6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Һөйләшеү өмөттәрҙе аҡланы
15.11.06


       Өфө хакимиәтендә матбуғат конференцияһы бер аҙ һуңлап башланды. Дөрөҫ, был журналистар файҙаһына ғына булды. Сөнки баш ҡаланың социаль - иҡтисади үҫеше буйынса туғыҙ айлыҡ йомғаҡтарҙы ноябрь уртаһында иғлан итеүҙе иң һуңғы хәбәрҙәр исемлегенә индереп булмауы менән килешәһегеҙҙер, ә был юлы беҙ Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары Альбина
       Йосопова ярҙамы менән быйылғы йылдың ноябрь айы мәғлүмәттәренә лә эйә булдыҡ. Һәм улар беҙҙең оптимизмды аҡланы, тип әйтергә кәрәк.
       Беренсенән, "баш ҡала иҡтисадының алға барыуы" дауам итә һәм уны бер нимә лә туҡтата алмай, тип билдәләү ғәҙәткә инде . Хатта нефть эшкәртеү тармағы йоғонтоһо ла ваҡыты - ваҡыты менән шик аҫтына ҡуйыла. Өфөнөң ҙур һәм уртаса предприятиелары ғинуар - октябрь айҙарында 153, 6 миллиард һумлыҡ продукция етештергән һәм хеҙмәтләндереү күрһәткән. Ошондай дөйөм тырышлыҡ менән бөтә дәүләт һәм коммерция
       секторы үткән йылдың ошо уҡ осорондағы ҡаҙаныштарҙы 14,7 процентҡа арттырған. Дөрөҫ, сәнәғәт производствоһы индексы 101,5 процент тәшкил иткән, был, әлбиттә, беҙҙе, атап әйткән дә, иҡтисади үҫеш проблемалары тураһында уйланырға мәжбүр итә.
       Икенсенән, Альбина Сәғит ҡыҙы ышаныслы һәм бер аҙ меланхолик тон менән һәр бер борсолоу белдергән журналисты тынысландыра белә, һайланған үҫеш стратегияһының дөрөҫлөгөнә инандыра. Беҙ, мәҫәлән, тағы бер тапҡыр "ҡала инфраструктураһының өҫтөнлөклө үҫеш йүнәлеше булып социаль -
       мәҙәни һәм йәшәйеште тәьмин итеү тәғәйенләнешендәге объекттарҙың капиталь төҙөлөшө тороуын" белдек.
       Ун ай эсендә 361 мең квадрат метр торлаҡ төҙөлгән. Йәғни, үткән йыл күрһәткесенән туғыҙ процентҡа юғарыраҡ. Альбина Йосопова мэр Павел Качкаевтың иртәнге оперативкала әйткән һүҙҙәрен ҡабатланы: "Был үҫеш республикалағы уртаса күрһәткес менән сағыштырғанда, юғарыраҡ".
       Өфө, ғөмүмән, үҙенә арттырылған йөкләмәләр ала, ҡала хакимиәте чиновниктары был турала һөйләүҙән арымай. Баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтарға бик тә кәрәкле "квадрат метрҙарҙы" ғына алайыҡ! План буйынса ҡалала йылына 450 мең "квадрат" төҙөлөргә тейеш, әммә әлеге ваҡытта планка 520 мең "квадратҡ а" күтәрелгән. Һәм һуңғы ике айҙа "юлдың" өстән ике өлөшөн үтергә кәрәк булыуына ҡарамаҫтан, баш ҡалабыҙҙың теләгенә ирешеү өсөн бөтә мөмкинселектәре лә бар. Өфөнөң 2009 йылға тиклем үҫешен күҙаллаусы иҡтисад идаралығы начальнигы Ольга Краснова әйтеүенсә, ҡала артабан йыл һайын 550 мең квадрат метр торлаҡ төҙөргә планлаштыра.
       Инфаркттан ғына йүгереп ҡасырға мөмкин, ә фатир мәсьәләһе н экспресс тиҙлегендәге төҙөлөш менән генә хәл итергә була. Әммә, асыҡланыуынса, Өфөлә әлегә фатир дефицитын бөтөрөү маҡсатында торлаҡҡа мохтажлыҡты баһалау юҡ икән. Нимәгә ынтылырға һуң Хатта баш ҡала райондары буйынса теркәлгән туғыҙ мең "социаль сираттағыларҙың" да ниндәй торлаҡ
       майҙанына дәғүә итеүҙәре аңлашылмай Дөрөҫ, хакимиәт башлығы урынбаҫары йыл һайын 10 - 15 мең квадрат метр торлаҡтың һүтелеүе йәки үҙгәртеп төҙөлөүе хаҡында хәбәр итә алды. Тимәк, Өфө 50 тапҡыр (!) күберәк "квадратҡа" эйә була аласаҡ, был фатир мәсьәләһен хәл итергә мөмкинселек бирер, тип өмөтләнергә мөмкинселек бирә.
       Баш ҡаланың үҫеш йомғаҡтарына бәйле быйылғы йылда ҡалала килемһеҙ эшләүсе предприятиелар һанының кәмеүен билдәләргә мөмкин. Сентябрь аҙағында уларҙың һаны 14,7 процент тәшкил итә ине. Альбина Йосопова журналистарға предприятиеларҙың дөйөм баланс килеменең күләме тураһында бе леү мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды - 23, 2 миллиард һум. Һәм к иң мәғлүмәт саралары вәкилдәре үҙҙәре лә ҡәнәғәтлек менән эшләүсе өфөлөнөң уртаса эш хаҡы 21 процентҡа артыуын билдәләне - хәҙер ул 11 182 һум ала. Эшһеҙҙәр һаны һәм эшһеҙлек кимәленең ни өсөн кәмеүе аңлашылалыр.
       Ә бына быйыл өстән бер өлөшкә тиклем тип әйтерлек артҡан тауар әйләнеше фонында предприятиеларҙың килеме бер ни тиклем кәмегән. Һәм был баш ҡаланың статистика картинаһында берҙән - бер кире күрһәткестер, моғайын. Өҫтәүенә, Альбина Йосопова билдәләүенсә, туғыҙ айлыҡ инфляция - 7,3 процент - үткән йылдан 1,16 процентҡа артта ҡалған.
       Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй составына инеүенә 450 йыл тулыуын билдәләү Өфө өсөн, һис һүҙһеҙ, ҙур бүләккә тиң. Төҙөлөш һәм реконструкция объекттары ҡала халҡына оҙаҡ йылдар буйына тоғро хеҙмәт итәсәк әле.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал