6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

Үткәндәргә бер күҙ һалайыҡ
15.11.06


       Яҡташыбыҙ, билдәле яҙыусы һәм йәмәғәт эшмәкәре Михаил Чвановтың 22 ноябрҙә Башҡорт дәүләт филармонияһының Орган за лында үтәсәк ижади кисәһе һәм яңы китабының исем туйы "Үткәндәргә күҙ һалғанда" тип атала.
       Был кисә килеп тыуған парадоксаль ситуацияны ниндәйҙер кимәлдә хәл итеү мөмкинселеге менән дә әһәмиәтле: Михаил Андреевичтың ижади кисәләре һәм китап презентациялары Мәскәүҙә йыш үтеп тора, сит илдәрҙә лә ойошторола, ә Өфөлә ул уҡыусылары менән һуңғы тапҡыр 12 йыл элек осрашҡан...
       Яҙыусы Михаил Чванов тураһында талантлы кеше булараҡ бик күп һөйләргә мөмкин. Үткәндәргә бер аҙ күҙ һалайыҡ...
       Михаил Чванов һуғыш аҙағында Башҡортостандың Салауат районында донъяға килә. Геолог булырға хыяллана, әммә сәләмәтлек торошо арҡаһында Башҡорт дәүләт университетының ф илология факультетына уҡырға инергә мәжбүр була. Әммә барыбер ул хыялына ирешеүгә яҡынлаша: сәләмәтлеге уға
       спелеолог, мәмерйәләрҙе өйрәнеүсе һөнәрен үҙләштерергә ҡамасауламай. Һәм Чванов беренсе булып Уралдың иң ҙур мәмерйәләр системаһы - Сумған - Ҡотоҡ упҡынын тикшереүсе экспедиция, шулай уҡ Сигизмунд Леваневскийҙың "ДБ - А" легендар самолетын эҙләү буйынса бөтә союз экспедицияһы етәксеһе һәм спелеолог булып сығыш яһай. Бөгөн мәмерйәләрҙең береһе уның исемен йөрөтә, был спелеолог өсөн юғары наградаға тиң.
       Бынан тыш Михаил Андреевич күп кенә китаптар - проза һәм публицистика авторы булараҡ билдәле, ул Рәсәйҙең абруйлы Ҙур
       әҙәби премияһы, Константин Симонов һәм Сергей Аксаков исемендәге премиялар лауреаты, Аксаков фонды рәйесе, Халыҡ -
       ара славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте фондының вице - президенты.
       Шулай уҡ 2000 йылда Михаил Чванов Рус Православие Сиркәүенең өсөнсө дәрәжә Сергий Радонежский орденына лайыҡ була.
       Күпселек осраҡта Чвановтың инициативаһы һәм уның туранан - тура ҡатнашлығында Башҡортостанда "бөйөк рус әҙәбиәтенең мәҙәни ҡурсаулыҡтары" - Аксаков урындары тергеҙелә - яҙыусы "Аксаковтар ғаиләһен онотоу йәки формаль рәүештә хөрмәтләү һаҡланғанда Рәсәйҙең киләсәге мөмкин түгел" тип һанай. Михаи л Чванов Сергей Тимофеевичтың тыуған яғында Аксаковтарҙың йортон тергеҙеүгә өлгәшә һәм уның янындағы инде шартлатырға әҙерләнгән сиркәүҙе яңырта. Бөгөн был сиркәү бер ваҡытта ла
       буш тормай.
       Быйылғы йылдың июль айында Михаил Андреевич үҙенең 60 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Үткәнгә әйләнеп ҡарап, уның, һис шикһеҙ, ғорурланырға урыны бар. Үҙен бағышлаған эше уға замандаштары араһында танылыу яуларға һәм ихлас рәхмәт һүҙҙәрен ишетергә мөмкинселек бирҙе.
       Яҙыусы Уралдың иң ҙур мәмерйәләрен, Евразия вулкандарының jp`repҙарын тикшереү, Памир, Чукотка, юғалған поляр экспедицияларҙы эҙләү, Югославия, Яҡын Көнсығыш кеүек ҡыҙыу нөктәләрҙә булыуы тураһында һ. б. хәтерләү һәм һөйләү өсөн темалары бик күп.
       Кисә сиктәрендә яҙыусының Мәскәүҙә сыҡҡан ике һуңғы китабының исем туйы үтәсәк.
       Михаил Чвановтың ижади кисәһендә "Таусень" фольклор коллективы, РФ атҡаҙанған артисы, БР халыҡ артисы Владимир Белов, халыҡ - ара конкурстар лауреаты, БР халыҡ артисы Вәхи т Хызыров, РФ һәм БР атҡаҙанған артисы Владимир Суханов, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисткаһы Татьяна Мамедова ҡатнашасаҡ.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал