       ...Апрель аҙағында ул бер ниндәй маҡсатһыҙ урам ҡыҙыра. Төнгә табан башҡа егеттәр менән эсеп иҫерә. Үҙе әйтеүенсә, б ик күп һәм ҡабымлыҡһыҙ эсәләр. Компанияға осраҡлы ғына эләкк ән таныш булмаған егет нимәлер әйтә... Марсель уны йән асыуы на типкеләй башлай. Артабан был хәл булған урындан тиҙерәк ҡ асыу яғын ҡарай. Милиция хеҙмәткәрҙәре уны иртә менән фатиры нда йоҡлап ятҡан еренән алып китә. Ә йәй аҙағына хөкөм дә яң ғырай: был юлы бер һүҙһеҙ иректән мәхрүм ителеү.
       Ата - әсәләрҙең айырылышыуы - бөгөн бик таралған күренеш, хатта аптырарға ла тура килмәй.
       - Беҙҙең районда көҙ башына һәр икенсе енәйәт тип әйтерле к тулы булмаған ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүсе үҫмерҙәр тарафынан ҡылына, - тип һөйләүен дауам итә Юлиә Ғәйбәҙуллина. - Һәм һә р икенсе айырылған ата - әсә район йәки ҡала сиктәрендә йәшәй.
       Бала ғаиләлә яфа сигә икән, милиция, прокуратура нимә эшләй ала инде Уға бит атаһының да, әсәһенең дә һөйөүе кәрәк, өлкәндәрҙең холоҡтары тап килмәгәнгә ул ғәйепле түгел... Айырыуса был үҫмер йәштәрҙәге малайҙарға ҡағыла.
       Быға тағы ла нимәлек өҫтәүе ҡыйын. Шәхси проблема ысынбарлыҡта тотош йәмғиәт проблемаһына әүерелә. Һәм әлегә у нан сығыу юлы бер генә: араларҙы өҙөргә хәл итеүҙән алда балалар тураһында уйларға кәрәк. Иң яҡын кешеләр бер - береһ е өсөн сит - яттарға әйләнмәһен ине.
       Иҫкәрмә: ғаилә тарихындағы исемдәр үҙгәртелеп бирелә.

Жанна Ягодкина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал