6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ

Абруй мөһимерәк
15.11.06


       Ҡоҙоҡ ҡапҡастары, кабелдәр, арматура киҫәктәре, ҡалай табаҡтары, эскәмйәләр - былар барыһы ла ҡала урамдарынан
       юғалыу һәләтенә эйә. "Ҡала санитарҙары" насар ятҡан йәки нығытып ҡуйылмаған бөтә нимәгә "айыу майы һөртөргә" әҙер. Металл бизнесы ҙур һорау менән файҙаланыу һәм законһыҙ
       ҡабул итеү пункттарын ойоштороуҙың ябайлығы арҡаһында цивилизациялы бизнесҡа әйләнергә ашыҡмай.
       Статистика буйынса, республикала 76 предприятие һәм биш
       шәхси эшҡыуар ҡара һәм төҫлө металл ҡалдыҡтарын әҙерләү, эшкәртеү һәм һатыу менән шөғөлләнә, әммә быға тағы ла уларҙың 182 филиалын өҫтәргә кәрәк. Ысынбарлыҡта иһә уларға тағы ла тиҫтәләгән (йөҙләгән булмаһа) законһыҙ металл ҡабул итеүселәр "ярҙамлаша". Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, үткән йылда лицензиялы предприятиелар 606 мең тонна ҡара һәм 60 мең тонна төҫлө металл әҙерләгән. Быйыл унан да күберәк көтөлә. Беренсенән, ҡалдыҡтарға байытыусы төҙөлөш эштәре дауам итә, икенсенән, иҫке ҡорамалдар иҫәптән сыға, предприятиеларҙа реконструкция үткәрелә, ҡайһы бер сәнәғәт объекттары бөтөрөлә...
       Уртаса алғанда, ҡара металдың бер тоннаһына 2 300 һум, тө ҫлө металл өсөн - 21 500 һум бирелә. Конкуренция тапшырыусыл ар файҙаһына эшләй. Даналап сауҙа итеүҙән айырмалы рәүештә, ваҡ әҙерләү предприятиелары сәхнәнән бик теләмәйенсә генә китә. Хоҡуҡ һаҡлау органдарының операциялары биргән һөҙөмтә лә ҡыҫҡа ваҡытлы, ә сымдарҙы ҡырҡып алырға маташҡан ерҙә ток һуғып үлтергән һ. б. ҡурҡыныс хәбәрҙәр тиҙ арала онотола .
       Төҫлө һәм ҡара металды законһыҙ ҡабул итеү пункттарына ҡаршы йәмғиәт мөмкин булғанса көрәшергә тырыша. "Наркотик һатыу нөктәһен" асыҡлаған кеүек үк, битараф булмаған граждандарға "ҡыҙыу линия" буйынса шылтыратырға тәҡдим ителә. Әммә көрәш фронты кәмемәй. Куйбышев тимер юлында
       ғына ғинуарҙан алып октябрь айына тиклем 1051 енәйәтсе тотолған. Уларҙың дүрттән өс өлөшө - эшһеҙҙәр.
       Йәйен һалым инспекторҙары Өфөлә ҡара һәм төҫлө металл ҡабул итеүсе ойошмалар һәм шәхси предприятиеларҙы тикшергәйне. Уларҙың пунктта был тиклем телефон кабеле һәм металл ҡоймаларҙың ҡайҙан килеүен ҡарамауы аңлашыла, - һалымсыларҙы чектарҙың нисек эшләнеүе һәм металл ҡабул итеү тураһындағы документтарҙың нисек тултырылыуы нығыраҡ ҡыҙыҡһындыра. Һәм нимә 156 тикшереүҙән һуң - йөҙ осраҡта "кассанан тыш" иҫәп - хисап эшләнеүе асыҡлана. Өс пункттың - тирә - яҡтағыларға был турала күптән мәғлүм булған - бөтөнлә й теркәүһеҙ эшләргә хоҡуғы юҡ.
       Эш әҙерләүселәр һанының артыуында түгел, ә уларҙың барыһы  тураһында ла легаль бизнес менән шөғөлләнә тип әйтеп булмауында. Һәр пунктта ҡабул итеү тыйылған металл пердметтар исемлеге бар. Ә аҡланыу һүҙҙәрендә һәр кем үҙенең
       "үтә күренмәлелеге" хаҡында тылҡый, ысынбарлыҡта иһә - "металл" үҙе үк ҡулға килеп инә икән, нәфсене тыйыу еңел түг ел шул.
       Дөрөҫ, бөгөн металл "баҙарында" ҡатнашыусыларҙың барыһы л а ( тип әйтерлек) уйындың берҙәм ҡағиҙәләрен табырға ынтыла.
       Намыҫһыҙ һатыусы һатып алыусыға ҡарағанда хәүефлерәк аҙымға бара. Лицензион һәм экологик талаптарҙы үтәү өсөн
       ярайһы уҡ аҡса түккән, предприятиены иң юғары разряд буйынса йыһазландырған кеше хатта саманан тыш ымһындырғыс ба ҡыр сымды алырға теләрме икән! Абруй мөһимерәк!

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал