6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Ремезовтың китабы "йәмғиәттә нәфрәт" тыуҙыра
14.11.06


       "Рәсәйҙә капитализмдың үҫеше" хеҙмәтендә Владимир Ильич Л енин өфөлө Н. В. Ремезовтың "Ҡырағай Башҡортостан тормошонан очерктар" китабына һылтана. Ул авторға
       колонизаторҙарҙы, батша хөкүмәтенең Өфө губернаһында йыртҡыстарса сәйәсәтен фашлау өсөн сығанаҡ ролен үтәй.
       Николай Владимирович Ремезов (1855 йылдың майында донъяға к илә - 1915 йылдың 14 ноябрендә вафат була) - билдәле яҙыусы,
       публицист һәм ғалим, алдынғы рус демократик зыялыларының сағыу вәкиле. Өфө приход училищеһын һәм классик гимназия эргәһендәге ер үлсәүсе - таксатор курстарын тамамлағандан һу ң ер үлсәүсе ( землемер) булып эшләй, крәҫтиәндәр, шул иҫәпт ән башҡорттарҙың да ерҙәрен иҫәпләү менән шөғөлләнә.
       Хеҙмәт бурыстарынан тыш Н. В. Ремезов "Казанский биржевой
       листок", "Волжский листок" гәзиттәренә очерктар яҙа, уларҙы ң күбеһе һуңынан "Ҡырағай Башҡортостан тормошонан иҫтәлектәр" китабы нигеҙенә һалына.Ул 1887 йылда Мәскәүҙә донъя күрә.
       Китаптың яҙмышы бик ҡатмарлы. Силәбе библиографы Арлен Блюм Санкт - Петербург цензура комитетының хеҙмәттәрендә тап
       булған документтарҙа Ремезов үҙ ҡулъяҙмаһын 1884 йылда уҡ тәҡдим итә, тип билдәләнә. Цензор уны ҡарап сыҡҡандан һуң ошондай һығымтаға килә: " Автор башҡорт ерҙәренең ниндәй дәрәжәлә ғәҙелһеҙ һәм бик аҙ хаҡҡа Өфө губернаһының яңы хужаларына күсеүен, яңы хужаларҙың бик намыҫһыҙ алымдар
       менән файҙаланыуын, үҙе әйтеүенсә, "яланғас" факттар менән раҫларға ынтыла. Бөтә шәхестәр ҙә үҙ фамилиялары һәм инициалдары аҫтында, шулай уҡ биләгән вазифалары һәм тотҡан урындары күрһәтелеп бирелә. Был эштең үҙ ваҡытында матбуғатта һәм йәмәғәтселек араһында ҙур шау - шыу ҡуҙғатыуын иҫәпкә алғанда, бындай фашлау мәҡәләләре яҙылған ҡулъяҙманың баҫылып сығыуы йәмғиәттә нәфрәт тойғоһо уята алыр ине..."
       Ҡулъяҙманы баҫыу тыйыла һәм ул цензура комитетына һалып ҡуйыла. Әммә Ремезовта был ҡулъяҙманың күсермәһе һаҡлана. Уның исемен үҙгәртеп, яңы факттар менән тулыландырып, ҡайһы бер төҙәтмәләр индергәндән һуң, автор ҡулъяҙманы Петербургҡа
       түгел, ә Мәскәү цензура комитетына алып бара. 1887 йылда у ны баҫырға рөхсәт бирелә һәм китап донъя күрә.
       Цензор күҙаллауынса, китап "йәмғиәттә нәфрәт тойғоһо" тыуҙыра. Айырыуса ер менән һатыу итеүселәр, спекулянттар ризаһыҙлыҡ белдерә. Китап художестволы публицистика һәм
       ҡыйыу сатира өлгөһө була. Айырым чиновниктарҙың "эшмәкәрлеген" фашлап ҡына ҡалмай, ул батша хөкүмәтенең колонизаторҙар сәйәсәтен дә ғәйепләп сығыш яһай.
       "Өфө ҡалаһында был очерктар тәүгә пәйҙә булғас, - тип хәб әр итә "Екатеринбургская неделя" ( 130 - сы һан, 1889), - к енәз Кугушевтың ( геройҙарҙың береһе) талабы буйынса Ремезовтың к итабы урындағы китап магазинында һатыуға сығарылмай. Гәзит " башҡорт ерҙәрен урлау осоро менән ҡыҙыҡһыныусы һәр кемгә Рем езовтың китабын уҡырға тәҡдим итә".
       1889 йылда "Ҡырағай Башҡортостан тормошонан очерктар" китабының икенсе баҫмаһы сыға. Һәм тағы ла юҡҡа сыға.
       Һирәк осрай торған һәм конфискацияланған баҫмалар йыйыуы менән билдәле Сергей Минцлов 1909 - 1910 йылдарҙа Өфө губернаһы территорияһында археологик ҡаҙыныу эштәре үткәрә. Ул үҙ китапханаһын Н. В. Ремезовтың китабы менән дә тулыландырырға теләй. Һәм быға ҙур ҡыйынлыҡ менән генә өлгәшә. Һуңынан үҙенең китапхана каталогында ул китап тураһында түбәндәгеләрҙе яҙа:
       "Был ысынбарлыҡ ун туғыҙынсы быуаттың 70 - 80 - се йылдары н үҙ эсенә ала һәм Уралда, Өфө губернаһында башҡорт ерҙәрен урлауға арнала. Эпопеяла геройҙар үҙ исемдәре менән атала, документаль мәғлүмәттәр бирелә. Китапты күмәртәләп һатып алыусы һәм юҡ итеүселәр күп була, хатта Өфө ҡалаһы
       китапханаһында һәм шәхси ҡулдарҙағы даналар ҙа һатып алынған. Был китаптың тарихын мин Өфөлә ишеттем, һәм ентекле эҙләүҙәргә ҡарамаҫтан, унда ла, Стәрлетамаҡта ла бер данаһын да таба алманым".
       Башҡорттарҙың кулактар, батша колонизаторҙары тарафынан таланыуы хаҡында Ремезовтан тыш Николай Щелгунов, Глеб
       Успенский, Михаил Салтыков - Щедрин да яҙа.
       "Ҡырағай Башҡортостан тормошонан иҫтәлектәр" яҙыусының "башҡорт трилогияһының" икенсеһе. Башта ул "Күскенселек эпопеяһын" баҫтырып сығара, ә 1891 йылға өсөнсө һәм һуңғы
       өлөшө - "Суд хатаһы йәки енәйәт" тә әҙерләнеп бөтә.
       Был ваҡыт эсендә Ремезовтың тормошонда күп үҙгәрештәр була. Әле 1884 йылда уҡ үҙе фашлап сығыш яһаған кешеләрҙең янауы арҡаһында ул Өфөнө ҡалдырып китергә мәжбүр була. 1884 йылдан 1886 йылға тиклем Петербургта топограф, 1886 - 1891 йылдарҙа дәүләт дворян ер банкының Смоленск бүлексәһендә ағза - баһалаусы, крәҫтиән ер банкының Витебск бүлексәһе рәйесе булып эшләй. 1891 йылда ҡаҙна тимер юлдарының ваҡытлыса идаралығына канцелярия чиновнигы булып урынлаша һә м Владивостокта эшләй.
       Тиҙҙән Н. В. Ремезов "Владивосток" гәзитенең мөхәррире һә м нәшриәтсеһе булып урынлаша. Бер аҙ ваҡыттан ул гәзитте
       прогрессив органға, алдынғы уй - фекер рупорына әйләндерә. Батша хөкүмәтенә ҡаршы мәҡәләләре өсөн "Владивосток" гәзите ябыла. Н. В. Ремезовҡа ҙур штраф һалына һәм ул нәшер итеү хоҡуғынан мәхрүм ителә.
       Административ һөргөн ваҡытында яҙыусы тағы ла Өфөлә булып
       китә, архивтарҙа яңы китаптар өсөн материалдар туплай.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал