6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Торлаҡ - коммуналь башватҡыс
13.11.06


       Юҡ, торлаҡ - коммуналь өлкә хеҙмәткәрҙәре бөгөнгө баҙар донъяһында һаман үҙ юлын таба алмай әле. Торлаҡ - коммуналь хужалыҡ структураһы киҫкен үҙгәрештәр индереүҙе талап итә. Уның камиллыҡтан алыҫ булыуын Рәсәй Хөкүмәтендә лә таныйҙар.
       Ошо көндәрҙә БР Торлаҡ - коммуналь хужалыҡ министрлығында үткән киңәйтелгән ултырышта ла һүҙ ошо турала барҙы. Унда БР
       Торлаҡ - коммуналь хужалыҡ предприятиеларының туғыҙ айлыҡ эш йомғаҡтары ҡаралды һәм ҡалған ай ярымға бурыстар билдәләнде. Башта ведомство башлығы Гемань Әсәҙуллин Төҙөкләндереү йылы билдәһе аҫтында башҡарылған эштәр хаҡында отчет бирҙе. Артабан ул торлаҡ - коммуналь хужалыҡта проблемалар ҡалыуы һәм килеп тыуған хәлдең ябай булмауын таныны. Шәхси капитал әлегә был тармаҡҡа ҙур теләк менән йүнәлтелмәй, сектор предприятиеларының бюджет алдындағы бурыстары, шулай уҡ халыҡтың хеҙмәтләндереүгә түләү буйынса бурыстары юғары
       кимәлдә ҡала.
       Тармаҡ үҫешен административ идаралыҡ һәм хужалыҡ итеүҙең сығымлы булыуы тотҡарлай. Торлаҡ фондының хужалары һәм урындағы властар идара итеүҙең яңы формаларын индереү буйынса инициатива күрһәтмәй, был шулай уҡ процестың алға барыуына бер ҙә булышлыҡ итмәй. ЖКХ предприятиеларының банкротлыҡ процедураһы индерелеүе, һәм иҫке предприятиелар б азаһында яңылары төҙөлөүенә бәйле "финанс һауыҡтырыу" процедураһы тармаҡтың хәл - торошон насарайта. Предприятиеларҙың банкротлығының төп сәбәптәре, бер яҡтан, бюджет һәм бюджеттан тыш фондтар алдындағы бурыстар, һәм, ик енсе яҡтан, урындағы бюджеттарҙың ЖКХ предприятиеларына башҡарылған эштәр һәм халыҡ файҙаланған льготалар буйынса йыйылған бурыстары. Бөгөнгө көнгә килемһеҙ эшләүсе предприятиелар һаны 14,5 процент, ә сығымдар һаны - 153 миллион һум тәшкил итә.
       БР Торлаҡ - коммуналь хужалыҡ министрлығында торлаҡ - коммуналь хужалыҡ предприятиелары етәкселәренә бизнес - план төҙөү бурысын йөкмәтеүсе приказға ҡул ҡуйылған. Унда территорияның үҫеш перспективаһы бармы - юҡмы, яңы коммуникациялар төҙөргә, селтәрҙәрҙе киңәйтергә кәрәкме, яңы
       техник ҡарарҙар буйынса инвестицион программалар төҙөргәме - барыһы ла иҫәпкә алынырға тейеш. Сифатлы һәм ышаныслы бизнес - пландары булған территориялар үҙәкләштерелгән
       сығанаҡтарҙан финансланасаҡ.
       Артабан Әсәҙуллин РФ яңы Торлаҡ кодексы һәм Коммуналь хеҙмәтләндереү күрһәтеү һәм дөйөм милекте һаҡлау ҡағиҙәләренә туҡталып үтте.
       Яңы торлаҡ кодексы торлаҡ хужалары шәрҡиәттәрен ойошторорға кәңәш итә. Йәғни, торлаҡ хужалары аҡсаларының нимәгә тотоноласағын үҙҙәре хәл итергә тейеш. Ә бөгөнгө дәүл әт идара итеүселәре өсөн был отошло түгел, сөнки улар конкре т ихтыяжға бәйле үҙҙәренә кәрәкле юҫыҡҡа йүнәлтергә мөмкин булған даими аҡса ағымына өйрәнгән.
       - Торлаҡ өлкәһендә монополь структураны хуплаусы ҡала һәм
       район етәкселәренең позицияһы дөрөҫ түгел, - тине Әсәҙуллин . - Законда күрһәтелеүенсә, халыҡ йыйылыштары үткәрергә, шәрҡиәт төҙөү инициативаһы менән сығыш яһарға, шәхси идара и теү ойошмаларын йәлеп итергә кәрәк. Торлаҡ хужаһы йорттоң дөйөм милкен һаҡлау мәсьәләләрен үҙе хәл итергә бурыслы - быны Торлаҡ кодексы талап итә. Монополистар үҙ хәрәкәттәре менән был эште башҡарырлыҡ башҡа идара итеү ойошмаһы юҡ тип ышандырып, халыҡты яңылыш юлға йүнәлтә. Халыҡтың, дөйөм алғанда, пассив булыуын иҫәпкә алғанда, уңайлы позиция
       һайланған. Башҡарылған эш һөҙөмтәләре күҙгә ташлана - торла ҡ хужаларының йыйылштарының 80 процентында халыҡҡа традицион ДЕЗдарҙың (дирекция единого заказчика) хеҙмәтләндереүе көсләп тип әйтерлек тағылған, сөнки был йыйылыштарҙы улар үҙҙәре ойошторған да инде.
       Әсәҙуллин киләһе йылда ҡала һәм район Советтары сессиялары
       торлаҡ - коммуналь хеҙмәтләндереү тарифтарын раҫламаясағы тураһында белдерҙе. Киләһе йылда ҡаты тариф сиктәре һаҡланасаҡ, коммуналь хеҙмәтләндереү хаҡының үҫеше ( газ һәм
       электр энергияһынан тыш) 13 процент кимәлендә билдәләнә. Беренсе июндән башлап коммуналь хеҙмәтләндереүҙең яңы ҡағиҙәләре үҙ көсөнә инде.
       РФ Хөкүмәте тарафынан быйыл раҫланған коммуналь хеҙмәтләндереү ҡағиҙәләрендә коммуналь хеҙмәтләндереү буйынса бурыстары булғандарҙың яҡтылыҡ, газ һәм йылы һыу менән файҙалана алмаясағы ҡарала. Идара итеүсе ойошма коммуналь хеҙмәтләндереү күрһәтеүҙе сикләргә йәки туҡтатырға
       хоҡуҡлы, әммә ҡулланыусы был хаҡта бер ай алдан иҫкәртелерг ә тейеш.
       Башҡортостан торлаҡсыларының проблемалары оригиналь түгел. Рәсәйҙе лә шул уҡ проблемалар борсой. РФ буйынса торлаҡ - коммуналь хужалыҡ предприятиеларының кредитор бурыстары 350 миллиард һум тирәһе тәшкил итә. Был сумманың ҙ ур өлөшө һалым бурыстары, торлаҡ - коммуналь хужалыҡтарҙың п еня һәм штрафтарына тура килә. ЖКХ проблемалары өсөн
       яуаплы булған Төбәк үҫеше министрлығы башлығы Владимир Яковлев был бурыстарҙы, шулай уҡ халыҡтың коммуналь
       хеҙмәтләндереү өсөн 70 миллиардҡа еткән түләүен кисерергә тәҡдим итә.
       Ә бына финанс министры Алексей Кудрин торлаҡ - коммуналь хужалыҡ предприятиеларының финанс ресурстары етмәүгә бәйле п роблемаларын икенсе схема буйынса хәл итергә тәҡдим итә. Ул проблеманан сығыу юлын коммуналь хеҙмәтләндереү тарифтары ст авкаларын ҡапыл арттырыуҙа һәм торлаҡ - коммуналь хужалыҡ сы ғымдарын халыҡ елкәһенә һалыуҙа күрә. Кудрин был
       инициативаларҙы, уның һүҙҙәре буйынса, Рәсәй йорт хужалыҡтары бюджеттарында коммуналь түләү өлөшөнөң Көнсығыш Европа илдәрендә йәшәүсе граждандарҙың түләүе менән сағыштырғанда, кәмерәк булыуы менән аңлата. Мәҫәлән, В енгрия, Польша һәм Чехияла халыҡ килеменең 21 процентын коммуналь түләүгә йүнәлтелә, Рәсәйҙә иһә был һан 9,5 процент тирәһе тәшкил итә. Шул уҡ ваҡытта министр халыҡтың килеме үҫеүенә айырым иғтибар йүнәлтте. Минфин мәғлүмәттәре буйынса, йыл һайын торлаҡ - коммуналь хужалыҡҡа 454 миллиард
       һум тотола, уның 200 миллиарды дотацияларға - торлаҡ - коммуналь предприятиеларҙың төрлө сығымдарын ҡаплауға йүнәлтелә. Кудрин был сумма тариф үҫеше иҫәбенә бушатылһа, һ игеҙ йыл эсендә ЖКХ системаһын тулыһынса модернизациялау м өмкин, тип һанай.
       Иҡтисади үҫеш һәм сауҙа министры Герман Греф, үҙ сиратында , финанс министрының тәҡдимдәрен ҡаты тәнҡитләне. Кудриндың инициативаларын ул тармаҡты реформалаштырыуға һәләтһеҙлек һәм үҙ хаталарын ҡулланыусы елкәһенә күсереп һалыу, тип атаны. Шулай уҡ тарифтарҙы арттырып та күрһәтелгә н хеҙмәтләндереү сифатының яҡшырмауына бәйле ситуацияны ҡабул итмәҫлек шарттар, тип билдәләне.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал