6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

"Сюрпризлы" кейем
13.11.06


       Психологтар әйтеүенсә, магазиндан үҙенә оҡшаған кейемде һайлап алыу кешегә ыңғай эмоциялар алырға һәм стрестан
       ҡотолорға ярҙам итә. Сит илдәрҙә даими ойошторолған "арзан
       хаҡҡа һатыу" ваҡытында шоппингтан ҡәнәғәтлек тойғоһо алып
       булалыр ҙа, бәлки. Беҙҙә иһә магазиндар буйлап йөрөү йыш ҡына ҙур ҡәнәғәтһеҙлек, хатта депрессия менән тамамланыуы мөмкин. Һәм сауҙа нөктәһе етәкселегенә ялыу менән мөрәжәғәт иткәндән һуң да был ауыр тойғонан ҡотолоу мөмкин түгел. Беҙҙең эшҡыуарҙар аҡса өсөн йәнен бирергә әҙер, хатта һатып алыусының зарланыуы нигеҙле булыуын аңлаған хәлдә лә улар аҡсаны ҡайтарып бирергә ашыҡмай. Сауҙәгәрҙәр һатып алыусы берәй ваҡыт зарланыуҙан туйыр һәм талаптарынан баш тартыр, тип өмөтләнә, күрәһең. Тик улар күптән 21 быуат етеүен һәм ҡулланыусы мәнфәғәттәрен яҡлаусы дәүләт инстанциялары барлыҡҡа килеүе хаҡында онота. Уларҙың береһе - Ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын һәм кеше именлеген һаҡлау өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең БР буйынса идаралығы.
       Өфөлө Борис Сергеев баш ҡала магазинының ир - аттар өсөн кейемдәр бүлегенән дуҫына бүләккә толстовка һатып ала. Уға кейемдең фасоны оҡшай, әммә Борис уны кейеп ҡарамай. Һәм тыуған көнгә йыйылған ҡунаҡтар алдында ул бүләкте дуҫына тапшыра, уныһы түҙмәй, шунда уҡ кейеп тә ала. Размеры тап килеүенә ҡарамаҫтан, әйбер йөйөнән һүтелеп сыға. Сергеевтың ҡәнәғәтһеҙлеге йөҙөнә сығыуын күреп, хужа уны тынысландырырға маташып ҡарай. Әммә ҡунаҡтың кәйефе бөтөндәй ҡырыла. Ҡунаҡтар рәхәтләнеп күңел асҡан ваҡытта ул
       магазинда әйберҙе ентекләп ҡарамауы өсөн үҙен - үҙе әрләү менән мәшғүл була. Һәм тантана аҙағында "сюрприздан" алынған
       тәьҫоратты нисек булһа ла йомшартыу өсөн дуҫынан толстовканы кире биреүен һорай:
       - Икенсеһенә алмаштырып алып киләм!
       Әммә сифатһыҙ тауар менән һатыу итеүсе эшҡыуар Матюхина у ны тыңларға ла теләмәй. Әйберҙе кире алыуҙан ҡәтғи рәүештә баш тарта. Һәм Сергеевҡа Ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын һәм кеше именлеген һаҡлау өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең БР буйынса идаралығына мөрәжәғәт итеүҙән башҡа әмәл ҡалмай. Был ведомство "Ир - аттар кейеме" бүлеген тикшереүҙе ойоштора һәм һатып алыусының дәғүәһен тулыһынса ҡ әнәғәтләндерә. Бөтә кейем - һалымға ла ( 450 трикотаж әйбер)
       тауар һәм уны етештереүсе тураһында мәғлүмәтте күрһәтеүсе документтар булмауы асыҡлана. Матюхина тауар етештереүсенең юридик адресы тураһында ла аныҡ ҡына мәғлүмәт бирә алмай, өҫтәүенә бөтә әйберҙәрҙең дә түбән сифатлы булыуы асыҡлана. Идаралыҡ хеҙмәткәрҙәре тауар партияһын һатыуҙан ала һәм эшҡыуарға продукцияны сертификатлаштырыу бурысын йөкмәтә. Ма тюхина Борис Сергеев менән һатыу - һатып алыу килешеүен өҙә һәм һатып алыусыға толстовка хаҡын ҡайтарып бирә.
       Ә бына тағы бер өфөлө Виталий Костюков эшҡыуар Шилинанан Өфө баҙарында джемпер һатып ала. Һәм кейә башлаған көнөндә ү к резина материалдан эшләнгән наклейкаһы ысҡына башлауын күр ә. Оҙаҡ уйлап тормайынса, ул һатыусыға йүнәлә. Әммә уныһы ир
       кешене тыңларға ла теләмәй. Костюков та шулай уҡ ялыу менән Роспотребнадзорға мөрәжәғәт итә, ләкин был структура
       ҡыҫылышы һәм сауҙа нөктәһенең тикшерелә башлауы ла һатыусының тимер позицияһын ҡаҡшата алмай. Костюков та
       туҡтап ҡалмай, джемперҙы экспертизаға ебәрә һәм үҙенең хаҡлы булыуын иҫбатлай. Уның түләгән аҡсаһын кире ҡайтарып бирәләр. Әйткәндәй, эшҡыуар Матюхина менән булған хәлдәге кеүек үк тикшереүселәргә төрөк трикотажын һатыуҙан алырға тура килә, сөнки Шилинаның да уларға тейешле документтары табылмай.
       Ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын һәм кеше именлеген һаҡлау өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең БР буйынса
       идаралығы белгесенең комментарийы:
       - Үткәрелгән тикшереү һөҙөмтәләре буйынса ике коммерсантҡ а ла административ штраф һалынды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, башҡорт эшҡыуарҙары һатып алыусыларҙың ялыуҙарына еңел ҡарай. Әгәр к еше тауарҙы алмаштырып алыу үтенесе менән килгән һәм уның дә ғүәләре нигеҙле икән, "Ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау тураһында" закон талаптарын үтәү мотлаҡ. Закон закон булып ҡала. Өҫтәүенә һатыусылар үҙҙәренең ниндәй тауар һатыуын бик
       яҡшы белә. Табыш артынан ҡыуып, улар кейемдең ҙур партияларын тикшерелгән етештереүселәрҙән түгел, билдәһеҙ кешеләрҙән һатып ала. Уларҙы, беренсе сиратта, "һул" тауарҙы ң арзанлығы йәлеп итә. Йыл башынан алып, һатып алыусыларҙың
       күп һанлы ялыуҙары буйынса, кейем - һалым менән сауҙа итеүс е ҡулланыусылар баҙарҙарында ҡырҡтан ашыу тикшереү үткәрелде . Иллегә яҡын кеше 80 мең һумдан ашыу тәшкил иткән алминистратив яуаплылыҡҡа тарттырылды.

Людмила Кашапова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал