6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Төҙөү өсөн төҙөйбөҙ
13.11.06


       Башта, ғөмүмән, Рәсәй иҡтисады хаҡында бер нисә һүҙ. Йыл йомғаҡтары буйынса, йыл башына 6,1 процент кимәлендә булған эске тулайым продукт 6,6 - 6,7 процент кимәлендә күҙаллана. Аналитиктар был үҫеште ҡайһы бер сәнәғәт тармаҡтарына ( шул иҫәптән төҙөлөшкә лә) сит ил һәм тыуған ил инвестицияларының
       артыуына бәйләп аңлата. Бында һүҙ, беренсе сиратта, торлаҡ һәм офис төҙөлөштәре һәм уларға бәйле сәнәғәт тармаҡтары: төҙөлөш машиналары, төҙөлөш материалдары һәм улар өсөн
       сеймал тураһында бара.
       Иҡтисади үҫеш һәм сауҙа министрлығынан алынған мәғлүмәт буйынса, ғинуар - сентябрь айҙарында төҙөлөш эштәренең үҫеше
       11,4 процент тәшкил иткән. Торлаҡ тапшырыу күләмдәре 12
       процентҡа артҡан, ә йыл һөҙөмтәләре буйынса уларҙың 13 - 15 процентҡа артыуы көтөлә.
       Алда әйтелеүенсә, инвестиция ағымы иҡтисад үҫешенә булышлыҡ итә. Мәҫәлән, эксперт мәғлүмәттәре буйынса, сентябрь айында төп капиталға инвестициялар 15 процент кимәленә еткән.
       Статистика теорияларынан ситкә китеп, иҡтисади процестарҙ ы ысынбарлыҡта аңлатҡанда, Башҡортостандың Өфө районында керамик плитка етештереү буйынса заводҡа нигеҙ һалыныуы сағыу өлгө ролен үтәй.
       Был ваҡиға ошо көндәрҙә булып үтте, әммә уға әҙерлек йыл буйына дауам итте. Завод - "Ласселбергер" компаниялар төркөмөнөң сираттағы филиалы. Австрияның был компанияһы Европала төҙөлөш материалдары һәм керамик продукция етештереү буйынса алдынғы предприятиеларҙың береһе булараҡ б илдәле. Компанияның филиалдары Чехияла, Венгрияла, Румынияла, Словакияла, Хорватияла, Италияла уңышлы эшләй. Предприятиелар йылына 80 миллион квадрат метр иҙән һәм стена өсөн керамик плитка, 2,8 миллион дана саянфаянс, шулай уҡ керамик прокат, ҡоро төҙөлөш ҡатышмалары, цемент, мейес кафеле һәм башҡа төҙөлөш матераилдары етештерә.
       Башҡортостанда төҙөлөш күләмен иҫәпкә алғанда, заманса һәм сифатлы йөҙлөк плиткаһы етештереүҙең кәрәклеге тураһында әйтеү кәрәкмәйҙер. Әммә Австрия яғы билдәләүенсә, яңы завод өс - дүрт йылда Рәсәйҙең керамик продукцияһы баҙарының 25 процентын биләйәсәк. Бында йылына 20 миллион квадрат метр плитка етештереү планлаштырыла. Әммә завод тулы ҡеүәтенә 2008 йылда ғына - предприятиеның икенсе сиратын төҙөү тамамланғас - эшләй башлаясаҡ. 2008 йылда
       етештереү ҡеүәте йылына ун миллион квадрат метр керамик
       плитка тәшкил иткән цех, ҡоро төҙөлөш ҡатышмалары етештереү
       цехы асыласаҡ. Ә киләһе йыл аҙағына Австрия инвесторҙары заводтың тәүге сиратын тамамларға планлаштыра. Ул заводҡа бөтәһе 130
       миллион евро һалырға ниәтләй.
       Башҡорт заводы тулы ҡеүәтенә эшләй башлағас, республика ҡаҙнаһы йыл һайын өҫтәмә алты миллион евро һалым ала
       башлаясаҡ. Быға тағы ла уртаса эш хаҡы 15 мең тәшкил иткән 400 яңы эш урыны өҫтәлә.

Ольга Зацепина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал