6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Туризм һәм ял

Ожмах утрауында
10.11.06


       10 километрлыҡ бейеклектә туғыҙ сәғәт ярым осҡандан һуң,
       ниһайәт, экваторға яҡынлаштыҡ, бындағы йылылыҡ утыҙ биш градус. Октябрҙә тропик ямғырҙар осоро тамамлана ғына, йәғни
       туристар өсөн иң ҡулайлы мәл етә, тигән һүҙ. Аэропортта паспорт контроле үткән арала бинаның быяла стенаһы артындағы
       болотһоҙ күк йөҙөнә һәм тармаҡланып үҫкән пальмаларға ҡарап
       һоҡланам һәм был ил тураһында белгәндәремде иҫкә төшөрәм.
       "Мең йылмайыу" батшалығы Һинд һәм Тымыҡ океан ярҙарында Һ инд - ҡытай ярымутрауында урынлашҡан. Тайландта ял итеү - көнсығыштың иң экзотик иле, серле будда храмдары, мәрйен рифтары һәм мөләйем халҡы менән танышыу мөмкинселеге ул.
       Иң билдәле курорттар - боронғо Паттайя ҡалаһы, Пхукет һәм Самуи утрауҙары. Был экзотик илдә тәүгә булған күпселек туристар кеүек үк мин дә Паттайяны һайланым. Әммә унда өсөнсө көнгә, Тайландтың баш ҡалаһы Бангкок менән танышҡандан һуң ғына юл төшәсәк.
       Фәрештәләр ҡалаһы
       Матур, үҙенсәлекле Бангкок - тарихи мәҙәниәт тә, тере сән ғәт тә, һоҡланғыс ҡомлоҡтар ҙа, күңелле төнгө тормош та, ҡунаҡсы л кешеләр ҙә, һәм, тайланд халҡы иҫәпләүенсә, донъялағы иң тәмле аш - һыу - Паттайяла. Хәйер, быны һәр кем үҙе өсөн хәл итә.
       Бангкокты ни өсөн фәрештәләр ҡалаһы тип атауҙары аңлашылмай. Асылда Тайландтың баш ҡалаһы башҡа бик күп ҙур ҡ алалар кеүек үк ҡапма - ҡаршылыҡтарға нигеҙләнгән. Иҫ киткес
       бейек йорттарҙа бик күп һандағы кибеттәр, офистар һәм ҡунаҡханалар урынлашҡан. Туҡталған урыныбыҙ ҙа оҡшаны. Тынлыҡ, уңайлылыҡ, һүҙ тейҙермәҫлек хеҙмәтләндереү кимәле, һәр кемдең күңеленә ятырҙай аш - һыу, ғөмүмән, ял итеү һәм күңел асыуҙың бөтә төрҙәре лә бар - аҡсаң ғына булһын!
       Әммә ергә төшөүебеҙ булды, көндәлек тормош шау - шыуы
       ҡолаҡты тондора башланы! Урындағы ғөрөф - ғәҙәттәр менән
       яҡындан таныш булмаған туристарҙы тук - туктарҙың ( өс тәгәрмәсле мотороллер - урындағы транспорт) ныҡышмал водителдәре шунда уҡ эләктереп алыу әмәлен ҡарай, берәй ҡайҙа тамаҡ ялғарға йәки күңел асырға алып барырға тәҡдим итәләр. Ризалашмағыҙ, юҡһа аҡсаһыҙ ҡалыуығыҙ ихтимал. Водителгә бары тик үҙегеҙ һайлаған пунктты әйтегеҙ - һәм алғ а! Тук - туктың ҡәҙимге хаҡы - йөҙ бат ( 80 һум тирәһе). Такси арзаныраҡ тора, уның ҡарауы тук - тукта сәфәр итеү ҡала менә н яҡынданыраҡ танышыу мөмкинселеген бирә. Бангкоктың һулышын тойоғоҙ! Серегән еләк - емештәр, ҡурылған ҡарышлауыҡ, устрица, мидиялар, әсегән аш, балыҡ тәңкәһе һәм }qәктәре еҫе аяҡтан йығырға һәләтле!
       Ҡала ҡыҙырыуҙың тәүге сәғәттәрендә үк беҙ бер нисә мөһим әйберҙе төшөндөк: юл аша сыҡҡанда машина тәгәрмәсе аҫтына эләкмәҫ өсөн уңға ҡарағыҙ ( уң яҡлы хәрәкәт), королде "ҡарпы ш ҡолаҡ" тип үсекләмәгеҙ һәм уның күп һанлы портреттарынан көлмәгеҙ - тайландтар өсөн ул инде күптән изге йәнгә әүерелг ән: ни тиһәң дә 1946 йылдан башлап илгә идара итә һәм 78 йәшендә лә урынын ҡалдырырға уйламай, деликатестарҙың барыһын да тәмләргә ашыҡмағыҙ - урындағы аш - һыуға аҡрынлап өйрәнергә кәрәк. Тайландтар үҙҙәр бик тә тыныслыҡ яратыусы, асыуһыҙ, бер ҡатлы, алсаҡ халыҡ. Уларҙың йылмайыуы
       рәсмилектән алыҫ - йылмайып ҡаршы алалар икән, моғайын, һеҙ
       уларҙың күңеленә хуш килгәнһегеҙҙер.
       Таныш булмаған Көнсығыш
       Ниһайәт, беҙ Тайландтың иң билдәле курорттарының береһе Паттайяла! Был боронғо ҡала Сиам ҡултығы ярында, илдең көнсығышында, Бангкоктан 150 километр тирәһе алыҫлыҡта урынлашҡан. Яңы отел дә күңелгә ятты. Көньяҡ - Ҡытай диңгеҙе яры ике яҡҡа һуҙыла - рәхәтләнеп гиҙергә мөмкин! Еләк - емеш , диңгеҙ продукттары бик арзан хаҡҡа һатыла. Бында мин тәүге тапҡыр дориан һәм аждаһа күҙен тәмләп ҡараным. Ярарлыҡ, тәмле генә! Ә беҙҙең креветкалар тәме һәм ҙурлығы буйынса бындағыларҙың тырнағына ла тормай! Рәхәтләнеп шоппинг менән шөғөлләнергә була. Паттайяла был ләззәтте сикһеҙ һуҙырға мөмкин - янда аҡсаң барыбер ҡаласаҡ. Хәҙер ҡаланың үҙе тураһында. Ул һәр ваҡыт ниндәйҙер шыйыҡ томан эсендә ҡала һәм был ҡалала хөкөм итеүсе мөхиткә бик тә тура килә.
       Мин Тайландта танышҡан Көнсығыш ҡатын - ҡыҙҙарҙы пәрәнжәгә төргән мосолман илдәренән айырыла, хатта Паттайяны, асылда, секс - туризм тупланышы тип тә атарға мөмкин. Шуға күрә бында ир - аттар килергә атлығып тора. Европалылар Паттайяла даими рәүештә була, шуға күрә күпселек
       экскурсияларға ла йөрөмәй, тәбиғәт һәм архитектура матурлығына ҡарағанда гүзәл тайланд ҡатын - ҡыҙҙарын хуп күр ә улар. Урыҫтар 50 - гә 50. Күптәре ғаиләләре менән килә. Ҡытайҙарға килгәндә, улар тураһында айырым һүҙ алып барырға кәрәк. Улар экскурсовод - сәйәси хеҙмәткәр етәкселегендә төркөмдәре менән генә йөрөй һәм барыһына ла һауалы ҡараш ташлай. Хәйер, аңлауымса, тайландтар ҙа уларҙы артыҡ өнәмәй.
       "Щачас тудя не поедем, там осен много китайса!" - тип иҫкәр тә беҙҙе хәстәрлекле гид Соня. Һәм беҙ уны тыңлайбыҙ.
       Паттайя урамдарында алған тәүге тәьҫорат - иҫ киткес шәп! Икенсеһе - ҡот осҡос! Сөнки барҙарҙа бейеүсе, өҫтәл артында һыра ҡойоусы сағыу итеп биҙәнгән ярым шәрә ҡыҙҙарҙың барыһы ла һатылыуын шунда уҡ аңлап етеүе ҡыйын. Урыҫ туристары тәьҫораттары менән уртаҡлашты: "крышаға" 200 бат, ҡыҙҙың үҙенә бер көн өсөн 500 - ҙән 1500 батҡа тиклем, килешеүеңә ҡарап инде. Тик бер генә шарт бар: ҡыҙҙар үҙҙәре
       һайлай. Әгәр уларға береһе лә оҡшамай икән, барҙа эшләүен дауам итәләр. Фаранг ( тайландтар "аҡтарҙы", ситтән килгән кешеләрҙе шулай тип йөрөтә) ҡатыны булыу - шундай уҡ эш, тик аҡсалыраҡ. Туристар ҡәнәғәт ҡала - тайланд ҡыҙы ҡатын ролен уйнауҙан тыш гид та, массаж яһаусы ла, яратҡан әсә лә.
       Үҙемде ер ситенә килеп баҫҡандай тоям. Мин ожмахталыр, моғайын. Бында, цивилазициянан алыҫта, етеп килгән ҡыш көлкө
       генә тойола, ә ҙур ҡала проблемалары юҡҡа сыға. Самет утрау ы - мин күргән урындарҙың иң матуры. Бейек аяҙ күк йөҙө, зәңгәрһыу диңгеҙ, тармаҡланып үҫкән пальмалар, сәскәләр һәм таныш булмаған тропик үләндәр. Ваҡ ҡына аҡһыл ҡом, эҫе ҡояш. .. Бәхет өсөн тағы нимә кәрәк Тағы ла һалҡын кокос һөтө һәм ҡояштан һаҡлаусы күҙлектер, моғайын. Бындай утрауҙар Тайландта бик күп. Тәбиғәт шул тиклем күп төрлө һәм ғәжәйеп, уның менән бер танышһаң, ғүмерлеккә онотоу мөмкин түгел!

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал