6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Кеше яҡлауға мохтаж
14.11.06


       Башҡортостан Республикаһының Кеше хоҡуҡтары буйынса уполномоченныйы Фәтхлислам Тоҡомбәтов Башҡортостандың берҙәм хоҡуҡ һаҡлау үҙәген булдырырға саҡыра. Маҡсаты кеше хоҡуҡтарын һаҡлау булған, коммерция менән шөғөлләнмәгән ойошмаларҙың тырышлығын һәм төбәк омбудсмены статусын ул хоҡ уҡ һаҡлау эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеген арттырыу
       маҡсатында берләштерергә тәҡдим итә. Тоҡомбәтов мөрәжәғәттәр ағымын ҡарап һәм тикшереп өлгөрмәүен таный, әммә Рәсәй Федерацияһы төбәктәрендә кеше хоҡуҡтары буйынса уполномоченный тураһында федераль закондың булмауы сәбәпле, уға аппарат тейеш түгел. Республиканың уполномоченный һәм уның эш структураһы тураһындағы яңы законы инде нисәнсе ай хөкүмәт калькуляторҙарында экспертиза
       үтә.
       - Фәтхлислам Ғәйнислам улы, Башҡортостанда бөгөн нисә хоҡуҡ һаҡлау ойошмаһы иҫәпләнә
       - Һуңғы ваҡытҡа, йәғни, ҡабатлап теркәүгә тиклем, төбәктә уставтарында кеше хоҡуғын һаҡлауға ҡағылған бер нисә пункты булған 37 ойошма иҫәпләнә ине.
       - Бер нисә мең ойошма араһында Башҡортостанда хоҡуҡ һаҡлау буйынса ойошмаларҙың дүрт тиҫтә генә булыуы сәйер. Был етерлекме Әллә кеше хоҡуҡтары беҙҙә ышаныслы һаҡланамы
       - Мин бында, мәҫәлән, күп һанлы инвалидтар, ветерандар, пенсионерҙар йәмғиәттәрен индермәүемде билдәләгеҙ... Ябай ғына миҫал. Мин бөгөн бер үҙем 1941 - 1945 йылдарҙа хәрәкәт итеүсе армияла ярты йыл булып, инвалидлыҡты хәрби хәрәкәттәр
       тамамланғандан һуң ғына алыусы 1604 ветеранды яҡлайым. 2005
       йылға тиклем улар хоҡуҡ буйынса һуғыш инвалидтарына тиң ине , әммә данлыҡлы 122 - се закон барлыҡҡа килде һәм льготалар юҡҡа сыҡты. Халыҡтың был категориялары араһындағы аҡсалата компенсация буйынса айырма - 900 һум - бер ҙә был 1604 кеше файҙаһына түгел. Мин формаль рәүештә инвалидтарҙың
       хоҡуҡтарын яҡлаусы ойошмаларҙа булдым, әммә бер кем дә әйтелгән кешеләрҙе яҡларға йыйынмай.
       - Һеҙҙеңсә, хоҡуҡ һаҡлау ойошмаһы ниндәй форма алырға тейеш
       - Моғайын, юғары орган - конференция булырға тейештер. Ә исеме мөһим түгел... Ә бына был Үҙәктең республикала кеше хоҡуҡтары буйынса уполномоченныйҙың уң ҡулына әйләнергә тейешлеге мөһим. Сөнки беҙ дәүләттең кеше хоҡуҡтарын
       яҡлауын тормошҡа ашырабыҙ, ә НПО йыш ҡына гранттар, үҫеш өсөн аҡса эҙләп бөтөнләй икенсе өлкәгә йүнәлә. Йәғни, кешене яҡлау уның өсөн төп маҡсат түгел.
       - Идея шәп, әммә ул һеҙгә һәм уларға нимә бирәсәк
       - Башҡортостанда Кеше хоҡуҡтары буйынса бер генә уполномоченный эшләмәйәсәк. Минең хоҡуҡтары ҡыҫылған һәр кемде ҡабул итергә физик мөмкинселегем юҡ. Миндә йөҙләгән мөрәжәғәт туплана. Әммә, мәҫәлән, мигранттарҙы, күскенселәрҙе, хөкөм ителеүселәрҙе һ. б. яҡлау менән шөғөлләнеүсе профилле НПО йәки НКО - лар бар. Тимәк әйҙә улар элеккесә эшен дауам итһен, ә миңә әҙер документтар
       менән власть органдарына мөрәжәғәт итеүе еңелерәк буласаҡ. НПО - ла юғары класлы белгестәр, юғары кимәлдәге
       профессионалдар, ғилми хеҙмәткәрҙәр, ирекле эксперттар йыйылыуы сер түгел. Шулай итеп улар мнең авторитетым һәм йоғонтом менән файҙаланасаҡ, ә минең өсөн уларҙың мин өлгөрмәгән урында хоҡуҡ һаҡлау эшмәкәрлеген башҡарыуы
       отошло.
       - Рәсәй Федерацияһының башҡа субъекттарында бындай тәжрибә файҙаланыламы
       - Мин Рәсәйҙең тиҫтәләгән төбәктәренең тәжибәһен өйрәндем . Кеше хоҡуҡтарын яҡлау буйынса бындай үҙәктәр ысынлап та ба р, һәм улар халыҡҡа ҙур ярҙам күрһәтә, һөҙөмтәле эшләй. Иң мөһиме, улар граждандарҙың ышанысы менән файҙалана. Кешеләр дәүләткә, хатта омбудсменға ла тулыһынса ышанып етмәүе мөмкин. Әммә үҙҙәренә килгән НПО вәкиленә улар ышаныс белдерәсәк. Һәм Үҙәккә берләшкән хоҡуҡ һаҡлау ойошмалары ла үҙаллылығын юғалтмай. Берҙән - бер нимә - беҙ эшмәкәрлектең уртаҡ нигеҙҙәрен һәм берҙәм хәрәкәт планын Конституция статьяларының йөкмәткеһенә ярашлы билдәләйәсәкбеҙ. Әлбиттә, "компра" эҙләргә, повокациялар әҙерләргә һәм "пиар" менән шөғөлләнергә түгел, ә эшләргә тур а киләсәк. Маҡсат бер - граждандарҙың хоҡуғын һаҡлау.
       Беләһегеҙме, әгәр Мәләүез хоҡуҡ төҙәтеү учреждениеһында булған ваҡиға ваҡытында һуңынан матбуғатта сәбәпһеҙ реклама шау - шыуы ойоштороу урынына унда минең менән бергә ике - өс
       хоҡуҡ һаҡлау ойошмаһы вәкиле барһа, мин ҡәнәғәт булыр инем.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал