6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Үҙегеҙҙе лә, аҡсағыҙҙы ла контролдә тотоғоҙ
14.11.06


       Артыҡ аҡсағыҙ булһа, "Ростекстильэкспо - 2006" күргәҙмәһен ә барғанда, уны йәшереп ҡуйығыҙ. Сөнки күргәҙмәләге әйберҙәр ҙе күреү менән булған аҡсағыҙҙы мотлаҡ тотоноу теләге тыуаса ҡ. Был сара Нефтселәр мәҙәниәт һарайының беренсе һәм икенсе ҡатында үтә. Әммә һеҙ унда бармағыҙ, аҡсағыҙҙы һаҡлағыҙ. Айырыуса был билдәле маҡсаты булмағандар һәм күргәҙмәгә тикҡ арап сығыр өсөн генә барыусыларға ҡағыла. Унда ойоҡбаштар һәм тундар, пижамалар һәм бирсәткәләр, таҫтамалдар, сумкалар , биҙәүестәр һ. б. һатыла. Был әйберҙәр барыһы ла матур, мод ала, сағыу, иң мөһиме - улар һәр ғаиләлә мотлаҡ кәрәк. Тирә - яҡ мөхит тә һеҙҙе һатып алыуға этәрәсәк, халыҡ үҙенә оҡшаған әйберҙәрҙе кейеп ҡарай, һатыусы уның иң һуңғыһы булыуын белдерә. Нәҡ шул арҡала һеҙ уны бер кемгә лә ҡалдырырға теләмәйһегеҙ.
       Әгәр ҙә инде үҙегеҙгә нимә кәрәклеген яҡшы беләһегеҙ икән , ул саҡта күргәҙмәгә килеп, аҡсаны экономияларға ла мөмкин. Бындай сараларҙа, ғәҙәттә, тауарҙар магазин менән сағыштырғанда арзаныраҡ. Бынан тыш башҡа ҡалаларҙан килтерелгән әйберҙәр ҙә етерлек була.
       "Ростектильэкспо - 2006" форумында 80 - гә яҡын фирма үҙ продукцияһын тәҡдим итә: сараға Мәскәү, Санкт - Петербург, Ҡазан, Екатеринбург һәм Рәсәйҙең башҡа ҡалаларынан да еңел сәнәғәт вәкилдәре килгән. Күргәҙмәлә "Бөрө тегеү фабрикаһы",
       "Өфө тире - галантерея фабрикаһы", "Содис - Стиль" (Салауат ), "Өфө трикотаж фабрикаһы" асыҡ акционерҙар йәмғиәттәре ҡатнаша.
       Ҡыш яҡынлаша, шуға күрә бында ҡиммәтле тиреләрҙән тегелгән әйберҙәрҙең бай ассортименты һатылыуы бик урынлы.
       Экспонаттарҙы ҡарағанда, бер юлы бик күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәт менән танышырға тура килә. Мәҫәлән, биҙәүестәр менән һоҡланған арала мин гәрәбәнең 400 төҫтә булыуын белдем. Ә киндерҙән тегелгән әйберҙә "Иғтибар! Киндер кейем ағыулы түгел һәм наркотик булараҡ ҡулланыла алмай" тигән яҙыуҙы күреп аптыраным. Һорауҙарыма яуап биреүсе һатыусылар кейем э шләнгән киндерҙе тәмәке итеп тартыу үлемгә килтереүе мөмкин,
       тип аңлатты. Был техник спирт эсеү менән бер. Һаулығығыҙҙы һаҡлағыҙ!
       Мәҙәниәт һарайының икенсе ҡатында подиум күрәтеүҙәре ойошторола. Форум сиктәрендә икенсе төбәк конкурсы үтәсәк, унда иң яҡшы еңел сәнәғәт компанияһы билдәләнәсәк. Күргәҙмә 15 ноябргә тиклем дауам итә. Йәғни тағы бер көн аҡсағыҙҙы
       ышаныслы урында, ә һатып алыу теләген контролдә тотоғоҙ.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал